Илебеҙ, республикабыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Пандемияға бәйле ҡайһы бер ауырлыҡтар тыуһа ла, хәҙер инде “республикала сара уңышлы үтте” тип ҡыйыу әйтә алабыҙ, сөнки өлгәшелгән күрһәткестәр буйынса Башҡортостан – илебеҙҙә иң яҡшы ун төбәк исемлегендә.
– Һеҙгә һәм ил, иҡтисад, социаль өлкә өсөн бик мөһим эште үткәргән командаға эште уңышлы тамамлауығыҙҙы теләйем. Ҙур рәхмәт, – тине Владимир Путин, иҫәпкә алыу сараһын ойоштороуға юғары баһа биреп.
Павел Малков әйтеүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһының төп этабы бар яҡлап та – социаль-иҡтисади, эпидемиологик, сәйәси һәм ойоштороу йәһәтенән ауыр шарттарҙа үтһә лә, әммә маҡсатҡа өлгәшелгән.
15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барған сарала бөтәһе 133,5 миллион кеше теркәлгән, йәғни илебеҙҙә йәшәгән халыҡтың 91,5 проценты, ә барып етеүе ауыр булған төбәктәрҙә иҫәпкә алыу кампанияһы 20 декабргә тиклем дауам итә. Мөһим сараны ойоштороуҙа Президент Хакимиәтенән алып, барлыҡ федераль власть органдары, сәйәси партиялар, йәмәғәт һәм дини ойошмалар ярҙам иткән.
Халыҡ иҫәбен алыу тәү сиратта Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың бөгөнгө йәшәйешен теүәл һәм дөрөҫ белеү маҡсатында уҙғарыла. Шуға ла ойоштороусылар уны ғәҙел үткәреүгә айырыуса иғтибар бирҙе – барлыҡ мәғлүмәт сарала ҡатнашыусы һүҙҙәренән яҙылды, уларға бер кем дә күрһәтмә бирмәне, яуаптарҙы ла әйтмәне. Кешеләр һорауҙарға уйлап яуап бирһен, ҡабаланмаһын һәм һаулығына зыян килтермәйенсә ҡатнашһын өсөн иҫәпкә алыу ваҡыты ла оҙайтылды – элек ун көн барһа, был юлы бер айға һуҙылды.
Республикала иҫәпкә алыусыларҙың намыҫлы һәм ғәҙел эшләүен 1235 контролер даими тикшереп торҙо. Әйткәндәй, мөһим сара барышында журналистар ҙа, ойоштороусылар менән осрашып, иҫәпкә алыу барышы хаҡында даими ҡыҙыҡһынды. Мәҫәлән, беҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауыл биләмәһенә барып, контролер Рәмзиә Ҡунаҡаеваның эше менән таныштыҡ.
– Минең төп бурыс – иҫәпселәрҙең эшен күҙәтеү, һандарҙы тикшереү, отчеттар әҙерләү. Иҫәпкә алыу буйынса һорауҙар тыуһа, уларҙы хәл итәбеҙ. Теркәү сараһы уҙғас, иҫәпкә алыусы дөрөҫ мәғлүмәттәр индергәнме-юҡмы тип контроль тикшереү уҙғарабыҙ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ул.
“Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” – илебеҙ тарихындағы тәүге һанлы иҫәп алыу кампанияһы. Һәр иҫәпсегә Рәсәйҙә етештерелгән һәм “Аврора” операция системаһы менән тәьмин ителгән компьютер-планшет бирелде. Улар респонденттан алған мәғлүмәттәрҙе шунда уҡ планшетҡа теркәп барҙы. Был эште күпкә еңеләйткән, сөнки элек иҫәпсе һәр һанды ҡара ручка менән тултыра ине, ә хәҙер бар процесс автомат рәүешендә атҡарыла, тупланған мәғлүмәт шунда уҡ үҙәккә китә, отчет тапшырыу ҙа ябайлаштырылған.
Билдәле булыуынса, был юлы, алдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияларынан айырмалы рәүештә, сарала ҡатнашыуҙың өс ысулы тәҡдим ителде – иҫәпкә алыусы ярҙамында үҙ йортоңда ҡатнашырға, халыҡ иҫәбен алыу участкаһына килергә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һорауҙарға яуап бирергә мөмкин ине. Беренсе осраҡта иҫәпселәр, элекке замандағы кеүек, йорттар буйлап йөрөнө, улар бланктарҙы планшет ярҙамында тултырҙы. Икенсе ысулды һайлағандар иһә иҫәп алыу участкаһына (улар республикала 1235 булды) йәки Күп функциялы үҙәккә барып теркәлде, шулай уҡ уларға ирекмәндәр ҙә ярҙам итте. Өсөнсө осраҡта “Дәүләт хеҙмәттәре” аша теркәлеү мөмкинлеге бирелде. Тәүҙә был ысулды файҙаланыу мөҙҙәте 8 ноябргә тиклем билдәләнде, аҙаҡ уны 14 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде. Ысынлап та, ҡулланылған заманса алым һорауҙарға яуап биреүҙе күпкә еңеләйтте, тиҙ һәм хәүефһеҙ үтеү мөмкинлеген биргән уңайлы ысул булыуын иҫбатланы. Республикала халыҡтың 10 проценттан ашыуының “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
Халыҡ иҫәбен алыу йәмәғәтселектең етди күҙәтеүендә үтте, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Павел Малков белдереүенсә, “Росстат”тың “ҡыҙыу линия”һына 70 меңдән ашыу шылтыратыу булған, социаль селтәрҙән 650-нән ашыу хәбәр килгән һәм уларҙың 15 меңдән ашыуы иҫкәртмә менән булған. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә бәйле килеп тыуған хәлдәрҙе, аңлашылмаусылыҡтарҙы тикшереү һәм күҙәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо.
– Эш ваҡытында 40 шылтыратыу алдыҡ. Уларҙың барыһы ла тиерлек мәғлүмәт төрөндәге һорауҙар ине. Кешеләрҙе “Ҡайҙа иҫәп алыуҙа ҡатнашырға мөмкин, бер урында теркәлеп, икенсе ерҙә йәшәгәндә нимә эшләргә, иҫәп алыусы теркәгәндәрҙе тикшереп буламы?” кеүек һорауҙар борсой ине. Уларҙың барыһына ла яуап бирҙек. Иҫәп алыусылар граждандарҙың хоҡуғын боҙоу осрағын теркәмәне, – тип билдәләне социаль селтәрҙә Татар конгресы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов.
Эксперт белдереүенсә, халыҡ өсөн иҫәп алыу уңайлы үтһен өсөн республикала бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан иҫәпкә алыуҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Тәүге яҡынса мәғлүмәттәр төбәктә был сарала 4,1 миллиондан ашыу кешенең ҡатнашыуы тураһында һөйләй, ә 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 4 072 102 кеше теркәлгән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге аҙналыҡ кәңәшмәлә мөһим кампанияға айырыуса туҡталды.
– Бик әһәмиәтле һәм ҙур сара тамамланды. Был ҙур дәүләт бурысы ине һәм ул үтәлде. Иҫәпкә алыуҙы бик ентекле үткәреүебеҙ һөҙөмтәһендә беҙ 4,1 миллион кешенән артып киттек, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы эште яҡшы ойошторған статистика хеҙмәткәрҙәренә һәм сарала ҡатнашҡан һәр кешегә рәхмәт белдерҙе.
– Бөгөн республиканың бөтә халҡы һәм башҡа теркәлергә тейеш кешеләр иҫәпкә алыуҙа ҡатнашты, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ. Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан илдә етенсе урынды һаҡлап ҡалды. Бары иҫәп алыу ғына дөйөм һанды, тулы күренеште күрһәтә ала. Беҙ республикаға ҡайтҡан, үҙ йорттарында һәм фатирҙарында йәшәгән, әммә элекке урындарында теркәлеүҙе һаҡлаған күп кенә “себер” пенсионерҙарын иҫәпләнек, – тип уртаҡлашты Әкрәм Ғәниев.
Фараздар буйынса, Башҡортостан халҡы иҫәпкә алыу һөҙөмтәһе буйынса мигранттар, вахтасылар, “себер” пенсионерҙары иҫәбенә генә түгел, шулай уҡ студенттар иҫәбенә лә арта. Күп йәштәр республикала ҡала. Бынан тыш, сит төбәктәрҙән уҡырға килгән йәштәр ағымы ла күҙәтелә.
Ғөмүмән, халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу эше төрлө һөнәр кешеләрен тупланы. Сараны үткәреүҙә киң мәғлүмәт сараларының да өлөшө ҙур булды. Республиканың халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы барышын яҡтыртыу буйынса ла тәүге өсәү иҫәбенә инеүе ошо хаҡта һөйләй, беҙ Мәскәү һәм Ростов өлкәләренән һуң өсөнсө баҫҡыста торабыҙ.
– Уңышҡа өлгәшеүҙә мәғлүмәт-аңлатыу эшенең өлөшө ҙур. Киң мәғлүмәт саралары әүҙемлеге буйынса республика төбәктәре араһында өсөнсө урында. Мәғлүмәт иҫәбенә башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың телендә сыҡҡан мәҡәләләр инмәгән, сөнки был күрһәткестәр сығанаҡ һүҙҙәр буйынса автомат рәүешендә туплана. Әлегә тиклем граждандарҙан, шулай уҡ иҫәпселәргә йүнәлтелгән рәхмәт һүҙҙәре һәм шылтыратыуҙар килеүен дауам итә. Был иһә Башҡортостан халҡының киң мәғлүмәтле булыуы тураһында һөйләй, – тине Әкрәм Ғәниев.
Бер ай барған сараны уҙғарыуға меңдәрсә кеше – республика етәкселеге, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ҡала һәм район муниципаль хакимиәте башлыҡтары, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, иҫәпселәр, контролерҙар һәм ирекмәндәр йәлеп ителде.
Мәғлүм булыуынса, ирекмәндәр иҫәп алыу сараһында беренсе тапҡыр ҡатнашты. Ғөмүмән, Рәсәй буйынса – 25 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан 600-ҙән ашыу ирекмән сараға йәлеп ителде. Улар эш көнөндә генә түгел, хатта байрам, ял ваҡытында ла участкаларҙа халыҡҡа иҫәпкә алыу сараһының мөһимлеге, нисек ҡатнашырға кәрәклеге буйынса аңлатыу эше алып барҙы. Ошондай еңел булмаған заманда мөһим сараны ойоштороуҙа ихлас ҡатнашҡан, һәр кемгә ярҙамға ашыҡҡан илһөйәр ирекмәндәр һоҡланыу тыуҙырҙы.
Ғәмәлдә, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша теркәлеү мөмкин булһа ла, халыҡтың төп өлөшө, элекке ғәҙәт буйынса, йорттарында иҫәпсене көтөп алды. Шуға ла халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында иҫәпсе төп хәл иткес ролде үтәне. Нәҡ улар, төп мәғлүмәт йыйыусы булараҡ, һәр йорт хужалығына килеп, иң ауыр эште башҡарҙы. Республикала 7431 иҫәпсе бер ай дауамында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 10-ға тиклем ялһыҙ эшләне.
Ойоштороусыларға иҫәпселәрҙе һайлап алыуы еңелдән түгел. Әлбиттә, иҫәпкә алыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр күп булғандыр, әммә был юлы халыҡ менән уртаҡ тел тапҡан, компьютерҙа эшләй белгән, коронавирусҡа ҡаршы прививкалы кешеләргә өҫтөнлөк бирелде. Улар араһында тәжрибә туплағандары ла, беренсе тапҡыр ҡатнашҡандары ла бар ине, әммә, иң мөһиме – һәр кем алдына ҡуйған маҡсатҡа өлгәште.
Мәҫәлән, Благовещен районынан Ирина Новокшонованы хаҡлы рәүештә иҫәпкә алыу кампанияһының ветераны һәм иҫәпселәр араһында герой тип әйтергә мөмкин. Ул үҙ ғүмерендә етенсе тапҡыр үҙенә ышанып тапшырылған участкала эшләне. Ирина – һөнәре буйынса урмансы, әлеге мәлдә ауыл почтальоны. Ауылдаштары менән һәйбәт мөнәсәбәттә, шуға ла уға кешеләр менән уртаҡ тел табыу еңел. Ирина Анатольевна һәр кемдең йөрәгенә асҡыс табыу юлдары, ысулдары менән яҡшы таныш, шуға күрә был юлы ла ул үҙ бурысын еренә еткереп үтәне.
– Әгәр ҙә кешенең һөйләшкеһе килмәгәнен тойһам, “икенсе тапҡыр киләм” йәки уның телен асырға, һөйләштерергә тырышам, – тип тәжрибә уртаҡлашты Ирина Новокшонова.
Ауыл ерендә иҫәпсе менән һәр кеше таныш, ә бына ҡалала эшләгәндәргә икеләтә ауырға тура килде, сөнки улар үҙҙәре лә респонденттарҙы белмәй, йорттарға, фатирҙарға эләгеүе ауыр, ҡайһы берәүҙәр ишектәрен асмай, коронавирусҡа һылтанып, һөйләшергә теләмәй, ҡайһы берәүҙәр йә эштә, йә ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Ошондай ауыр шарттарҙа кәртәләрҙе йырып сығырға тура килде иҫәпселәргә. Әммә улар төшөнкөлөккә бирелмәне, алдарына ҡуйылған бурысты атҡарыуға өлгәште, шуға күрә улар тәғәйен эш хаҡын да аласаҡ. “Росстат” етәксеһе Павел Малков әйтеүенсә, иҫәпсе эш ваҡытында ауырып киткән булһа ла, алда эшләгән көндәре өсөн хеҙмәт хаҡын аласаҡ.
Павел Малков белдереүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланһа ла, статистика хеҙмәткәрҙәре өсөн яуаплы эш дауам итә – мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү бурысы тора.
– Иҫәпкә алыуҙың тәүге этабы тамамланды. Ул ябай булмаған шарттарҙа үтһә лә, беҙ маҡсатҡа өлгәштек. Хәҙер икенсе осоро башлана – мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү сараһы. Баһалауҙар, таҙартыуҙар – был эштәр ҙә, мәғлүмәт йыйыуҙағы кеүек, мөһим.
Нимә ул эшкәртеү? Беҙҙең алда ниндәй маҡсат тора? Хәҙер дүрт сығанаҡтан – иҫәпселәр йыйған, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тупланған, махсус контингенттың (хәрбиҙәр, төрмә һәм башҡа махсус учреждениелар) һәм административ, йәғни башҡа власть органдарының иҫәп мәғлүмәттәрен эшкәртеү бурысы тора. Һуңғы ваҡытта халыҡтың 99 процентын иҫәпкә алыу тураһында киң мәғлүмәт сараларында күп һөйләйҙәр. Был иһә халыҡ иҫәбе түгел, ә бары мәғлүмәттәрҙе йыйыу буйынса эште ойоштороу планын үтәү проценты, – тип белдерҙе Павел Малков тәүге йомғаҡлау кәңәшмәһендә.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев билдәләүенсә, һанлы технологиялар эште ойоштороуҙы тиҙләткән һәм ябайлаштырған. Заман алымын ҡулланыу иҫәпкә алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләрен – апрелдә, ә һуңғы һандарҙы 2020 йылдың аҙағында белеү мөмкинлеген бирә. Элек һөҙөмтәләр сығарыуға өс-дүрт йыл талап ителгән.
Иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре иҡтисадты, социаль процесты дөрөҫ планлаштырыуға булышлыҡ иткән көнүҙәк һандарҙы алыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ белем кимәле, телдәрҙе белеү тураһындағы мәғлүмәт милли, мәғариф, тел һәм мәҙәни өлкәләге сәйәсәтте ойоштороуға йоғонто яһаясаҡ.
“Ҡыҫҡа ваҡытта ҙур эш башҡарылды, барлыҡ власть һәм урындағы үҙидара органдары уның һөҙөмтәләрен файҙаланасаҡ – киң күләмле дәүләт программаларын һәм проекттарын әҙерләүҙән алып, юл, мәктәп, дауахана һәм башҡа айырым инфраструктура объекттарын төҙөү тураһындағы ҡарар ҡабул итеүгә тиклем”, – тип белдерҙе Әкрәм Ғәниев.
Әлбиттә, хәҙер инде халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға өгөтләү кәрәкмәй – дәүләт кимәлендәге сара артта ҡалды. Иң мөһиме – ил, республика, милләт һәм үҙенең тарихын яҙыуҙа ҡатнашҡан һәр кеше киләсәкте төҙөүгә тос өлөш индерҙе. Үҫеп килгән быуын киләсәктә был өлөшөгөҙҙө, аңлы аҙымығыҙҙы лайыҡлы баһалар.
Римма ҮТӘШЕВА, Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге етәксеһе:
– Халыҡ иҫәбен алыу юғары кимәлдә үтте. Һөҙөмтәле эшләүгә “Росстат” хеҙмәтенең һәм иҫәпселәрҙең әҙерлеге, кешеләргә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша теркәлеү мөмкинлегенең бирелеүе лә йоғонто яһаны. Мәҫәлән, беҙ ирем менән “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ күптәр өйҙә иҫәпсенең һорауҙарына яуап бирҙе. Пандемияға бәйле “каникул” мәлендә кешеләрҙең күпселеге өйҙәрендә ултырҙы. Был да күптәрҙе теркәү мөмкинлеген бирҙе.
Шуны ла әйтер инем, ауыр мәл булһа ла халыҡ, нәҫелде дауам иттереүҙең кәрәклеген аңлап, тыуым арттырҙы. Был да яҡшы. Беҙҙең республикала 4,1 миллиондан ашыу кешенең ҡатнашыуы – бик яҡшы күрһәткес. Артабан да үҫәсәкбеҙ, халыҡ һанын арттырасаҡбыҙ һәм, иң мөһиме, һаулыҡты һаҡлау йүнәлешендә эшләйәсәкбеҙ.
Андрей ҒАРИФУЛЛИН, Башҡорт дәүләт университетының социология һәм йәштәр менән эшләү кафедраһы мөдире, социология фәндәре кандидаты, доцент:
– Был беренсе һанлы иҫәпкә алыу. Уның төп үҙенсәлеге – кешеләргә бер нисә вариант тәҡдим ителеүе. Күп функциялы үҙәк, “Дәүләт хеҙмәттәре” сайты аша йәки элеккесә, өйҙән сыҡмайынса, иҫәпсе ярҙамында мәғлүмәттәрҙе теркәтеү мөмкин булды. Һанлы иҫәп алыуҙа яуаптар шунда уҡ дөйөм мәғлүмәт базаһына барҙы һәм уның аша ҡайһы муниципалитетта күпме кеше ҡатнашыуын күҙәтеп барыу мөмкинлеген тыуҙырҙы. Ойоштороусылар, сарала ҡатнашмаған адрестарҙы күреп, иҫәпселәрҙе уларға ебәреү буйынса эште көйләне. Дөрөҫ иҫәп менән алып барылған эш яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүгә йоғонто яһаны. Һанлы иҫәпкә алыу булмаһа, иҫәпселәргә эшләү күпкә ауырыраҡ булыр ине, ә төбәп алып барылған эш маршруттарҙы дөрөҫ төҙөргә ярҙам итте.
Ғөмүмән, сараны ойоштороуҙа ҡулланылған өс канал халыҡ иҫәбендә күпселеккә ҡатнашыу мөмкинлеген бирҙе, шуға ла бындай алымды артабан да ҡулланырға кәрәк.
Камил РАМАЗАНОВ, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы, техник фәндәр докторы, профессор:
– Башҡортостандың Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса етенсе урынды һаҡлап ҡалыуына бер нисә фактор йоғонто яһаһа ла, уларҙың иң мөһимдәренең береһе – халыҡтың бүтән төбәктәргә китеү осраҡтарын туҡтатыуға өлгәшеү. Коронавирус пандемияһы ла был процесты әкренәйтеүгә йоғонто яһаны.
Иҫәпкә алыуҙа һанлы технологияларҙы файҙаланыу һәм халыҡтың компьютер белеменең үҫеше мәғлүмәтте йыйыуҙа һан һәм сифат күрһәткестәрен яҡшыртты, хеҙмәт һәм уҡыусы мигранттарҙың дөрөҫ һанын сығарыуға булышлыҡ итте. Студенттар һанының артыуы иҫәбенә халыҡ структураһында йәштәрҙең күбәйеүенә йоғонто яһаны. Был хаҡта уҡыуға ҡабул итеү күрһәткестәре һөйләй. Мәҫәлән, 2019/20 уҡыу йылында республикала 10191 бюджет урыны булһа, 2021/22 уҡыу йылында ул 13785-кә етте. Был арттырылған бюджет урындарында уҡыған студенттарҙың төбәктән ситтә уҡыуҙары ла ихтимал ине, әммә улар республикала ҡалды. Шулай уҡ коммерция нигеҙендә белем алғандар һаны ла арта, тимәк, мәғариф учреждениелары уңайлы шарттар тыуҙыра алған һәм халыҡтың түләп уҡытыу мөмкинлеге лә бар. Беҙгә Алыҫ Көнсығыштан һәм Себерҙән уҡырға килгән студенттарҙың да артыуы күҙәтелә.
Илдар ҒӘБИТОВ, Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты:
– Пандемия күптәрҙе өйҙә ултырырға мәжбүр итте. Пандемия арҡаһында күп белгестәр һәм студенттар сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡайтты. Күптәрҙең республиканан ситкә китмәйенсә эшләү һәм ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге тыуҙы. Ғөмүмән, Башҡортостанда үҫеп, ситтә йәшәһәләр ҙә, эшләһәләр ҙә, улар беҙҙеке булып ҡалды. Һуңғы ваҡытта республикалағы ыңғай социаль-иҡтисади күренештәр күҙәтелә, шуға ла күп яҡташтарыбыҙ Башҡортостанға күпләп ҡайта башланы, шул иҫәптән “себер” пенсионерҙары ла, сөнки уларға ла бүтән төбәктә йөрөгәнсе тыуған ерҙәрендә йәшәү уңайлыраҡ.
Рәмилә МУСИНА.