Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Июль 2020, 19:15

Урман янғанда халыҡ йоҡлап ятмай

Халыҡтың берҙәмлеге, кемдең кем булыуы ҙур бәлә килгәндә беленә. Бөрйәндәге янғын да ошоно асыҡ күрһәтте.

Илгә ҙур бәлә килгәндә, күп кеше үҙенең кемлеген күрһәтә. Бөрйәндә урман яна башлағас та күп ирекмәндәр урынға сыҡты, янғын һүндереүселәргә мөмкин булғанса ярҙам итә башланы. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр Һарғая һәм Ҡолғана ауылдары янындағы утты һүндерешергә ярҙам итә.
Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар көн һайын ирекмәндәр өсөн автобус бүлә. Ул иртәнге 9-ҙа ҡуҙғала.
Утты һүндерергә ярҙам итергә теләгәндәр һаны көн һайын арта. Уларҙың географияһы ла киңәйә. Көн һайын Баймаҡ, Бөрйән, Дәүләкән райондары, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан килергә теләгән кешеләр шылтырата һәм үҙҙәре килә.
– Иртәнән алып кискә тиклем көн һайын 200 самаһы ирекмән эшләй. Улар өсөн ашхана ойошторолдо, ашнаҡсылар янғындан өс километр алыҫлыҡтағы урында ашарға бешерә. Урындағы кешеләр һәм Бөрйән районы ирекмәндәре уларға ярҙамға техника биреп тора, – тинеләр район хакимиәтендә.
Сәбәбе күңелһеҙ булһа ла, кешеләрҙең берләшеүе, үҙ теләктәре менән тәбиғәткә ярҙамға килеүе ҡыуандыра. Бергәләшеп был афәтте тиҙ арала еңергә яҙһын.
Фото: Бөрйән районы хакимиәте.
Читайте нас: