Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
12 Ноябрь 2021, 10:40

Мөһим сара 14 ноябрҙә тамамлана

Ил яҙмышына битараф кеше генә унан ситтә ҡалыр.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланыу алдында тора. Ул илебеҙ тарихында 12-сеһе булып теркәләсәк. Мәғлүм булыуынса, сара бер нисә тапҡыр күсерелде. Алда уҙғарылғандарының да ҡайһы берҙәренең ойоштороу ваҡытын төрлө сәбәптәр арҡаһында күсерергә мәжбүр булғандар. Мәҫәлән, 1987 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 17 йылға һуңыраҡ ойошторолған, сөнки уны уҙғарыу өсөн бюджеттың аҡсаһы етмәгән. Иҡтисади ауырлыҡтарға бәйле, 2000 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһын ике йылға кисектергәндәр. Әле ойошторолған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу еңел булмаған шарттарҙа үтә, әммә ул ҡуйылған маҡсатына өлгәшер, илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеш нигеҙе булыр, тип ышанабыҙ.

Халыҡ иҫәбен алыу, төрлө милләт, һөнәр, тармаҡ, ҡатлам кешеләрен туплап, Рәсәйҙең бөгөнгө хәленең ысын торошон сағылдырған ун йыллыҡ үткәненә ревизия булып тора. Донъялағы иң ҙур дәүләт һаналған Рәсәй өсөн сараның әһәмиәтен аңлаған һәр кеше унан ситтә ҡалмаясаҡ һәм унда ҡатнашыуҙы үҙенең мөһим бурысы тип ҡабул итәсәк.

Халыҡ иҫәбен алыу сараһы илебеҙҙең төрлө милләт вәкилдәренә тамырҙарын барлау йүнәлешендә лә мөһим этәргес булды. Күп милләтле Рәсәй өсөн был айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Был сара – ошо ерҙә ата-бабаларыбыҙҙың йәшәгәнен һәм беҙ ҙә уларҙың дауамы булыуыбыҙҙы иҫбатлауҙың бер юлы ул. Шуға ла илен, милләтен, телен һөйгән һәр кеше был саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Халыҡ иҫәбен алыу – дәүләттең киләсәк сәйәси, социаль-иҡтисади нигеҙе.

“Башҡортостанстат”тың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ иҫәбен алыуҙа дүрт миллион ҡырҡ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Иҫәпкә алынған граждандар һаны буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбендә.

Республика етәкселеге лә сарала ҡатнашты һәм уның мөһимлеген аңлатып сығыш яһаны.  Республика Башлығы Радий Хәбиров һорауҙарға “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша яуап бирҙе.

– Был эш һөҙөмтәһендә республика халҡының киң тармаҡлы структураһын беләсәкбеҙ, шул иҫәптән муниципалитеттар буйынса. Ул ресурстарҙы дөрөҫ билдәләү, халыҡтың сифат, йәш, белем, һөнәри составын аныҡ асыҡлау йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ ҡала һәм ауылдарҙа халыҡтың күсеү динамикаһын күрергә тейешбеҙ. Ун йыл һайын ярайһы уҡ күләмле үҙгәрештәр була. Иҫәп алыу ярҙамында кәрәкле мәғлүмәттәрҙе аласаҡбыҙ. Был бик мөһим. Бюджеттан бүленгән һәр һумдың һөҙөмтәлелеге юғары булырға тейеш. Ә быға беҙ ошо аҡсаның мөмкин тиклем күберәк кешеләргә ярҙамы тейгән осраҡта ғына өлгәшә алабыҙ. Шуға күрә әле иҫәп алыу ҡағыҙҙарын тултыр­мағандарҙы быны мотлаҡ эшләргә саҡырам, – тип социаль селтәрҙә фекер­ҙәре менән уртаҡлашты Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн Күп функциялы үҙәктең Өфөләге офистарының береһен һайлаған. Ул Рәсәй власының дәүләткә идара итеүҙә иҫәп алыуҙы һөҙөмтәле ҡорал рәүешендә ҡулланыуын билдәләне: боронғо замандан һәм Петр I идаралығынан алып совет осорона тиклем. Уның әйтеүенсә, халыҡ иҫәбен алыуҙағы барлыҡ һорауҙарға яуаптар дәүләт сәйәсәтен, төбәктәр менән муниципалитеттар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ һәм һөҙөмтәле алып барыуға булышлыҡ итәсәк.

– Халыҡ иҫәбен алыуҙа әлегәсә ҡатнашмағандарға мөрәжәғәт итәм: был бурысты тиҙ арала атҡарып ҡуйығыҙ. Теркәлеүҙең төрлө ысулдары бар, “Дәүләт хеҙмәттәре” айырыуса уңайлы, – тине Александр Сидякин.

Әйтергә кәрәк, актерҙар, йырсылар, спортсылар һәм республикабыҙҙың башҡа билдәле кешеләре халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә сара буйынса фекерҙәрен дә уртаҡлашты, теркәлеүҙе нисек уңайлы үтергә мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, биатлон буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудов телефон аша теркәлгән. 

– Мин аңлауымса, халыҡ иҫәбен алыу беҙҙең төбәктә нисә кеше булыуын һәм улар ниндәй шарттарҙа йәшәүен белергә ярҙам итә. Ошо һандар нигеҙендә республика бюджеты, дәүләт ярҙамы, кеше тормошон, именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән инфраструктураны үҫтереү өсөн федераль программалар билдәләнә. Иҫәп алыу һөҙөмтәһендә беҙҙең дауаханаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, башҡа мөһим федераль кимәлдәге саралар күрелә.

Иҫәпкә алыусы беҙҙе өйҙә тап итә алманы. Почта ҡумтаһында белдереү ҡағыҙы ҡалдырғандар. Мин күрһәтелгән һанға шылтыраттым һәм телефон аша сарала ҡатнаштым, бик уңайлы, – тине спортсы.

Ғөмүмән, халыҡ иҫәбен алыу еңел шарттарҙа бармаһа ла, уны ойоштороусылар һәр кеше ҡатнашһын өсөн мөмкинлектәр булдырған. Әлегә тиклем теркәлеп өлгөрмәһәгеҙ, Башҡортостан биләмәһендә 1235 халыҡ иҫәбен алыу участкаһы эшләй. Уларҙың адрестары һәм телефондары https://bashstat.gks.ru/populationcensus2020 сайтында, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре сайтында ҡуйылған.

Махсус “ҡыҙыу линия” эшләй –– 8 800 347 11 02. Унда шылтыратһағыҙ, һеҙгә уңайлы иҫәп алыу участкаһын табырға ярҙам итәсәктәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамлана. 

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Шоңҡар” журналы мөхәррире:

– Быйыл Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашыу уңайлы. Мәҫәлән, мин быны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үтәнем. Бик еңел, порталға инәһең дә тиҙ генә һорауҙарға яуап бирәһең. Иң мөһим өс һорау – 13-сө, 14-се һәм 16-сы пункттарҙа: “Туған телең ниндәй?”, “Көндәлек шарттарҙа ниндәй телдә аралашаһың?”, “Милләтең, үҙеңде кем тип һанайһың?” Әлбиттә, үҙемдең башҡорт телендә аралашыуымды, туған телем “башҡорт теле” икәнен һәм “башҡорт” милләте вәкиле булыуымды билдәләнем.

Мин уйлайым, һәр кем сарала ҡатнашырға тейеш, сөнки был киләсәк өсөн кәрәк. Бөгөн, бәлки, уның әһәмиәтен аңлап етмәйбеҙҙер, әммә киләсәгебеҙ өсөн ул мөһим. Глобалләшеү шарттарында бөтә нәмә үҙгәрә, шул тиклем алмашыныуҙар бара һәм, бәлки, 100 йылдан һеҙҙең вариҫтарығыҙ ата-бабалар тураһында яҡшыраҡ мәғлүмәт эҙләйем тиһә, нәҡ ошо сығанаҡтар уларға ҙур файҙа килтерер, нигеҙ булып торор. Икенсенән, туған телебеҙҙең йәшәйеше, ҡулланылышы, шул телдәге халыҡтың йәшәүе һәм уның һаны тураһында белдерергә тейешбеҙ.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: