–Рәйлә апай, шатлығым менән бүлешкем килә! Мин кейәүгә сығам! ЗАГСҡа ғариза биреп ҡайттыҡ әле генә!–Һеңлеһенең телефон аша ашығып ҡына еткерергә тырышҡан һөйөнөсөн апаһы илле километрлыҡ аранан да яҡшы тойҙо.
–Ҡотлайым, һылыу. Һеҙҙең барыһы ла яҡшы булырына ышанам.
Рәйлә апаһының һалҡыныраҡ яңғыраған ҡотлауына ғәжәпләнде, һеңлеһе кеше тормошонда бер генә булырға тейешле ҙур ваҡиға менән уртаҡлаша, ә ул...
–Ә ниңә беҙҙең яҡшы булмаҫҡа тейеш? Ниндәй һүҙ инде был... Бер-еребеҙҙе яратабыҙ, ул бына тигән егет!
Гөлфиә һеңлеһен йыуатырға тырышып, уларға бары яҡшылыҡ теләүен генә белдерҙе.Тик улар әлегә бик йәш...Үҙаллы тормош көтөргә, бер-береһен ишетергә өлгөрөп еткәндәрме, юҡмы икәнлегенә борсола икән апаһы. Бынан бер ай элек Радик менән танышҡанда йәштәрҙең үҙҙәрен нисек тотоуына, һөйләшеүенә ҡарап, “йәшлек иҫәрлеге сығып бөтмәгән быларҙан, үтә йәш, елбәҙәк икеһе лә”, тип ирекһеҙҙән уйлап ҡуйғаны иҫендә.
–Мин Радикты яманламайым дабаһа. Тик шуны белгем килә, шундай мөһим аҙым яһар алдынан тормошоғоҙҙо нисек ҡороу, ҡайҙа йәшәү тураһында фекер алыштығыҙмы? Хис- тойғолар менән генә йәшәп булмай бит, туғанҡайым!
–Нимәһен һөйләшергә? Беҙ күптән бер-беребеҙҙе яратабыҙ! Күрерһең әле, беҙҙең нисек күңелле йәшәйәсәгебеҙҙе, барыһын да үҙ көсөбөҙ менән йырып сығасаҡбыҙ! Күрерһең, апай!– тине һөйләшеүҙең көтөлмәгән яҡҡа боролоуына йәне көйгән Рәйлә.
Гөлфиә һеңлеһенән ете йәшкә олораҡ, тормош тәжрибәһе лә мулыраҡ. Тәүге ире менән бик йәш кенә көйө өйләнешеп, ярты йылдан һуң айырылышып та ҡуйҙылар. “Хәҙерге аҡылым һәм сабырлығым булһа, тормошом бөтөнләй башҡаса булыр ине”, тип ҡабатлағаны ла бар апаһының.
–Туғанҡайым, мин һеҙгә ышанам.Бары һеҙҙең бер-берегеҙгә тап килеүегеҙҙе асыҡларға ғына теләгәйнем, әйт әле, ҡасан да булһа, Радик менән киләсәгегеҙ, буласаҡ сабыйҙарығыҙ, ғаилә бюджеты, ҡайҙа йәшәүегеҙ тураһында һөйләшкәнегеҙ булдымы?
–Өйләнешкәс тә өлгөрөрбөҙ! Беҙҙең ваҡыт алда күп әле, –тип бирешмәҫкә тырышып, ныҡышты һеңлеһе.
–Еҙнәңде хәтерләйһең бит. Мин дә бөтә ҡаршылыҡтарҙы бергәләп еңербеҙ тип уйлағайным, баҡһаң, беҙ бөтөнләй башҡа кешеләрбеҙ икән...
Рәйлә сығырынан сыға яҙҙы: нисек инде Радик менән апаһының ирен сағыштырырға була? Ер менән күк араһы лабаһа. Һәр осрашыуҙары үҙе бер байрам, күпме һөйөнөс, тулҡынланыу бүләк итә! Ғашиҡ студенттар тормошо әкиәттәгесә, мажаралар, көтөлмәгән шатлыҡтар менән тулы. Күпме романтика, һөйөү ялҡыны, наҙ! Радик шуға күрә тиҙ генә өйләнешергә тәҡдим яһаны ла инде. Иң мөһиме–бер-береңде юғалтмаҫҡа!
Туйҙан һуң ятаҡты ҡалдырып, берәй уңайлы ғына фатирҙы ҡуртымға алһалар, ғаилә тормошо башланды тигән һүҙ. Рәйлә был хаҡта һүҙ башлап, кискеһен Радиктың ҡылын тартып ҡарамаҡсы булды. Авито сайтында уның төрлө варианттар эҙләп ултырғанын күреп, егет һорап ҡуйҙы:” Ә ниңә фатир ҡарайһың? Өйләнешкән студенттарға бүлмә алып була бит.” “Юҡ, әлегә эҙләмәйем, ҡуртым хаҡы менән ҡыҙыҡһынам,–тип яуапланы ҡыҙ.–Ятаҡта йәшәгәс, ул ниндәй ғаилә була инде.” Рәйлә ятаҡ тормошон яҡшы белә, хәтәр күңелле, көнө-төнө дуҫ-иш өҙөлмәй, кәрт һуғыу, һыра эсеү, компьютер уйындары... Етмәһә, Радиктан күҙен алмаған һары башлы Гөлсирә эргәләрендә өйрөлөп йөрөйәсәк...
Рәйләнең апаһы менән кисәге һөйләшеүе ҡылт итеп иҫенә килеп төштө.
–Радик, һин беҙҙең тормошобоҙҙо нисек күҙ алдына килтерәһең, һөйлә әле...
–Нимәһен һөйләйһең инде, өйләнешербеҙ, уҡып бөткәнсе айырым бүлмәлә йәшәрбеҙ,– тип һалмаҡ ҡына һуҙҙы кейәү булаһы егет.–Эшкә урынлашырбыҙ, маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡырға ингәс, үҙемдең районға эшкә ҡайтырға тура киләсәк. Тәүҙә ата-әсәйем менән бергә йәшәргә тура килер. Аҙаҡ нимә булһа ла уйларбыҙ, һин борсолма, матурҡайым!
–Ә ниңә был хаҡта әлегәсә бер ҙә өндәшмәнең? Минең районға ҡайтҡым килмәй. Ҡәйнә-ҡайны менән бергә йәшәргә лә йыйынмайым. Ҡалала ҡалайыҡ, бында бит йәшәү өсөн мөмкинлектәр күберәк,–тип үҙенекен тылҡыны ҡыҙ.
–Ниңә башыңды алдан ватаһың? Башҡаларҙың ҡулынан килгәнде беҙ булдырмаҫбыҙмы ни? Ауырлыҡтар булыр инде ул, нисек тә йырып сығырбыҙ әле...
– Тороп тор әле, әйҙә ҡайһы берҙәре тураһында ғына һөйләшәйек, Радик. Мәҫәлән, мине ҡыҙыҡһындырғаны – һин нисә балаға атай булырға теләйһең?
–Бәй, әллә ауырлыһыңмы?– тине һағайып егет.
–Юҡ, өйләнешкәс, ҡасан да булһа сабыйҙарыбыҙ буласаҡ бит инде. Һин нисәүҙе теләйһең?
Радик еңел һулап ҡуйҙы. “Маңҡа танауҙарҙы” ҡарарға өлгөрөрбөҙ әле, ниңә ул мәсьәләне хәҙер ҡуҙғата икән был Рәйлә,” тип эсенән ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә лә, тыныс булырға тырышты:
–Рәйлә, тәүҙә үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡарайыҡ, аҙаҡ күҙ күрер, беҙ бик йәшбеҙ бит әле. Утыҙға аяҡ баҫҡас та өлгөрөрбөҙ, һин үҙең бала ғына,– тине.
“Юҡ, тәүге сабыйҙы утыҙҙа табып буламы ни, баш баланы кәм тигәндә 25 йәштәр тирәһендә, икенсеһен – өс-дүрт йыл үткәс,”– тип ҡаршылашты ҡыҙҙың кителгән күңеле. Рәйлә һүҙ көрәштереп маташманы, үпкәһен зсенә “йотто”.
–Ярай, һинеңсә булһын. Ғаилә бюджетын нисек күҙ алдына килтерәһең?–тип дауам итте Рәйлә.
Радикка һорау оҡшаманы.”Беҙҙең әлегә бер тин дә аҡсабыҙ юҡ, ниңә улай ашыҡтыраһың? Һиңә нисек оҡшай һуң? Бөтә аҡсаны ҡулыңа тоттороп, аҙаҡ үҙем һыраға йәки тағы нимәгәлер һинән аҡса хәйерселәйемме? Беләм инде мин һине, аҡса ҡулыңа эләгеү менән косметика, күлдәк-мүлдәк алырға йүгерәсәкһең!”– тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
–Һин мине шулай еңел аҡыллы тип уйлайһыңмы?– Рәйлә урынынан тороп, бөйөрөнә таянып, егет алдына килеп баҫты.
–Ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә бер иш, бер сыбыҡтан ҡыуылған!– тип һүҙендә ныҡ торҙо егет.
–Ярай, аңлашылды, артабан киттек. Туйҙы нисек үткәрәбеҙ, уйланыңмы?
Радик ҡәнәғәт төҫ менән йылмайҙы.
–Һүҙҙе шунан башларға кәрәк ине, һылыуым! Дуҫтарыбыҙҙы саҡырырбыҙ, бөтә ятаҡ гөрләп торор, бик күңелле үткәрәсәкбеҙ, күрерһең!
–Ә атай-әсәйҙәр, туғандар?
–Улар йәштәр эргәһендә ни эшләһен? Аҡса бүләк итһәләр, шул еткән.
Рәйләнең асыуы йөҙөнә сыҡты. “Туй... ятаҡта? Аҡ күлдәкһеҙ, туғандарһыҙ, машинаһыҙ... Ата-әсә фатихаһынан тыш... Мин ысын матур туй тураһында хыялланғайным!”–ҡыҙ илар сиккә етте.
–Ә кем ул матур туй өсөн түләр һуң? Минекеләр туйға бер тин дә бирмәйәсәк, уларҙың үҙ пландары бар. Ә һинекеләр иҫәбенә туй үткәрергә намыҫым ҡушмаясаҡ.
–Тимәк, беҙҙең туй ҙа, фатир ҙа, балалар ҙа булмаясаҡ?
–Уның ҡарауы беҙ икәү гел бергә буласаҡбыҙ, был һиңә аҙмы ни?– тине кәйефе ҡырылған кейәү булаһы егет.
–Ғәфү ит, Радик, миңә уйларға кәрәк. Бер үҙемде ҡалдыр...
...Өс көндән һуң йәштәр кафела йәнә осрашты. Рәйлә тыныс, ышаныслы тауыш менән үҙҙәренең ЗАГС-ҡа барыу идеяһы менән ашығыуҙарын белдерҙе.”Беҙгә өйләнешергә иртә,”тип ҡыҫҡа ғына аңлатты ул ҡарарын. Егеттең иҫе китмәне кеүек, әллә ҡыҙҙы өгөтләргә ғорурлығы ҡамасауланы.
Гөлфиә апаһы һеңлеһенең яңылығын тыныс ҡабул итте:” Ҡайғырма, туғанҡайым. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, әлегә тормош ҡороу өсөн өлгөрөп етмәгәнһегеҙ, үтә “йәшелһегеҙ”. Ул мәлдең еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың, ашыҡтырма ваҡытты,”– тине. Апайҙар юҡҡа әйтмәҫ.
Фото:e-w-e.ru