Күптән күрмәгән әхирәтем Әминә менән көтмәгәндә осраштыҡ, үҫмер саҡта харап серҙәш була торғайныҡ. Вәт, ғүмер, биш йыл күрешмәгәнбеҙ икән. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, иҫке дуҫ яңы бишәүҙән ҡәҙерлерәк була, тигәндәре дөрөҫтөр. Тик был юлы мин уға бер кәңәш тә бирә алманым, дөрөҫөрәге, күңелен ҡыйыуҙан ҡыйынһындым.
“Һаман да шул дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләйем. Мәхмүт менән танышҡанға тиклем көндәрҙең барыһы ла бер иш ине - эштән - өйгә, өйҙән - эшкә... Бөтәһе лә ошо ҡупшы егет дежур табип булып эшкә килгәс үҙгәрҙе, - тип башланы һүҙен Әминә. - Ул миңә иғтибар күрһәтер тип бөтөнләй уйламаным: тулы кәүҙәлемен, сибәрмен тип тә маҡтана алмайым. Әлбиттә, тәүҙә уның ихласлыҡ менән миңә ярҙам итеүенә, машинаһында өйгә илтеп ҡуйыуына бер аҙ аптыраным. Киноға саҡырғас, ҡаршы килмәнем. Үҙемде бәхеттең етенсе ҡатында итеп тойҙом!
Бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң ул мине шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәр әйтте: өйләнгән! Имеш, бына биш йыл инде эт менән бесәй кеүек йәшәйҙәр, балалары юҡ, өйҙә йәм дә, ҡыҙыҡ та юҡ. Ә минең менән күңелле, йәнәһе, рәхәт. Үҙемә лә ул бик оҡшай, бындай сибәр, иғтибарлы егеттең осрағаны ла булманы. Бер генә етешһеҙлеге бар: ҡатынлы...
Икеләнеүҙәремде көтөлмәгән осраҡ хәл итте. Ҡалалағы гипермаркеттарҙың береһендә таныш тауышты ишетеп боролһам – Мәхмүт! Эргәһендә зифа буйлы, затлы кейемдәге һылыу ҡатын. Рәхәтләнеп көлөшәләр, ҡосаҡлашалар. Исеме менән өндәшкәс, ҡатыны менән килеүен аңланым.
Ғәрлегемдән ер аҫтына төшөп йәшеренергә лә риза инем ул саҡта. Таҫма телле, юха ирҙең ҡылығын аңлай алмайым: шундай һылыу ҡатының булып, ниңә ситтә роман ҡорорға кәрәк булды икән? Иртәгә уның күҙенә нисек күренергә? Һөйәркә статусы һис тә ҡәнәғәтләндермәй. Әхирәт, нисек уйлайһың?”