Ғәҙәткә ингән ҡайһы бер нимәләрҙән, тормошоғоҙҙа ҡаршылыҡтар тыуҙырған ҡылыҡтарҙан ваҡытында ҡотолоу бары һеҙҙең файҙаға, ти психологтар.
Ваҡ-төйәк үпкәләүҙәрҙе үҙегеҙҙән ебәрегеҙ. Тормоштоң үтә ҡыҫҡа икәнен хәтерҙә тотоғоҙ, кемгәлер ғүмер буйы асыу һаҡлап, ауыр уйҙар менән йәшәү һаулыҡты бөтөрә. Ғәфү итә белеү ҙә егетлек.
Үҙегеҙҙе бер кемдән дә кәм тоймағыҙ. Бындай күңелһеҙ уйҙарҙың башығыҙға “оялауына” юл ҡуймағыҙ. Әгәр кемдеңдер ихатаһында сиҙәм йәшелерәк тә, ҡуйыраҡ та күренә икән, быны онотоғоҙ. Сағыштырып күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, үҙегеҙҙең яҡтағы “сирәмгә” һыу һибеп, тәрбиәләп торһағыҙ, яҡшыраҡ булыр.
Иҫкергән ялған ҡараштарға йәбешеп ятмағыҙ – уларҙан ҡотолоғоҙ. “Ваҡыты уҙған, сабатаһы туҙған”, ҡалыплашҡан фекерҙәрҙең һеҙҙе артҡа һөйрәүе, үҫешкә ҡамасаулауы ихтимал.
Үҙеңде үҙгәртергә, үҫергә тырышыу һәр ваҡытта ла шыма бармай, ауыр процесс ул. Әммә үткәндән сыға алмай йонсоу тағы ла ҡыйыныраҡ. Ҡиммәте юғалған идеалдарҙан ҡотолоу хәйерле.
Тормош юлындағы юғалтыуҙар, кисергән фажиғәләр үкенестәренән арынығыҙ. Был ауыр йөктө ғүмер буйы күтәреп йөрөүҙән ҡотолоғоҙ һәм барыһын да яңынан башлағыҙ. Һәр хәлдә был – иң дөрөҫ юл.
Проблемаларҙы ситләтеп үтеү ғәҙәтенән ҡотолоғоҙ. Ҡаршылыҡ күрһәтмәйһегеҙ икән, уларҙы бер ҡасан да еңә алмаясаҡһығыҙ тигән һүҙ.
Һәр кемдең тормошонда ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр булып тора. Уларҙың бәхетегеҙҙе селпәрәмә килтереүенә юл ҡуймағыҙ. Күңел ҡайтыуы, төңөлөү, стресс – һеҙҙең кәйефте ҡырған ваҡиғаға ҡарата реакция һөҙөмтәһе ул. Ҡарашығыҙҙы үҙгәртһәгеҙ, бөтә яманлыҡтар ҙа тиҙерәк үтер.
Кешелеклерәк, асығыраҡ булыу, башҡаларҙы ишетергә, тыңларға тырышыу һәр кемде биҙәй. Гаджеттар артына йәшеренеп, аралашыу һәм осрашыуҙарҙан ҡасыу тормошоғоҙҙо ярлыландыра ғына.
Һеҙгә ышаныс белдергән, дәртләндергән, ярҙам иткән кешеләргә рәхмәтле була белегеҙ. Яҡшы хеҙмәттәш, күрше һәм туған булыуға ни етә!
Үҙегеҙгә кәрәге булмаған әйберҙәрҙе һатып алыу тураһында хыялланмағыҙ. Һәр эшләгән изгелегегеҙ өсөн кемдәндер бүләк көтмәгеҙ.
Башҡалар менән ышаныслы мөнәсәбәт ҡороу өсөн һеҙҙең намыҫлы булыуығыҙ, вәғәҙәгеҙҙе үтәүегеҙ мөһим. Һүҙ менән эшегеҙ айырылмағанда һеҙҙе һис һүҙһеҙ баһалаясаҡтар.
Тағы ла шуныһы мөһим: башҡа кешеләрҙең нужаларын, ихтыяждарын үҙегеҙҙекенән юғары ҡуймағыҙ. Үҙегеҙҙән файҙаланырға бер кемгә лә рөхсәт итмәгеҙ, күпме булдыра алаһығыҙ, шунса ярҙам итегеҙ. Башҡаларҙы тыңлағыҙ, әммә үҙ тауышығыҙҙы юғалтмағыҙ.
Һиҙемләүегеҙ һәм эске тауышығыҙ хәүефкә һалмаһын. Ҡурҡыу тойғоһо иң яҡшы теләктәрҙе лә һүндерә. Көн һайын ҡурҡыу тойғоһо уятҡан ғәмәлдәрҙең береһен генә булһа ла эшләгеҙ, шул саҡта интуицияғыҙға ышаныслы таяна аласаҡһығыҙ.
Теләгән бөтә нимәне лә бер юлы “һоҫоп” алып булмай. Бөгөн нимә ҡулығыҙҙан килә, шуны эшләгеҙ. Маҡсаттың ваҡыт буйынса сикләүҙәре юҡ. Алға барыуҙан туҡтамағыҙ. Тормоштағы “аҡ” һәм “ҡара” һыҙаттар араһында “һоро”һо ла була, ул – һеҙҙең өсөн баһалап бөткөһөҙ һабаҡ биреүсе юл. Уңыштар бер ваҡытта ла башығыҙҙы әйләндермәһен, ә уңышһыҙлыҡтар күңелегеҙҙе төшөрмәһен.
Һәр саҡ позитив тулҡында “йөҙөгөҙ”, кемгәлер оҡшарға тырышып, яйлашырға ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе нисек бар, шул көйөнсә яратығыҙ!
Фото:B17.ru