Бөгөнгә Башҡортостанда барлығы өс урман янғыны теркәлгән. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән сарала Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин белдерҙе.
— Республикала махсус янғын режимы индерелгән. Янғын миҙгеле октябргә тиклем дауам итә. Янғын хәүефһеҙлегенең планы Башҡортостан Башлығы тарафынан раҫланған. 11 мең кеше һәм 3,5 меңдән ашыу техника йәлеп ителеүгә әҙер. Һауа мониторингы бара, 20-гә яҡын осош эшләнде, –тине Илгиз Фәтҡуллин.
Шулай уҡ Илгиз Фәтҡуллин ҡоро йәшен кеүек күренештең хәүефле булыуы хаҡында һөйләне. Әммә төп хәүеф ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән сүп-сарҙы яндырыу булып тора – был 91,6 процент. Хоҡуҡ боҙоусыларға — юридик шәхестәргә штраф һалына, уның күләме 1 миллион һумға тиклем барып етергә мөмкин.
Башҡортостандың иң хәүефле райондары — Урал аръяғы райондары, бынан тыш Белорет һәм Әбйәлил райондарындағы хәл гел иғтибар үҙәгендә. Янғын миҙгеле башынан Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ урман хужалығы территорияһында дөйөм майҙаны 1,4 гектар булған өс урман янғыны теркәлгән.
Башҡортостанда уҙған миҙгелдә ут менән һаҡһыҙ эш итеү буйынса өс енәйәт эше һәм ике меңдән ашыу административ эш ҡуҙғатылған. Туристар, балыҡсылар, хатта сүп-сарҙы яндырыу урындары хужалары ла тәртип боҙоусыға әйләнә, ти Рәсәйҙең Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов ғәйеплеләрҙең тиҙ арала тотолоуҙары тураһында иҫкәртте.
— Сәбәптәре һәр ваҡыт асыҡлана, ғәйеплеләр тотола. Күршегеҙҙең йәки ялланған эшсенең ғәйебе менән зыян күргәнһегеҙ икән, һеҙ өсөнсө яҡ, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Хәүефтәр артыу сәбәпле штрафтар арта. Уҙған миҙгелдә бөтәһе 10 миллион һум күләмендә штраф һалынған, – тип киҫәтте ул.
Белгестәр билдәләүенсә, ғәҙәттә, Башҡортостанда иң хәүефле айҙар — июль аҙағы — август.
Урманға сыҡһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Артығыҙҙан һүндерелмәгән ут ҡалдырмағыҙ, тәмәке ташламағыҙ. Шешә ярсыҡтары ла йыш ҡына янғын сәбәпсеһе була икәнен онотмағыҙ.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.