Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Июль 2020, 14:05

Бүре менән күҙмә-күҙ осрашыу

Йәне табанына төшөп, аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып алға табан атлай ҡыҙ, күҙҙәрен баҙлап янған күҙҙәрҙән алмай, сөнки йыртҡыстың күҙенә тура ҡарарға кәрәклеген һәм ҡасырға ярама­ғанлығын аңлай...

Атаһы һуғышҡа киткәнгә тиклем иркә генә ҡыҙ булып үҫә Сәриә. Ғаиләһендә унан башҡа йәнә дүрт бала, ул – иң өлкәне. Гел матур күлдәктә, аяғына ла кейергә һәр саҡ бар – шуның менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. “Йәй һыу инергә барғанда һинең таҙа, аҡ ҡына аяҡтарыңа һоҡланып ҡарай инек”, – тип олоғайғас бер әхирәте әйтер ине.

Атаһын һуғышҡа алғанға тиклем тормош уларға аяулы була. “Балаларҙы һаҡла, кәләш, оҙаҡламай ҡайтырмын”, – тип атаһы ҡыҙына 12 йәш тулғанда үҙе теләп һуғышҡа китә, ике йылдан “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килә. Моғайын, шул мәлдән башланғандыр Сәриәнең үҙаллы тормошо.

Ауылдағы өйҙәре кәнсәләргә яҡын булғанға, район үҙәгенән килгән вәкилдәр гел уларға төшөп йөрөй. РОНО-ла эшләгән бер ағай, Сәриәне күреп: “Ҡайһылай уҡытыусыға оҡшап тора ҡиәфәте. Уҡы­тыусылар етешмәй, ҡыҙыңды берәй ауыл­ға эшкә алайыҡ”, – ти хужабикәгә. Әсәһе тәүҙә: “Ҡуй, бәләкәй бит әле, 14 кенә йәш уға”, – тип ҡаршы төшә. Әммә район хакимиәте вәкиле кәүҙәгә тиҫтерҙәренән бер башҡа оҙонораҡ, аҡыллы ҡарашлы ҡыҙҙың мотлаҡ уҡытыусы булырға тейешлеген әсәгә ныҡлап төшөндөрә. Шулай итеп, балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән көйө Сәриә уҡытыусы булып китә. Тәүҙә район үҙәгенән алыҫ булмаған бәләкәй генә ауылға ебәрәләр. Унда бер бабай менән әбейҙә фатирҙа тора. Улар ҡыҙҙы үҙ балаларылай яҡын күрә, бигерәк изге күңелле инеләр, тип әле лә уларҙы хөрмәтләп иҫкә ала Сәриә.

Шунан һуң икенсе урынға күсерәләр. Ул ауыл күптән бөткән инде хәҙер, кешеләре ҙурырағына күсенгән. Үҙҙәренән 20 – 25 саҡ­рым алыҫлыҡта ул. Йәй йәйәүләп, ҡыш саңғы­ла үтә был ауылға юлды. Уға тиклем эшләгән уҡытыусының урманда аҙашып үлгәне тураһында ишеткән булһа, Сәриә унда барырға мәңге ризалашмаҫ ине, хәҙер уйлауынса.
Ауыл ҙур түгел, шулай ҙа һәр өйҙән ике-өс бала йыйыла. Әсәһенә еңелерәк булһын тип, Сәриә үҙ эргәһенә биш йәшлек кенә һеңлеһен дә ала. Уҡытҡанда иң артҡы партаға ултыртып ҡуя һеңлеһен, уныһы арып йоҡлап та китә, ҡайһы саҡта дәрескә ҡушылып яуап биреп ултыра.

Ауыл халҡы Сәриәне яратып ҡабул итә, уға төрлөсә ярҙам итергә тырыша. Кемдер һөт, май, ҡорот йә ит килтерә. Ошонда үткән ике йылын, ауыр һуғыш осорона тура килһә лә, барыбер һағынып иҫкә ала Сәриә.

Уҡытыусы булып эшләгәндә, ике хәтәр хәл-ваҡиға тураһында йыш хәтеренә ала ул. Ул мәлдә район үҙәгенә тура юлдан йәйәү йөрөгәндәр. Ара 30 саҡрым тирәһе. Кәңәшмәгә йә уҡытыусыларға эш хаҡы алып ҡайтырға баралар. Йәй була был хәл. Үҙе теккән ҡыҙыл төҫтәге күлдәген кейеп Сәриә юлға сыға. Тәүге ауылды үтә, Нөгөш йылғаһын сығып, тауға үрмәләй. Тауҙан төшкәс, аҡлан башлана. Алыҫтан шул аҡландың уртаһындағы юлда ҙур ғына этте күрә. Бара биргәс, һалпыш ҡойроғона, туп-тура ҡараған һары күҙҙәренә, ҡуйы һоро йөндәренә ҡарап, бының бүре икәнлеген аңлай. Әммә бик һуңлап, сөнки ни артҡа китеп булмай, ни яҡында менеп китерлек ағас юҡ. Бүре һөжүм итә ҡалһа, бер нимә эшләргә лә өлгөрә алмаҫ ине барыбер. Йәне табанына төшөп, аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып алға табан атлай ҡыҙ, күҙҙәрен баҙлап янған күҙҙәрҙән алмай, сөнки йыртҡыстың күҙенә тура ҡарарға кәрәклеген һәм ҡасырға ярама­ғанлығын аңлай. Ҡыҙылға ҡыҙыҡмаһын тип, итәген ыштанына ҡыҫтырып ҡуя, ҡара камзулы өҫтөндәге ҡыҙыл өлөшөн әҙерәк ҡаплап тора.

Сәриә миллиметрлап тигәндәй аяғын шыуҙырып килә. Бүре ултыра, китергә лә уйламай. Уның нимә уйлағанын кем белһен инде? Нимә эшләргә? Йәш кенә көйө йыртҡыс ҡорбаны булырмы? Ғүмере лә ошо урында бөтөрмө? Мең төрлө уй-һорау бер-бер артлы мейеһенән үтә.

Шул ыңғайға Сәриә юл ситендә ятҡан таяҡты эйелеп ала ла, мылтыҡ кеүек тоҫҡап, “тюх!” тигән тауыш сығара. Ни ғәжәп! Бүре, яй ғына ҡуҙғалып, ситкәрәк барып ултыра. Юл асыла. Тағы “тюх!” яңғырай. Бүре тағы арыраҡ шылып ултыра. Ул ултырған урынды үтеп, яй ғына алға барыуын дауам итә ҡыҙ.

Бер аҙ барғас, артына әйләнеп ҡарай: бүре хәҙер алыҫайған, әммә ҡырҙан уның менән йәнәш бара. Аҙымдарын ҡыҙыулатып алға атлай ҙа Сәриә тағы әйләнеп ҡарай: бүре күренмәй. Моғайын, ҡапыл килеп сығырға уйлағандыр, ҡайһы тирәлә ташланыр икән, тип ҡурҡа-ҡурҡа атлай ҙа атлай. Бәхеткә күрә, бүре бүтәнсә күренмәй.
Фото: prikolist.club
Читайте нас: