Ҡыш көнө юл йөрөү һауа шарттары арҡаһында бермә-бер хәүефлегә әйләнә. Тик йәй көнө лә водителдәрҙе байтаҡ хәүефтәр һағалай. Улар тураһында ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Һәр сәфәр алдынан тәү сиратта үҙеңә һәм транспортыңа ышаныс булырға тейеш.
Водителдәргә сирләгән ваҡытта, реакцияны кәметеүгә һәләтле дарыуҙар ҡабул иткәндән һуң, ныҡ ҡуҙғыған һәм айырыуса иҫерек килеш рулгә ултырырға ярамай.
Эҫе һауа торошо водителдәрҙең хәл-торошона кире йоғонто яһай. Эҫенең организмға тәьҫире алкоголь тәьҫиренә оҡшаған – кешенең юлдағы ғәҙәти булмаған хәлгә реакцияһы кәмей, был иһә юл-транспорт ваҡиғаһы килеп тыуыу хәүефен арттыра.
Күп кенә водителдәр был хаҡта уйлап та бирмәй. Ә бит юғары температура хәлһеҙләндерә, уяулыҡ кәмей, бигерәк тә автомобиль "тығын"дарында бер нисә сәғәт торғанда. Оҙайлы сәфәрҙәр өсөн ваҡытты дөрөҫ һайларға кәрәк – быны иртән көн эҫегәнсе йәки кисен, һалҡын төшөңкөрәгәс, эшләү яҡшы. Машинала бер нисә шешә һалҡын эсемлек йөрөтөргә кәрәк.
Тиҙлек режимын һаҡлағыҙ. Автомобилдә тиҙлекте арттырып йөрөү ысын “рус рулеткаһы”на әүерелә. Бер дөрөҫ булмаған хәрәкәт һәм ҙур тиҙлектә килгән автомобиль емерек металл киҫәгенә әйләнәсәк.
Рулдә йоҡлап китмәгеҙ. Йоҡо һиҙҙермәй генә башлана. Тәүге мәлдәрендә ул хәтерегеҙҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа юғалтыу менән һиҙелә, әйтерһең, юлдың ҡайһы бер өлөштәре юғала. Иҫнәү, күҙ йомолоуы, транс торошо, фантом объекттары – былар барыһы ла яҡынлашып килгән йоҡо билдәһе.
Транспорт сараһын уҙып китеүҙе дөрөҫ башҡарығыҙ. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар һәм үҙегеҙ өсөн маневр хәүефһеҙ икәнлегенә тулыһынса ышанған осраҡта ғына уны башлағыҙ. Уҙыш тиҙ булырға тейеш. Ни тиклем аҙыраҡ ваҡыт ҡаршы һыҙатта булһағыҙ, шул тиклем хәүефһеҙерәк. Уҙып барған машина тиҙлегенән һеҙҙеке сәғәтенә 20 километрға күберәк булырға тейеш. Был осраҡта еңел автомобилде уҙып китеү алты секунд самаһы ваҡытты аласаҡ. Маневрҙы уҙып киткән машинаның юлына сыҡмаҫлыҡ арауыҡ запасы менән тамамлағыҙ. Ошо участкала уҙып китеүе рөхсәт ителгәненә инанығыҙ. Хәрәкәтте идеаль техник тороштағы автомобилдә генә башҡарырға мөмкин.
Кондиционерығыҙ тулыһынса сифатлы хладагент менән тәьмин ителгәненә инанығыҙ. Йәйге миҙгел башланыр алдынан автомобилегеҙ кондиционерында хладагент кимәлен мотлаҡ тикшерегеҙ. Шулай уҡ уны таҙартығыҙ һәм башҡа техник эштәр башҡарығыҙ. Шулай итеп, һеҙ эҫелә автомобилегеҙҙең климат системаһы салонға килгән эҫе һауаны һыуыта аласаҡ, тип ышанаһығыҙ.
Йәйгеһен ҡышҡы резина ҡулланмағыҙ. Йәй көнө машинаны файҙаланғанда ҡышҡы резинаның тормоз юлы һиҙелерлек арта.
Ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ!
Иң ябай кәңәште онотмаҫ өсөн иң аҙаҡҡа ҡалдырҙыҡ, ләкин тап ул, асылда, һеҙгә хәүефһеҙлек гарантияһы бирә. Фарҙарығыҙҙы тоҡандырығыҙ, тиҙлекте ныҡ арттырыу менән мауыҡмағыҙ һәм тыйылған урындарҙан уҙып китмәгеҙ – ошо өс пункт бәрелеү ихтималлығын бер нисә тапҡырға кәметәсәк.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә ихтирам менән ҡарағыҙ. Йәйәүлеләргә, велосипедсыларға, мотоциклсыларға айырым иғтибар кәрәк.
Фото: carsweek.ru