"Май байрамдары етһә, әллә ҡасанғы ваҡиғалар үҙенән-үҙе иҫкә килә лә төшә. Минең Өфөлә юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгән тәүге йылым. Йыраҡ районданмын. Ауылға һирәк ҡайтыла торғайны - Яңы йылдан һуң һәм йәйге каникул ваҡыттарында.
1 майға ул йылда беҙҙе - 1-2-се курс студенттарын - демонстрацияла сығыш яһар өсөн әҙерләнеләр. Беҙ генә түгел, башҡа уҡыу йорттарынан да ҡатнаштылар унда. Ҡыҙыл төҫтәге форма таратып бирҙеләр, ҡулда таҫма буласаҡ, тинеләр. Өҫтән ҡарағанда сәскәләр рәүешендә күренәсәкһегеҙ, тип аңлаттылар. Һәр кем тәғәйен урындарға күсеп йөрөй-йөрөй ҡаланың үҙәк урамынан үтергә тейешбеҙ.
Сираттағы репетиция алдынан кураторыбыҙ һәр беребеҙҙе фамилиялап ҡысҡырып теүәлләне лә, эшен тамамлап, ҡырғараҡ күскәс, тағы кемдер хас уҡытыусыбыҙ кеүек "Хәмзина!" тип минең фамилияны ҡабатланы. Ян-яғыма ҡарайым - таныш кеше күренмәй. Шул саҡ оҙон буйлы сибәр егет яныма килеп: "Һин шул райондан, шул ауылданмы?" - тип һораны. Егеттең ҡыйыулығына, унан да бигерәк төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренә ҡарап албырғап ҡалғанымды тойҙом. Үҙ халәтемде белдермәҫкә тырышып, "Эйе, шунан?" тинем иғтибарһыҙ ғына. "Унан икән, мине белергә тейешһең", - тип йылмайҙы был. Бер ҙә күргәнем юҡ ине уны. "Фамилияң бик таныш, йөҙөң дә берәүҙе хәтерләтә. Беҙҙең класта берәй туғаның уҡыманымы икән?" тип һөйләшеүҙе өҙгөһө килмәй, һаман янымда тороуын белде егет. Бер аҙҙан барыһы ла асыҡланды: ул - Фәрит - күрше ауылдан, апайымдың класташы икән. Әрме хеҙмәтенән һуң ауыл хужалығы институтына уҡырға ингән. Белмәүем шунан: үҙем һуңғы дүрт класты Өфөләге мәктәп-интернатта уҡыным, ә күрше ауыл балалары беҙҙең мәктәпкә туғыҙынсыға ғына килә ине.
"Демонстрациянан һуң ауылға ҡайтам, рейс автобусына ике билетым бар. Иптәш егетте үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырғайным, һуңғы мәлдә генә баш тартты. Әйҙә, ҡайтмайһыңмы?" - тине Фәрит. 3-өнә уҡырға булғас, ҡайтыу тураһында бөтөнләй уйламай инем, тик үҙем дә аңғармаҫтан әллә ниңә "Ҡайтам" тинем дә ҡуйҙым шунда. "Улайһа, автовокзалда осрашҡанға тиклем", тип Фәрит үҙ урынына китте.
1 майҙа ул йылда ныҡ һыуытып ебәрҙе, хатта ябалаҡлап ҡар яуҙы. Ә беҙ куртка тышынан ҡыҙыл футболкала һәм трикола сығыш яһаныҡ. Бурысты үтәп, махсус кейемде тапшырғас, автовокзалға ашыҡтым. Фәрит бында минән алданыраҡ килеп еткән. Бик итәғәтле, иғтибарлы, хәстәрлекле, йор һүҙле юлдаш булып сыҡты ул. Юл буйы ер-һыу атамалары, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында һөйләп көлдөрөп килә торғас, уның ауылына килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалынған. Ә миңә артабан барырға - тағы 25 саҡрым ара ҡала. Шунда һис көтөлмәгән хәл булды: водитель, артабан бармайым, автобус боҙолдо тип, ҡалған пассажирҙарҙы (беҙ өсәүме-дүртәүме ҡалғайныҡ) төшөрҙө лә боролоп китте лә барҙы. Ә көн кискә ауышҡан. Һыуыҡ. Мине өйҙә көтмәйҙәр, сөнки алдан хәбәр итеп тормағайным - ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ.
Ниңә ныҡлап уйламай юлға сыҡтым икән, тип эстән көйә башлағайным инде. "Әйҙә, тәүҙә беҙгә инеп сәй эсеп алайыҡ та шунан һине ауылыңа алып барыуҙы хәл итербеҙ", тип әйберҙәремде тотоп алды Фәрит. Ул заманда еткән ҡыҙға егет артынан эйәреп йөрөү килешкән эш түгел икәнлеген минең йәштәгеләр генә аңлар. "Юҡ" тип ныҡ торһам да, этәреп тигәндәй үҙҙәренә алып инде. Өйҙәгеләре - атаһы, әсәһе, ике апаһы - мине күреп һүҙһеҙ ҡалды. Ололарының һынамсыл ҡарашынан ер тишегенә инерҙәй булып торғанда апалары араға инеп, түргә саҡырҙы. Шулай ҙа береһе: "Ҡыҙыңды күрһәтергә алып ҡайтам тип ниңә алдан әйтмәнең?" тип ҡустыһын шелтәләп алырға ла өлгөрҙө. Бындай ҙа уңайһыҙ хәлгә тәүгә ҡалыуым ине.
Төнгә ҡарай Фәрит мине мотоциклы менән беҙҙең ауылға алып барҙы. Хәҙер аптырарға сират минең туғандарға етте. Әсәйем менән атайымдың шелтәләп ҡарағандары, хатта ҡурҡып ҡалғандары бөгөнгөләй күҙ алдында. Ярай әле, институтта 5-се курста уҡыған апайым - Фәриттең класташы - өйҙә ине - ҡаршылыҡлы хәл-ваҡиғаны ул шымартып, мөнәсәбәттәрҙе яйлап ебәрҙе. Шул ҡайтҡанда өйҙә бер төн үткәрҙем, иртән әсәй-атай менән бер ултырып ашаным да, апайым менән 12-ләге автобусҡа сыҡтыҡ.
Бына шундай осраҡлы осрашыуҙан башланды ла инде барыһы ла. Ваҡиғалар Фәрит менән араны нығытыу, бер-беребеҙгә бәйләү өсөн аҡҡан кеүек булған бит. Үҙем дә аңламайынса, быға тиклем белмәгән кеше менән бер нисә сәғәт өсөн тыуған яҡҡа ҡайтырға риза булыуым - быныһы бер. Икенсенән, автобустың ватылыуы, шул арҡала бер-беребеҙҙең өйөнә инеп, атай-әсәйҙәр, туғандар менән танышыу, сәй эсеү. Өсөнсөһө - ике ауылда хәбәрҙәр таралыуы: "Фәрит ҡыҙын алып ҡайтҡан икән", "Шәүрә егетен эйәртеп ҡайтҡан"... Уға уйҙырмаларҙың да өҫтәп ебәрелеүе...
Хәҙер ул хәлдәрҙән һуң 25 йыллап ваҡыт үткән дә киткән икән. Алдан уйланмаған был яҙғы сәфәр беҙҙе ғүмергә бергә бәйләне: ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Ҡорған нигеҙебеҙ ныҡлы, бәхетебеҙ түңәрәк булды тип ауыҙ тултырып әйтә алам хәҙер. Әле лә ҡулға-ҡул тотоношоп, көңгөр-ҡаңғыр ғүмер кисерәбеҙ. Шул заманда демонстрацияға көсләп йөрөтмәһәләр, юлдар ҡайһы тирәлә киҫешеп, яҙмыштар нисек итеп бәйләнер ине икән? Нисек, ниндәй шарттарҙа осрашһаҡ та, тик уның менән, әлеге тормошомдо ғына үтергә теләр инем барыбер ҙә... Яҙмышыма шул тиклем рәхмәтлемен!
Шәүрә".
Фото: socketmira.ru