Башҡортостан
+22 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Август 2020, 12:30

Тапатҡан да ҡасҡан...

Ҡара кейемдәге йәйәүле Сермән ауылы йүнәлешендә юл ситенән хәрәкәт иткән була...

Республика ЮХХДИ-һы 23 августа Белорет районында Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автоюлының 326-сы километрында йәйәүлене бәрҙереп, ваҡиға урынынан ҡасҡан водителде эҙләй.

Мәғлүм булыуынса, 46 йәшлек урындағы граждан яҡтылыҡ ҡайтартҡысһыҙ ҡара кейемдә Сермән ауылы йүнәлешендә юл ситенән хәрәкәт иткән була. Һөҙөмтәлә, ул йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Юл ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Стәрлетамаҡта ла 32 йәшлек «Audi A6» автомобиле водителе рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығып барған 55 йәшлек ирҙе бәрҙерә. Йәйәүле дауаханаға эләгә.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлә, уларҙа алты кеше йәрәхәтләнә. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ.
БР буйынса ЮХХДИ фотоһы.
Читайте нас в