Гөлнараның яңыраҡ ҡына кейәүгә сығып, ятаҡта йәшәп ятҡан мәле. Бер көн күҙҙәре йәшләнеп, аҙарынып әхирәте Рәсилә килеп инде. Ул да бер йыл элек кейәүгә сыҡҡайны. Гөлнара тиҙ генә сәй ҡуйып ебәрҙе.
– Берәй нәмә булдымы әллә?
– Уф, йәшәп булмаҫ ул! Кисә тағы эсеп ҡайтҡан. Әйткәйнем – яратманы, өйҙә тауыш сыҡты. Теге саҡ үпкәләшкәндән һуң саҡ тынысланып йәшәй башлағайныҡ, бына тағы... – тип ире хаҡында теҙеп һөйләп алып китте Рәсилә. Бөтә насарлыҡтары, ҡырын эштәре, тауыш күтәреүе, юҡҡа-барға үпкәләүе, тағы әллә нимәләр хаҡында һөйләне лә һөйләне. Илап та алды.
– Юҡ, йәшәп булмаҫ ул былайтып эт менән бесәй кеүек, айырылырмын, моғайын, – тип һығымта яһап ҡуйҙы һүҙенең аҙағында.
Гөлнара уны тыңлап, йәлләп, йыуатырға теләп:
– Әллә инде, улай ыҙалап йәшәгәнсе, айырылһаң, айырыл да ҡуй. Бәпәйегеҙ ҙә юҡ әле. Һиңә тиң кеше түгелдер ул, – тип кәңәш биргән булды.
Оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырып, бер нисә тапҡыр сәй яңыртып эсеп, күңелен бушатып, ҡәҙимге тынысланып ҡайтып китте әхирәте. Бер нисә көндән һуң Гөлнара Рәсиләне ире менән урамда осратты. Сөкөрләшеп һөйләшеп киләләр, пар күгәрсендәр, тиерһең. Сәләм бирешеп, бер-ике һүҙ менән алмаштылар ҙа, Гөлнара китергә ашыҡты. Рәсиләнең ире һүҙгә ҡушылманы.
Дүрт-биш аҙым атлап та өлгөрмәне, теге ир:
– Туҡтап тор әле, – тип өндәште.
“Ыста, быға мин нимәгә кәрәк булдым икән?” тигән уй йүгереп үтте йәш ҡатындың башынан.
– Һин нишләп минең кәләште насарлыҡҡа өйрәтеп, “айырыл” тип әйткәнһең? Һинән бындайҙы көтмәгәйнем, – тимәһенме!
Гөлнара ла был хәлде көтмәгәйне, әлбиттә. Аптырауынан ултыра төштө.
Ул саҡта Рәсиләгә лә, иренә лә бер аҙ үпкәләп йөрөһә лә, был осраҡ Гөлнара өсөн бик ҙур һабаҡ булды. “Ир менән ҡатын араһына ингәнсе, ике ҡылыс араһына ин”, “Ир менән ҡатын иртән талашыр, кис ярашыр” тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде.
Ә Рәсилә менән иренә килгәндә, ирешһәләр ҙә, талашһалар ҙа, көңгөр-ҡаңғыр килеп, бына инде сирек быуат самаһы йәшәп яталар...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА