1 августа кис баш ҡалалағы Б. Бикбай урамындағы 40-сы йорт ихатаһында “Hyndai Santa Fe” машинаһына идара иткән 34 йәшлек водитель 9 йәшлек малайҙы бәрҙергән. Баҡтиһәң, бала парковкаланған машиналар артынан ҡапыл килеп сыҡҡан. Өҫтәүенә, был хәл домофон камераһында ла теркәлгән. Ундағы видеояҙмала күренеүенсә, малай уйнап йөрөгән дә, ихата үткәүеле аша йүгергән һәм машина тәгәрмәсе аҫтына эләккән. Водитель туҡтаған һәм балаға ярҙам итергә ашыҡҡан. Һөҙөмтәлә башы йәрәхәтләнгән баланы дауаханаға илткәндәр.
Бала ҡатнашлығындағы икенсе фажиғә Дүртөйлө – Нефтекама юлының 31-се километрында теркәлгән. 2 августа Нефтекама ҡалаһынан 42 йәшлек водитель “Toyota Camry” машинаһында кюветҡа бәрелгән һәм әйләнгән. Республика ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер түгел өс кеше – ҡатын, уның дүрт йәшлек улы һәм 81 йәшлек атаһы – дауаханаға эләккән.
Дәүләт автонспекторҙары водителдәргә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын һаҡларға юҡҡа ғына саҡырмай. Балаларҙың ата-әсәләренә, яҡындарына автомобиль салонындағы малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күреү – балалар өсөн махсус креслоларҙы һәм хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу – мотлаҡ. Өҫтәүенә, урамда уйнаған бәләкәстәргә күҙ-ҡолаҡ булыу, уларға юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеү ҙә әллә күпме бәлә-ҡазанан ҡурсаяласағы хаҡында онотмаһаҡ ине.
Фото: республика ЮХХДИ-һы.