Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Апрель , 21:55

Иртә менән Өфөлә аварияла бер юлы биш кеше һәләк булғайны...

 Уларҙың кемлеге асыҡланды

Иртә менән Өфөлә аварияла бер юлы биш кеше һәләк булғайны...
Иртә менән Өфөлә аварияла бер юлы биш кеше һәләк булғайны...

Өфө – Ырымбур трассаһында “Ун бишенсе” менән “КамАЗ” бәрелеште. Юл-транспорт фажиғәһе тураһында тулыраҡ https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-04-19/ot-os-os-avariyala-bish-keshene-mere-ld-3734211 уҡый алаһығыҙ.

Әлеге ваҡытта һәләк булған йәштәрҙең исемдәре асыҡланды. Руль артында 22 йәшлек Илфат Ф. булған. Туғандары әйтеүенсә, егет автомобилдәр һәм спорт менән ҡыҙыҡһынған, былтыр әрменән ҡайтҡан. Ул үҙенең дуҫтары – Владислав Б., Владимир К. һәм Алексей А. менән ял итергә яратҡан. Машинала тап ошо дүрт дуҫ булған. Улар араһынан Алексей ғына мөғжизә менән тере ҡалған. Әлегә ул дауаханала. Руль артындағы егеттең водитель таныҡлығы булмауы ла билдәле.

Шулай уҡ автомобилдә өс ҡыҙ булған. Уларҙың икәүһе (2005 йылғы) ваҡиға урынында йән биргән, ә береһе – 21 йәшлек Регина тере ҡалған. Ҡыҙҙың хәле ныҡ ауыр тип баһалана.

Әлегә хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.

 

Фото: БР буйынса ЮХХДИ, социаль селтәрҙәр.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: