Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
3 Июнь 2022, 13:58

Башҡортостанда халыҡ күбәйгән

Иҫәп алыу кампанияһының яҡынса йомғаҡтары.

ural-rb.ru
Фото:ural-rb.ru

Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының тәүге йомғаҡтары билдәле булды. Уға ярашлы, Башҡортостан Рәсәйҙең иң күп халыҡлы төбәктәренең береһе тип танылған. Был яңылыҡты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Шуныһын билдәләргә кәрәк, әле тулы һандар билдәле түгел. Шулай ҙа яҡынса мәғлүмәт бар. 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата Рәсәйҙә даими рәүештә йәшәгән 147,2 миллион кеше теркәлгән. 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре менән сағыш­тырғанда 2,05 миллион кешегә йәки 1,4 процентҡа үҫеш бар.

Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһы субъ­екттары араһында, Мәскәү­ҙән (13,010 миллион кеше), Мәскәү өлкәһенән (8,532 миллион кеше), Краснодар крайынан (5,838 миллион кеше), Санкт-Петербургтан (5,602 миллион кеше), Свердловск өлкәһенән (4,269 миллион кеше) һәм Ростов өлкәһенән (4,201 миллион кеше) ҡала, етенсе урынды биләй.

Шулай итеп, Башҡортостанда 4 миллион 91 мең кеше йәшәй. Был – Волга буйы федераль округында иң ҙур күрһәткес. Кешеләрҙең 2,530 миллионы ҡалаларҙа йәшәй, 1,561 миллионы – ауылдарҙа. Волга буйы федераль округында бөтәһе 28,943 миллион кеше теркәлгән, уларҙың 20,877 миллионы – ҡалаларҙа, 8,066 миллионы – ауылдарҙа.

Әйткәндәй, Волга буйы федераль округы халыҡ иҫәбе буйынса илдә, Үҙәк федераль округтан ҡала, икенсе урында тора, был төбәктәрҙә 40 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур өсәү исемлегендә һуңғы урында Себер округы – 16,8 миллион кеше.

– Күрһәткестәр насар түгел. Беҙ һуңғы ике-өс йылда миграция ағымдары үҙгәрешен теркәйбеҙ. Хеҙмәт миграцияһы буйынса ситкә киткәндәргә ҡарағанда килгәндәр күберәк булды. Шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар сальдоһы ла оҙайлы йылдар дауамында беренсе тапҡыр ыңғай күрһәткес бирҙе. Ике меңдән ашыу студент Башҡортостанға килеп уҡый башлаған, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең республика Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса етенсе урында, ләкин шул уҡ мәлдә барыһы ла яҡшы белә: төп күрһәткес – тыуым, ә ул кәмей. 2020-2021 йылдар йомғаҡтары буйынса, бигерәк тә коронавирус инфекцияһы арҡаһында беҙҙә үлем осраҡтары күп булды. Төп бурыс – тыуым күрһәткесен арттырыу.

Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы йомғағы 2022 йылдың 31 декабрендә билдәле буласаҡ. Статистар белдереүенсә, әлегә һандар яҡынса һәм уларҙың бер ни тиклем үҙгәреүе бар.

Гөлдәр ӘХМӘТОВА, Башҡорт­остан Стратегик тикшеренеүҙәр институты Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты:

 

– Башҡортостан һуңғы йылдарҙа йәшәү һәм эшләү өсөн күркәм төбәккә әүерелде. Был ыңғай миграция сальдоһы аша күҙәтелә.  2021 йылдың ғинуар-декабрендә республика буйынса халыҡтың дөйөм миграция үҫеше 14 879 кеше тәшкил иткән. Төбәктең йәлеп итеүсәнлеге яңы эш урындары булдырыу, эш хаҡы үҫеше, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән тәьмин ителә.

 

Азамат БАРЛЫБАЕВ, Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге, Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, иҡтисад фәндәре кандидаты:

 

– Республикала яңы эш урындарын булдырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Ситкә киткәндәр һанын ҡыҫҡартыу һәм эш урындарын күбәйтеү маҡсатында төбәктә биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе булдырылды. Шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, 11 индустриаль парк һәм ете технопарк ойошторолдо.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: