Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа республикала йәшәгән төрлө диспора вәкилдәре әүҙем ҡатнаша.
Людвиг Зидымаков, “Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе:
– Башҡортостандың Тәтешле районында торам. Урындағы халыҡтың татыу ғаиләһендә йәшәйбеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең мәҙәниәтте, милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлайбыҙ. Даими рәүештә милли байрамдар ойошторабыҙ – бының өсөн барлыҡ кәрәкле әйберҙәр бар. Төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ, ярҙамлашып йәшәй. Был бик мөһим.
Республикала Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға шарттар булдырылған, бөтәһе лә яҡшы үтә. Уны ойоштороусыларға шелтә юҡ. Бер кемде лә мәжбүр итмәнеләр. Милләт графаһында үҙебеҙҙе, әлбиттә, “удмурт” тип күрһәттек. Сарала бөтәһе лә законға ярашлы, граждандарҙың ихтыяры күҙәтелә.
Марина Садиҡова, Башҡортостандың “Яңырыу” поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы:
– Башҡортостанда йәшәгән поляктар диаспораһы ҙур түгел. Әммә беҙҙең миҫалда барлыҡ халыҡтарға туған телдәрҙе һәм мәҙәниәтте, мәҙәниәт-ара аралашыуҙы, уҙаҡташлыҡты, дуҫлыҡты һаҡлауға уңайлы шарттар тыуҙырылыуы сағыла. Үҙәк оҙаҡ йылдар эшләп килә, ә Өфөлә – А. Пенькевич исемендәге Поляк йәкшәмбе мәктәбе, мәҙәниәт киңлегендә “Башҡортостан Республикаһында поляк теле көндәре” проекты яҡшы таныш.
Беҙҙең диаспора вәкилдәре халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты. Сара һәр ҡатламдың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, уңайлы ойошторолған. Барлыҡ этаптарында күҙәтелгән теүәллек, асыҡлыҡ, һис шикһеҙ, иҫәп алыу һөҙөмтәләрендә сағыласаҡ.
Марсель Әсфәндиәров, “Башҡортостан Республикаһының “Евразия” үзбәк милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары:
– Һәр милләт үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үҙебеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк. Беҙҙе бер кем дә ҡайғыртмай, тип уйлау хаталы. Проблемалар һәр ерҙә лә етерлек, әммә беҙгә Башҡортостанда йәшәүе рәхәт һәм тыныс. Өфөләге “Евразия” үзбәк милли-мәҙәни үҙәгендә бергә йыйылып, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, яҡташтарға ярҙам күрһәтәбеҙ, мәҙәни саралар ойошторабыҙ. Йыл һайын мартта Науруз байрамын, шулай уҡ "Былау" фестивален уҙғарабыҙ, беҙҙең милли коллективтар республика буйлап гастролдәргә сыға.
Раиса Зюзько, “Башҡортостан беларустары” йәмғиәте рәйесе:
– Башҡортостанда беларустарҙың бер нисә диаспораһы бар. Мәҫәлән, Иглин районының Балтика, Буденновский, Ленинский ауылдарында. Шунда уҡ беларус мәҙәни үҙәге лә унда бар. Беларустар йәшәгән йорттарҙың дөйөм һаны – 700.
Әгәр беҙҙең районға килһәгеҙ, үҙегеҙҙе Беларусияла йәшәйбеҙ тип тоясаҡһығыҙ – изге һәм асыҡ күңелле кешеләр уратып алып, милли аш-һыу менән ҡунаҡ итер.
Фамилиялар ғәҙәттәгесә: Свистун, Тарасевич, Бугвин. Иҫәп алыуҙа беларустар үҙ милләтен күрһәтә. Әлбиттә, әле башҡорттар һәм татарҙар менән ҡушылған ғаиләләр барлыҡҡа килә, әммә мәҙәниәт һаҡлана. Мәҫәлән, беларустар һалмалы ашты ярата. Шул уҡ ваҡытта өҫтәлдән картуфлы аш-һыу һәм үҙебеҙ эшләгән беларус тәғәмдәре өҙөлмәй.
Бер мәл урындағы милләттәштәрҙән: “Тарихи тыуған илегеҙгә ҡайтырға теләйһегеҙме?” – тип һораныҡ. Улар: “Беҙгә Башҡортостанда рәхәт, бында йәшәү оҡшай”, – тип яуап бирҙе. Ошоноң менән бөтәһе лә аңлашыла.
Василий Гужя, Башҡортостан молдовандарының “Кодру” республика милли мәҙәни үҙәге рәйесе:
– Беҙ ҡыҙыҡлы ваҡытта йәшәйбеҙ – киләсәкте хәл иткән осорҙа. Әле барған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа Башҡортостан молдовандарының бөтәһе лә ҡатнашты. 2010 йылдағы ошондай сара һөҙөмтәһенән күренеүенсә, республикала 1,5 меңдән ашыу милләттәшебеҙ теркәлгән, улар иҡтисадта, мәғарифта, мәҙәниәттә һәм башҡа барлыҡ тармаҡтарҙа эшләй.
Башҡортостан халыҡтарының татыу ғаиләһендә йәшәп, молдовандар үҙҙәренең мәҙәниәтен, телен, милли үҙаңын һаҡлау мөмкинлегенә эйә. Был йәһәттән милли байрамдар ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл һайын яҙҙы ҡаршылау байрамын уҙғарабыҙ, хәҙер ул интернационалға әйләнде. Унда төрлө милләт кешеләре ҡатнаша – молдовандар, рустар, украиндар, башҡорттар, татарҙар һәм үзбәктәр.
Беҙҙең диаспорала “Кодру” молдован ойошмаһының абруйлы ағзаларының юбилейҙарын үткәрелә, шулай уҡ ғаилә һәм туй байрамдарын ойошторабыҙ. Беҙ барлыҡ милли берләшмәләр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, эшмәкәрлегебеҙҙе тарихи ватаныбыҙҙа – Молодовала ла беләләр. Башҡортостан, уның Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто етәкселеге ярҙам итмәһә, бындай уңыштарға өлгәшеү мөмкин булмаҫ ине.
Магомедхабиб Солтанмагомедов, Дағстан милли мәҙәниәтенең Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы:
– Башҡортостанда Дағстан диаспораһына ҡараған 1,5 мең самаһы кеше йәшәй. Ай һайын мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә арналған ижади кисәләр ойошторабыҙ, дағстан байрамдарын үткәрәбеҙ. Тыуған төйәгебеҙ менән бәйләнеш тотабыҙ: Өфөнән самолеттар оса, поездар йөрөй.
Халыҡ иҫәбен алыу ойошҡанлыҡ менән үтә, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар тыумай, ойоштороу ваҡыты ла уңайлы. Шуны ла әйтергә кәрәк, “дағстан” милләте юҡ, Башҡортостанда авар, лезгин, дарғын, ҡумыҡ, лак, табасаран халҡы йәшәй. Башҡортостанда дағстан мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлауға бер нәмә лә ҡамсауламай. Телдәр төрлө, мәҙәниәттәр оҡшаш, ә аралашыу теле – рус. Әлбиттә, балалар һәм ейәндәр мәҙәниәтте һаҡлаһын тип тырышабыҙ, бының өсөн уларҙы Дағстандағы пионер лагерҙарына, этник лагерҙарға ебәрәбеҙ.
Башҡортостанда Дағстан мәҙәни үҙәге 17 йыл эшләй. Беҙ урындағы мәҙәниәт менән бәйләнештәрҙе үҫтерәбеҙ: “Халыҡтар дуҫлығы китапханаһы” сараһын ойошторабыҙ, шулай уҡ дини, башҡа байрамдар үткәрәбеҙ, мәҫәлән, Науруз. Хәҙер ҡатнаш никахтар күп, беҙ төрлө мәҙәниәттәрҙең бер-береһе менән ҡатнашыуын күҙәтәбеҙ, туристик бәйләнештәр үҫешә.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ”.
#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021