Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
12 Ноябрь 2021, 10:43

Һүҙ – иҫәпкә алыусыларға

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эшенә республикала 7431 иҫәпсе йәлеп ителгән. Уларға 14 ноябргә тиклем кеше йәшәгән йәки йәшәү ихтималы булған 1,9 миллион торлаҡ бинаны йөрөп сығыу бурысы тора. Иҫәпкә алыусылар был күләмде үтәү өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙән эш башлай һәм киске сәғәт 10-ға тиклем бурысын атҡара.

Еңел булмаған пандемия шарттарында сарала ҡатнашырға теләк белдергән иҫәпкә алыусылар фекерҙәре менән уртаҡлашты.

 

Гөлсәсәк ШӘЙМӨХӘМӘТОВА, Асҡын районының Упҡанкүл ауылынан иҫәпсе:

– Эшем тамамланыуға табан бара. Ете ауыл буйынса үтергә тейеш 852 кешене теркәп бөттөм тиерлек. Бөгөн ауылыбыҙҙың уңған, өлгөлө ғаиләләренең береһе, күршеләребеҙ Кәбировтарҙан мәғлүмәт алдым. Фәнәүи Вәлим улы менән Вәсимә Әдғәм ҡыҙының бергә йәшәүҙәренә 45 йыл тулған, ғүмерҙәре тырыш хеҙмәттә үтте. Икеһе лә колхозда эшләне. Үҙҙәре кеүек уңған биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өсөһө ауылда йәшәй, шулай уҡ ауыл хужалығында хеҙмәт һалалар. Бөгөнгө иҫәп алыуҙа ҙур ғаиләнең дүрт быуыны ҡатнашты. Ата-әсәһе өйөнә ҡыҙҙары Ләйсән, Гөлнара, улдары Фидан, ейәнсәрҙәре Розалина, Ирина, бүләләре Даниил  йыйылды. Кәбировтар һорауҙарға ихлас күңелдән яуап бирҙе. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылыбыҙҙың яҡшы күңелле, эшсән ғаиләләре менән ихлас аралаштым.

 

Айгөл МӘХМҮТОВА, Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан иҫәпсе:

– Аллаға шөкөр, халыҡ яҡшы ҡаршылай. “Һеҙҙе көтөп утырабыҙ”, тиҙәр. Сәй эсергә лә саҡыралар, тик беҙ рәхмәт әйтеп баш тартып, артабан эште дауам итәбеҙ. Хужалыҡтарҙың күбеһендә булдым. Буш торған йорттар ҙа бар. Ҡайһы берәүҙәр киске сәғәт 6-нан һуң ғына ҡайта, шуға ла уларға кис барырға тура килә. Кешеләрҙең күптәре менән танышмын, шуға ла улар танып, көтөп тора.

Мин икенсе тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашам. 2010 йылда уҙған халыҡ иҫәбен алыуға индергән өлөшөм өсөн миҙал менән бүләкләндем. Шулай уҡ ауыл хужалығын иҫәпкә алыу сараһында ҡатнашырға ла насип итте.

 

Вера ЛОМАНЕЦ, Благовар районының Языково ауылынан иҫәпкә алыусы:

– Көн һайын яңы кешеләр менән танышам, уларҙың нисек Языково ауылына күсеүе тураһында белеү ифрат ҡыҙыҡ. Етмәһә, үҙҙәре ошо хаҡта һөйләй башлай. Бер ғаилә йәш сағында Хабаровск крайында рудниктарҙа эшләгән, Стрижевой ҡалаһында саҡта Языково ауылында йорт һатылыуы тураһында иғлан уҡып, бында йәшәргә килгән. Күсеп килгәс тә ауылды оҡшатҡандар. Икенсе ғаиләнән иһә ире – Молдавиянан, ҡатыны – Үзбәкстандан, Себерҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар, хәҙер Языковола йәшәйҙәр. Халыҡ менән аралашыу яҡшы тойғолар ҡалдыра, уларҙың һөйләшергә ынтылып тороуы күңелгә май булып ята.,

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: