Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июль 2020, 17:45

Янғын һүндерергә килгәндәргә эшҡыуар бензин хаҡын түләй

Был маҡсатта эшҡыуар Илсур Нәбиуллин 150 мең һум аҡса бүлгән.

Башҡортостанда урмандар яна башлағас, бер ыңғай ваҡиға ла булды: халыҡ республикабыҙға янаған бәлә алдында берләште. Урмандарҙы һүндереүгә яуаплы ведомстволар, ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр менән бер рәттән ябай кешеләр ҙә сыҡты.
Ошондай ваҡытта хәйриә менән шөғөлләнгән кешеләр ҙә күренде. Бөгөн һүҙебеҙ, эшҡыуар Илсур Нәбиуллин тураһында. Баймаҡ районының Бетерә ауылында йәшәгән уҙаман күп йылдар урман эшкәртеү менән шөғөлләнә. Шуға күрә үҙенең ауылынан 50-60 километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан Бөрйән районындағы Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы яна башлағас, ул ситтә ҡала алманы.
– Мин урман менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, бындай бәлә килгән саҡта ситтә ятып ҡала алманым, әлбиттә. Тәүге көндәре иптәштәр менән барып, үҙебеҙ ҙә һүндерешерегә ярҙам иттек. Тик тәбиғәттең көслөрәк икәнлеген күргәс, ярҙамға кешенең күберәк кәрәклеген аңланыҡ, – ти ул.
Уның менән аралашҡан кешеләр Бөрйәнгә барып янғын һүндерергә әҙер булғандарын белдерә, тик төпкөл районға килеп етеү өсөн йә техника юҡ, йә бензин менән проблема булыуын әйтә. Шул саҡта эшҡыуарҙың башына шәп уй килә лә: килергә әҙер кешеләр булғас, уларға ярҙам итергә кәрәк. Һәм ул бензин хаҡын түләргә ҡарар итә.
– Ҡайҙан килһәләр ҙә, шартым берәү ине: машина кеше менән тулы булһын. Бер-ике кеше өсөн машина ҡыуғансы, мөмкин тиклем күберәк халыҡ килһә яҡшыраҡ бит. Улар урынға килеп етә лә, теркәлә, миңә шул урындан фотоларын ебәрә һәм карта номерын ташлай, мин шунда бензинлыҡ аҡса күсерәм, – ти Илсур Ғәйнетдин улы.
Өфө, Хәйбулла, Ҡариҙел кеүек алыҫ яҡтан килгән кешеләргә ул дүртәр мең, Баймаҡ, Әбйәлил кеүек яҡыныраҡтарҙан йыйылғандарға икешәр мең һум күсергән. Бензин кире юлға ла етергә тейеш тигән иҫәп менән шундай суммалар.
– Беләһегеҙме миңә нимә оҡшаны? Беҙҙең башҡорт егеттәре шул тиклем ғәҙел икән. Бер егеткә дүрт мең һум күсергәйнем, “ағай мин бит “КамАЗ” менән килмәйем, ниңә ул тиклем аҡса һалдың” тине лә, ҡалған аҡсаны шулай уҡ бер машина булып тейәлеп килгән таныштарына күсерҙе. Бик күңелем булды, – ти эшҡыуар.
Тағы шуныһы оҡшаған уға, Башҡортостандан ситтә йәшәгән кешеләр ҙә был бәләнән ситтә ҡалмаған. Уға Инстаграмдағы сәхифәһенә Европа, АҠШ, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән кешеләр яҙып, ярҙам тәҡдим иткән. Тик үҙҙәре килә алмағас, аҡса күсерергә теләк белдергәндәр.
– Мин бензин өсөн 150 мең самаһы аҡса бүлдем. Әле ул тотоноп бөтөлмәне. Шуға күрә аҡсалата ярҙам иткәндәрҙең аҡсаһын әлегә алмай торҙом. Бәлки, аҙаҡ берәй нимә уйларбыҙ. Тик бына шулай ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең дә бәләнән ситтә ҡалмай ярҙам итергә тырышыуы бик күңелгә ятты, беҙҙең халыҡ барыбер берҙәм, – тип фекерҙәре менән утаҡлаша ул.
Тик эшҡыуарҙың күңелен ҡырған нимә лә бар икән. Инстаграмда уның был эшен күргән халыҡтың 95 проценты хуплаһа һәм ярҙам итергә тырышһа, барыбер этлек уйлаған 5 процент кеше лә бар икән. "Берәүҙәр, урман беҙҙеке түгел, Мәскәүҙәр ҡулында тип яҙа. Нисек инде Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығындағы урман кемдекелер булһын? Икенсе берәү, үҙең урман менән шөғөлләнгәс, һинең ағастарың яналыр, шуға һүндерергә маташаһыңдыр ти. Тағы ла, шул уҡ ҡурсаулыҡта урынлашҡан ағастар нисек минеке йәки кемдекелер булһын? Әҙерәк кенә уйлап ҡарарға кәрәк бит яҙыр алдынан. Күңелде төшөрһәләр ҙә, артыҡ иғтибар итмәҫкә тырышам, үҙемдең эшемде эшләйем” - ти ул.
Эйе, Илсур аҡса күсереп кенә ятмай, үҙе лә көн һайын ҡурсаулыҡҡа бара, был эштә ҡатнаша. Янғын башланған тәүге көндәрҙә ул Урман хужалығы министрлығына шылтыратып, ярҙам тәҡдим иткән. Шул уҡ көндө Бөрйән урман хужалығы техникаһына 10 мең һумлыҡ бензин һалған. Әле уның ярҙамы менән дөйөм алғанда ҡурсаулыҡҡа 80-100 самаһы кеше килгән. Һәм килергә теләгәндәр һаман туҡтамай. Беҙ уның менән телефон аша һөйләшкән саҡта ғына ла, бер нисә кеше юлға сығыуы тураһында хәбәр итте.
– Бына әле генә ҡоролтайҙан яҙҙылар, Өфөнән сыҡтыҡ тип. Килергә теләгәндәр араһында ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Уларҙы йәлләп, килмәгеҙ, ирҙәр эшләһен тигәнгә үпкәләйҙәр хатта. “Ҡулдан килмәҫ тип уйлайһығыҙмы, беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ”, тиҙәр. Әлбиттә, итә алалар мин ышанам уларға. Тик палаткала йоҡларға, ауыр шарттарҙа йәшәргә кәрәк бит, шуға йәлләйем гүзәл затты, – ти ул.
Эйе, был бәлә кемдең кемлеген күрһәтте. Әйткәндәй, илдә коронавирус пандемияһы башланып ҡына торған саҡта ла Илсур Нәбиуллин ситтә ҡалманы һәм урындағы халыҡҡа 130 мең һумлыҡ 1500 битлек таратты. Ошоноң кеүек яуаплы һәм ярҙамсыл эшҡыуарҙарыбыҙ күберәк булһын ине.
Фото: шәхси архивтан.
Читайте нас: