Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Июль 2020, 21:55

Фураға ултырып киткәйне...

Ә өйҙә бәләкәй балалар илай.

Учалы районы ауылдарының береһендә юғалған күп балалы ҡатын табылды. 31 йәшлек Олеся Г. 24 июлдә ғәйеп булғайны. Ул Силәбе өлкәһе номерҙары булған фураға ултырып киткән тип хәбәр ителде. Ҡатындың ире һәм бәләкәй балалары уны көтөп бер булды. Ҡатын ҡурҡыныс хәлгә тарығандыр тип хафаланды яҡындары. Әсәһен юғалтҡан балалар айырыуса ныҡ ҡайғырған һәм илаған.
Һәм бына бөгөн яңылыҡ билдәле булды – Олеся табылған. Уның ире белдереүнсә, ҡатын тере һәм һау, ни бары “күңел асырға” сығып киткән булған. Ул үҙе бәйләнешкә сыҡҡан. Яҡын арала ир кеше ҡатынын алып ҡайтмаҡсы.
Һуңғы ваҡытта ошоноң кеүек хәлдәр күбәйҙе. Даими рәүештә күп балалы әсәләр ғәйеп булып тора. Ҡайһы берҙәренән аҙналар буйы хәбәр юҡ. Күпселек осраҡта ғаиләләренән “арыған” ҡатындар иҫән-һау килеш табыла. Ә бит осраҡтың фажиғә менән тамамланыуы ла ихтимал.
Читайте нас: