Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
11 Август 2020, 14:40
Аҫып киткәндәр...
Ғафури районында булған был хәл. Эшҡыуарҙың магазины алдындағы ҡот осҡос күренеш кешеләрҙең йөрәген яра яҙған...
Ғафури районының Ибраһим ауылында нисәнсе көн тынғыһыҙ хәбәрҙәр тынмай: урындағы эшҡыуарҙың магазины алдында ҡот осҡос ҡарасҡы аҫып киткәндәр, уға магазин хужаһының фамилияһын яҙғандар.
Был эшҡыуарҙы ҡурҡытырҡа маташыуымы, ниндәйҙер иҫкәртеү сараһымы, әллә берәй йүнһеҙҙең ҡаты шаярыуымы?
Ә эленеп торған ҡарасҡыны күреп, кешеләрҙең ҡото осҡан: уны ысын кеше тип уйлағандар. Әммә ҡарасҡыла аныҡ шәхсестең фамилияһын уҡығас, тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып киткән.
Урындағы халыҡ быны көнәркәшлек һөҙөмтәһе, тип билдәләй. Баҡһаң, ауылда тағы ике магазин бар. Бәғзеләрҙең фекеренсә, бындай ҡот осҡос сәләмде йә шул магазин хужалары, йә үтә шаян ауылдаштары ҡалдырған.
Был хаҡта “Проуфу” порталы хәбәр итә.
Фото: “Проуфу” порталы
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.