Көндәр һыуытҡас, республикала һыуҙа батып үлеүселәрҙең һаны бер аҙ туҡталып торғайны ла ул. Әммә һауа торошоноң ҡайтанан эҫе булыуы халыҡты йәнә йылға-күл буйҙарына алып килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был аҙна башында Өфө ҡалаһынан 33 йәшлек ирҙең батыуы хаҡында хәбәр алынды. Дүшәмбе кис көнө осраҡлы үтеп барыусылар Ағиҙел йылғаһы ярында, Өсөнсө пристань биҫтәһенән йыраҡ түгел урында ир-ат кейемдәренә юлыға. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар һәм полиция саҡырыла.
Юғалған ирҙе эҙләүгә ҡотҡарыу, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә, уларға ирекмәндәр ҡушыла. Кисә сәғәт 11-ҙәр тирәһендә уның кәүҙәһе һыуҙан сығарыла. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, һәләк булыусы эскән килеш һыуға төшкән, әле үлем осрағы тикшерелә.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: спиртлы эсемлектәр ҡулланып, һыуға инеү ҡәтғи тыйыла. Сөнки үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән тәнегеҙҙең тартышыуы ихтимал, был осраҡта һеҙҙе ҡотҡарыу мөмкинлеге сикләнә. Сөнки йөҙөп йөрөүсе артабан йөҙә алмай, сәбәләнеп тә һыу төбөнә йә иһә һыуға сәсәп үлеүе мөмкин. Һыуҙа һаҡ булығыҙ, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ!