"Беҙ "дөрөҫлөктән һуңғы" дәүерҙә йәшәйбеҙ. Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү һәм ышаныслы рәсми сығанаҡтарҙы уҡыу мөһим", – ти Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова.
Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында үткән "Ғәмәлдән сығарыу мәҙәниәте: медиаөлкә өсөн бығаса күрелмәгән проблемалар. "Дөрөҫлөктән һуңғы дәүерҙә илдәрҙең мәғлүмәт сәйәсәте" пленар сессияһы һөҙөмтәләрен депутат шулай ҡылыҡһырланы. "Раҫланмаған мәғлүмәт артҡандан-арта. Интернетта тәүлек әйләнәһендәге мәғлүмәт донъяһында ялған хәбәрҙәр күп, – тине Е. Арямнова. – Башҡортостанда чиновниктар социаль селтәрҙәрҙә бына бер нисә йыл әүҙем эшләй. Процесҡа төрлө кимәлдәге депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм йәмәғәтселек фекере лидерҙары инә. Һәм был аралашыу мөһим".
Власть граждандар менән һанлы диалогка бармай ҡала алмай. "Рус мәҙәниәте"н юҡҡа сығарыуҙың бығаса күрелмәгәнсә шарттарында объектив мәғлүмәтте бөтә донъяға таралған ватандаштарыбыҙға еткерергә кәрәк. "Диалог" ойошмаһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Ленар Фәйзетдинов билдәләүенсә, дәүләт интернетта закон күҙлегенән дә, заман күҙлегенән дә әүҙем булырға бурыслы. Рәсәй ялғанға ҡаршы тороу ҡоралын – илдә тәүге "Лапша" сервисын – http://lapsha.media/ эшләтеп ебәрҙе, тип өҫтәне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Аңлатабыҙ.РФ" проектындағы "Милли өҫтөнлөктәр" проектына ярашлы "Аңлатабыҙ. Башҡортостан" (https://vk.com/obyasnyaem102) ресурсы ла әүҙем эшләй, ул бөтә ҡатмарлы һәм көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерә.
Питерҙағы иҡтисади форумда Рәсәй хеҙмәттәшлек агентлығы һәм "Диалог Төбәктәр" ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, донъяның 80 илендә урынлашҡан 97 Рус йорто рус телендә аралашҡан кешеләргә социаль әһәмиәткә эйә булған процестар тураһында һөйләүгә ылыҡтырыла. "Рәсәйҙең социаль селтәрҙәрҙә үҙ көн тәртибен яҡлау мөмкинлеге ҙур. Үҙебеҙҙең мәғлүмәт ресурстарын туплап, инфраструктурабыҙ нигеҙендә башҡа илдәрҙең аудиторияһына мөрәжәғәт итһәк, "ғәмәлдән сығарыу мәҙәниәте"нә һәйбәт итеп ҡаршы тора алырбыҙ", – ти Ленар Фәйзетдинов.
Сығанаҡ: bash.news/news/
Фото text-production.com сайтынан алынды.