Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һуңғы һандар менән уртаҡлашты. Уның белереүенсә, беҙҙә халыҡ һаны артҡан һәм 4,1 миллионды тәшкил итә.
– Бик мөһим һәм ҙур сара тамамланды. Алдыбыҙға бик ҙур дәүләт бурысы ҡуйылғайны, ул үтәлде. Иҫәп алыуҙы бик ентекле үткәреү сәбәпле, беҙ арттыҡ, 4,1 миллиондан ашып киткәнбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был сарала ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Иҫәп алыусылар ҙур эш башҡарҙы, уларға айырым рәхмәт.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, Башҡортостан иҫәп алыуҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде.
– Бөгөн ҙур ышаныс менән шуны әйтергә була: республиканың бар халҡы һәм башҡа иҫәпләнергә тейеш кешеләр иҫәп алыуҙа ҡатнашты. Беҙ халыҡ һаны буйынса илдәге етенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ. Тик ошо кампания ғына тулы картинаны күрһәтә ала, дөйөм һандарҙы дөрөҫ итеп еткерә, – тине Әкрәм Ғәниев. – Беҙ быйыл республикаға ҡайтҡан һәм үҙҙәренең фатирҙарында йәки йорттарында йәшәгән, әммә элекке урыны буйынса теркәлгән күп кенә “себер” пенсионерҙарын да асыҡланыҡ.
Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, һанлы технологиялар кисә генә тамамланған иҫәп алыу эшен тиҙләтте һәм ябайлаштырҙы. Улар ярҙамында иҫәп алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре апрелдә үк билдәле буласаҡ. Ә тулы һандар киләһе йылдың аҙағында әйтеләсәк. Элегерәк бының өсөн өс-дүрт йыл ваҡыт кәрәк ине.
Башстат етәксеһе төбәк киң матбуғат сараларының әүҙемлеген дә билдәләп китте. Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу барышы тураһындағы материалдар һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү менән Ростов өлкәләренән генә ҡалышып, өсөнсө урынды яулаған.
– Был уңышта ҙур ролде мәғлүмәт-аңлатыу эше уйнаны. Республика өсөнсө урынды яуланы. Бында башҡорт һәм башҡа халыҡтар телендәге мәғлүмәттәр иҫәпләнмәгән әле, сөнки мәғлүмәт автоматик рәүештә асҡыс һүҙҙәр буйынса формалаша, – тине ул.
Бынан тыш Әкрәм Ғәниев эске эштәр системаһына ла рәхмәт әйтте. Министрлыҡ аппаратынан алып участка вәкилдәренә тиклем үҙ эшен аныҡ һәм һөҙөмтәле башҡарған.
– Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик ҙур эш башҡарылды. Уның һөҙөмтәләре менән барлыҡ власть органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәре файҙалана аласаҡ. Бында ҙур дәүләт программаларын эшләүҙән башлап, айырым инфраструктура объекттары: юлдар, мәктәп, дауаханалар һәм башҡаларҙы төҙөүгә тиклем ҡарарҙар инә, – тине етәксе. – Республика етәкселегенә, министрлыҡ һәм ведомстволарға, хакимиәт башлыҡтарына ҙур рәхмәт. Командалы берҙәм эшмәкәрлек арҡаһында беҙ бик күп мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итә алдыҡ.
Фото: susnov.ru