Парктағы эскәмйәлә йәш ҡатын түгелеп илап ултыра. Был ваҡытта аллея буйлап өс тәгәрмәсле велосипедта бәләкәй малай китеп бара. Ул, ҡатынды йәлләп, эргәһендә туҡтай.
– Ой, бәпесем, һин аңламаҫһың ул, – тип ҡул һелтәй йәш ҡатын.
Малайға ул нығыраҡ илай башлаған төҫлө тойола. Төпсөнөбөрәк һораша:
– Һинең берәй ерең ауыртамы әллә, шуға илайһыңмы? Үҙемдең уйынсығымды бирәйемме?
Бындай һүҙҙәрҙән һуң ҡатын үкереп иларға тотона:
– Ой, малай, минең бит берәүгә лә кәрәгем юҡ, мине бер кем дә яратмай...
Бәләкәс уға текләп ҡарай ҙа:
– Ә һин ысынында бөтәһенән дә һораныңмы һуң? – ти...