Яҙ һулышы бөтә ерҙә һиҙелә, тышта йылы, ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә, тәбиғәт йоҡоһонан уянып, кешеләрҙе тағы шатландырмаҡсы. Мәйсәрә апайҙың “ҡара һин уны, ҡалала ла ҡоштар ҡалай донъяны йәмләп һайрай икән” тип ғәжәпләнеп паркта барған эштәрҙе күҙәтә-күҙәтә улы эргәһенә ҡунаҡҡа китеп барыуы...
– Һабаҡташ, әхирәт, минең “сер һандығым” Мәйсәрә, һин дәбаһа! Күҙемә күренәһең икән, тип торам, – тип килеп ҡосаҡлаған ҡатынды танымай буламы! Ауылдашы, алсаҡ, уңғанлығы менән ауыл хужалығында дан алған Зәлиә икән. Һаман да шул көйө, ихлас, йөҙгә-башҡа ла әллә ни үҙгәрмәгәндәй. Осрашмағандарына ла байтаҡ ғүмер үткән икән. Әхирәттәр, эскәмйәгә иркенләп ултырып, хәбәрҙе һүтте генә, күңелдәрен туйғансы бушатып, иркен тын алдылар.
– Мәйсәрә, ә ниңә улыңды өйләндермәйһең? Өс бала менән яңғыҙ ҡалған иргә донъя көтөүе анһат эш түгел. Ғаилә ҡорорға, бала тәрбиәләргә атлығып торған ҡатындар аҙмы ни? Үҙем кәләш табып бирәм улайһа, бына тигәндәре бар, – тип өҙмәне лә ҡуйманы әхирәте.
Быныһы Мәйсәрәнең күңелен һыҙлатҡан, төн йоҡоһон ҡалдырған ауыр мәсьәлә. Ҡыҙҙары тормоштарын уңышлы ҡорһа ла, Хәмиттең ғаиләһендәге фажиғәле хәл һаман да күңелен өйкәп тора. Ике ул, бер ҡыҙ бала тапҡандан һуң ҡаты ауырыуҙан мандый алмайынса вафат булған килене Зарифаны һаман да онота алмай. Иҫән-һау булһа, табиптарға иртәрәк мөрәжәғәт итеп, ваҡытында дауа алғанда, уларҙан да бәхетле пар булмаҫ ине бөгөн, тип уфтанмаған көнө юҡ әсәнең.
Хәмит ҡайғыны тешен ҡыҫып булһа ла баҫырға, балаларының йөҙөнә етемлек билдәләрен сығармай тәрбиәләү, ваҡытында ашатыу-эсереү өсөн тырышты. Мәйсәрә апай ҙа ауылдан һөтөн-ҡаймағын тейәп ҡалаға йыш юлланыр булды.
Атай кешегә әсәйҙе алыштырыуы ауыр икәнлеген Хәмит тә аңланы. Ҡатынын юғалтҡандан һуң ике йыл үткәс, ул ҡайһы яғы менәндер Зарифаны хәтерләткән һылыу Зиләне осратып, уға тормошҡа сығырға тәҡдим яһаны. Хатта береһенән-береһе бәләкәйерәк ике балаһы булыуына ҡарамаҫтан. Оло ғаилә – оло бәхет!
Етемһерәп, бушап ҡалған ике ҡатлы йорт бала-саға тауышына тулды, атай кеше ҙур ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү өсөн көнө-төнө эшләне. Зиләнең ҡайҙалыр эшләү теләге бөтөнләй булманы, ирҙең тапҡан аҡсаһын күберәк үҙенә сепрәк-сапраҡ алыуға, балаларын кейендереүгә рәхәтләнеп тотондо. Ир тапҡан мал тиҙ арала томандай таралып бөтә, ә Хәмиттең инде ҙурайып, үҫмер ҡорона инеп барған балаларына эләкмәй ҙә тиерлек. Улар ялыулашып, аталарының теңкәһенә теймәҫкә тырышты, көнө-төнө эштән бушамаған Хәмитте һирәк күрергә яҙҙы шул.
Мәйсәрә апай ситләтеберәк булһа ла, балаларҙың уҡыуына иғтибар биреү, уларҙы яҡшыраҡ кейендереү, хәлдәре менән йышыраҡ ҡыҙыҡһыныу тураһында һүҙ ҡуҙғатып ҡараһа ла, хәл үҙгәрмәне. Зиләнең һығылмалылығы, шыма теллелеге һәр саҡ уны иң сетерекле хәлдән дә сығарҙы, иргә ҡаршы төшөп яһиллашмайынса ғына һәр саҡ эште үҙ файҙаһына борҙо.
– Беҙ ҡапсыҡты ҡасан ла булһа тишеп сыға бит инде, әхирәт. Зиләнең яман уйлы, эскерле булыуы, ЗАГСта никахтары теркәлмәгән иренең оҙаҡламай төрмәнән сығырға тейешлеге, Хәмиттең йортон бүлдереп алырға тырышыуы өсөн пландар ҡороуы, уны ағыуларға маташыуы һәм башҡа этлектәре аҙаҡ билдәле булды. Сәстәремде ағартҡан, улымды ваҡытынан алда ҡартайтҡан, һаулығын ҡаҡшатҡан был имәнес хәлдәр хаҡында энәһенән ебенәсә һөйләп тормайым.
Шөкөр, бөтә ауырлыҡтарҙы, суд ғазаптарын кисерҙек, бөтәһе лә артта. Тик Хәмит кенә: “Әсәй, башҡаса өйләнмәйәсәкмен, ауыҙыңды ла асма был турала”, – тип киҫәтә. Бер ауыҙың бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп ҡабырға тура килә шул. ”Зарифа алдында, балаларым алдында ғәйебем ҙур”, - тип һаман өҙгөләнеүен дауам итә. Сабыйҙарын бәхетле итеү урынына бары күҙ йәштәре, ҡайғы, үкенестәр генә кисерҙе.
Бына бөгөн ейәндәрем янына хәл белергә китеп барыуым, һинең кеүек матур күңелле, эскерһеҙ дуҫты осратыуым һәйбәт үҙгәрештәр буласағына ишара, бөтәһе лә яҡшы булыр,– тип Мәйсәрә апай әхирәтен йылы ҡосағына алды...
Фото: Яндекс Дзен.