"Аллаға шөкөр, туғандарым, ҡәйнештәр, бикәстәр бер-бер артлы ғаилә ҡора башланы. Бикәсемдең күптән көтөп алған никахында булып ҡайттыҡ, төп еңгәй булғаным юҡ ине әле бығаса. Йолаларҙы ныҡлап белеү кәрәк икән, уҡып әҙерләнә башлаған инем, баҡтиһәң, уларҙы һүлпән генә ҡулланабыҙ икән. Был башҡорт халыҡ ижадынан, Гуглда эҙләп, кешенән һорашып, үҙем уйлап, туплап яҙған сценарийымды һеҙгә лә тәҡдим итәйем", – ти ул.
"Никах, ҡыҙ алыу"
Бер-береһен яратҡан ҡыҙ менән егет өйләнешергә йыйынғас, егет яғынан яусы ебәрәләр ҡыҙ йортона. Яусы бер балағын төрөп, таяҡ тотоп килеп инә:
- "Юғалған аҡ ҡуй һеҙҙә түгелме?"
Ҡыҙҙың атаһы:
- "Юғыңды эҙләй тор", – тип яуап ҡайтара. Яусы һый-хөрмәт күргәнсе, ҡыҙҙың атаһы ҡарындаштары, туғандары менән бер фекергә килгәс:
- Юғалған малың табылды, һөйөү кисәһен тәғәйенләйек, – тиҙәр.
Яусы ҡайтып сәләмдәрен тапшыра ҡоҙаларға. Ҡыҙ яғынан саҡырыусы ебәрәләр, нисек, ҡасан, ҡайҙа, кемдәр, нисә пар булыуын һөйләшеп ҡайталар.
Йома көнө ҡыҙ йортонда ике яҡтан да туғандар йыйыла йәштәрҙең никахына. Ҡоҙаларҙы ишек төбөндә матур, мосолманса, башҡорт кейемдәрендә, ҡурай моңо, ритайым көйҙәрен ҡуйып, сәксәк, кәсәләрҙә ҡымыҙ тотоп, ҡапҡа башына йәшел, йә Башҡортостан флагы ҡуйып теҙелешеп дәртле генә ҡаршы алырға теҙеләләр.
Ҡоҙасалар үҙҙәре менән бауырһаҡ, бәлеш, сәй, сәк-сәк, еләк-емеш, ҡымыҙ, бал, төрлөләндереп бешерелгән икмәк күстәнәстәрен тотоп бейей-бейей килә.
- Әссәләмәғәләйкүм, ҡайҙарҙан киләһегеҙ, кемде эҙләп беҙҙең яҡтарға килеп сыҡтығыҙ, һеҙгә кем кәрәк?.. Улайһа, эҙләгәнегеҙ беҙҙә, һеҙҙә алыусы булһа, беҙҙә тауар бар, әйҙүк-әйҙүк, яҡыныраҡ килегеҙ!
Хәйерле көн, ҡоҙа-ҡоҙасалар!
Кейәү килә, кейәү килә,
Кейәү менән дан килә!
Ырыҫ, дәүләт, бәрәкәт,
Бәхет, шатлыҡтар килә!
Баллы сәксәктән ауыҙ итегеҙ, йәштәрҙең тормоштары татлы булһын!
Ҡымыҙын да эсегеҙ, уйҙарығыҙ аҡ булһын!
Йүгереп кереп китер өсөн,
Беҙҙең ишегебеҙ бар.
Ҡыҙыбыҙҙы алыр өсөн,
Һынауҙар үтәһе бар.
1. Ҡапҡаға арҡыры аҡ тауар-туҡыма һуҙып әйтәләр:
- Алдыңда һинең аҡ тауар, ошо тауарҙы аҡ, изге теләк теләп, бисмиллаһи-рахманир-рахим, тип ҡырҡып, ҡайны-ҡәйнә йортона уң аяғың менән ин, кейәү бала.
Әйҙәгеҙ, ҡоҙа-ҡоҙасалар, бергәләшеп ҡурай көйөнә баҫып алайыҡ!
- Әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ!
- Рәхим итегеҙ өйгә, ҡоҙа-ҡоҙасалар!
Мулла килә, "Ҡөрьән" аяттары уҡып никах ҡылына, ата-әсәләре фатихаларан биргәс, йәштәр ризалыҡтарын әйтеп, таныҡлыҡҡа ҡултамға ҡуя. ("Фатиха" сүрәһен бергәләп уҡый ҡунаҡтар). Хәйер тарата ике яҡтан да ҡоҙағыйҙар (таҫтамал, яулыҡ).
Кейәү хәләл ефетенә бүләген бирә, алтын йә көмөш (алҡа, балдаҡ), күлдәк, итек, яулыҡ, сәскә гөлләмәһе. Ҡайны-ҡәйнәһе теләктәрен теләп, батмусҡа һалып киленгә бүләген бирә, аҡ яулыҡ, шәл ябындыра, мәһәр һала, дүрт тояҡлы мал әйтәләр.
Кейәүгә ҡайны-ҡәйнәһе аҡ түбәтәй, күлдәк, "Ҡөрьән" (һәр бер өйҙә мотлаҡ булырға тейеш) тапшыра.
Төп ҡоҙа-ҡоҙағыйзар бүләк бирешәләр.Төп ҡоҙаға ата тун тип – күлдәк, төп ҡоҙағыйға әсә тун тип күлдәк кейҙерешәләр. Еңгәйҙәргә – күлдәк, агай-энеләренә күлдәк йә таҫтамал ябындыралар.
Килгән бар ҡунаҡтар, яңы йәш ғаиләгә тормош ҡорорға ярҙам тип, изге теләктәрен теләп бүләктәр тапшыра. (юрған, яҫтыҡ, һауыт-һаба, балаҫ, плед, гөл).
– Ҡәҙерле кәләш, ҡәҙерле кейәү!
Атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙ тыуғас аҡ биләүгә һалып, күңеле аҡ, тәне саф булһын тип изге теләктәр теләп үҫтергән. Бар наҙын, борсолоуын, һөйөүен ҡыҙғанмайынса, ошо көндә һеҙ аҡ күлдәктә, аҡ яулыҡта, аҡ түбәтәй кейеп, йөҙөгөҙҙә яғымлы йылмайыу бөркөлөп торһон өсөн тырышҡандар.
Бөгөн һеҙ өҫтәл артында тап ошо ап-аҡ кейемдәрҙә, тимәк, атай-әсәйҙәрегеҙ үҙҙәренең бурысын үтәп, үҙегеҙ һайлаған егет һәм ҡыҙ ҡулына тапшыра.
Кәләш, һин хәҙер беренсе сиратта кейәүҙең хәләл ефете, тормош иптәше булдың.
Кейәү! Бөгөндән ҡыҙ – ата-әсәһе ризалығы, туғандары, яҡындары фатихаһы менән Аллаһ Тәғәлә алдында һинең ҡатының һәм һин уның хәләл ире дәрәжәһенә лайыҡ булдығыҙ!
Һеҙ үҙегеҙҙең ғүмер юлығыҙҙа етәкләшеп, ошо күңел паҡлығын һаҡлап, бәхетле ҡартлыҡҡаса, оҙон-оҙаҡ, иҫтәлекле итеп парлы атлағыҙ. Тормошоғоҙҙоң тәмен, йәмен, бәрәкәтен, балалар бәхетен татып йәшәгеҙ! Амин!!!
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын!
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир!
"Ҡыҙ ҡушыу"
Һый-хөрмәт күргәс, кискеһен ҡыҙҙың еңгәләре, әхирәттәре һиҙҙермәй генә ҡыҙҙы урлап алып ҡаса, йәшереп, ҡапҡаны бикләп ҡуялар. Егет быны һиҙеп ҡалып, иптәштәре, ағалары, еңгәләре менән эҙләргә сығып китә. Шулай урам буйлап йырлай-йырлай, курше-тирәләге өйҙәргә инеп эҙләп, табып ала ҡыҙ йәшеренгән өйҙө.
Тыштан егеттең дуҫтары ҡапҡа шаҡый, эстән тауыш бирәләр:
- Кем унда?
- Беҙ, юлаусылар, индерегеҙ беҙҙе.
- Нисә кеше? Күпме түләйһең?
- Йөҙ тәңкә. Туғыҙ кеше.
- Аҙ, күберәк түләһәң, индерәм кейәүкәй...
Кейәү үңәре ҡапҡа аша төшөп, этеп-төртөп өйгә инеп китергә маташа. Ҡапҡанан ингәс уйындар башланып китә.
Өйгә инделәр һынауҙар үтеп. Шкафты асып, һөйгәне ултыралыр тиһә, унда алдаштырып икенсе берәүҙе ултыртып ҡуйҙыҡ.
- Кейәү, бына тормошта ла быуар йыландар юлыңда осрар, бирешмә, алданма, һаҡ бул! Хәҙер инде эҙләп табығыҙ кәләште.
Бикәсебеҙҙе баҙға йәшерергә уй бар ине, тик кейәү бала ул ерҙе белгәс, гараж башына мендереп ултырттыҡ. Ҡыҙҙы тапҡас, ул төшөп ҡасып китеп, егет барып тотоп алып килеүе лә мөмкин.
Эй, афарин! (отҡор, йылғыр, шаян, йомарт, аҡыллы, һиҙгер, йыраусы, бейеүсе, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, сос икәнен күрһәтте кейәү бала. Аллаға шөкөр, иншаллаһ. Бәхетле булһындар).
"Йыртыш"
Тағы көрмәкләшеү башлана. Еңгәләр ҡыҙҙы шаршауға төрөп, ҡушылаһы бүлмәгә алып инеп китә. Егеттең еңгәһе менән ҡыҙҙың еңгәһе ике осонан йыртыш-тауар тотоп торабыҙ бүлмә төбөндә.
- Ишек бауы – бер тәңкә,
- Йыртыш хаҡы – биш тәңкә,
- Ҡыҙыбыҙ тора мең тәңкә, – тип һамаҡлап, һатыулашабыҙ тағы.
Йыртыш – борондан ҡалған йола, хәлегеҙсә үтәргә тейешһегеҙ. Йыртыш йыртыу – ҡыҙҙың намыҫын, егеттең көс-ғәйрәтен күрһәтеү. Ҡыҙ йәшереү йолаһы йәш ғаиләне яман күҙҙән, кеше һүҙенән, золомдарҙан, эйәреп килгән насар уйҙарҙан, яуыз көстәрҙән йәшереп, күҙ яҙлыҡтырыу маҡсатында килеп сыҡҡан, тип ҡыҫҡа ғына аңлатма биреп үтәм.
Кейәү бала бер баҫҡанда йыртышты йыртып инеп китергә тейеш. Йыртыш тотҡан еңгәйҙәргә бүләк бирелә, ҡоҙасалар бер аҙ үҙ-ара шаярышып ала һәм йыртышты үҙҙәренә алып ҡалалар.
Бүлмәгә кергәс, еңгәйҙәр ҡыҙ менән егеткә бер туҫтаҡтан һөт эсереп, ҡыҙҙың ҡулын егеткә тоттороп:
- Уйҙарығыҙ бер булһын, күңелдәрегеҙ паҡ булһын, бер-берегеҙгә хәләл, татлы, тоғро булығыҙ, юрған аҫтына икәүләшеп инеп ятып, бәпәйле булып тороғоҙ, тип ҡыҙҙың яҫтыҡ аҫтына ҡоҙағый килененә тип биргән бүләкте һәм бетеүҙе һалып, уларға теләктәр теләнә:
- Иреңә тоғро ҡатын бул, йылы һүҙең, яҡты йөҙөң, тәмле ашың менән ҡаршы ал һәр ваҡыт. Иреңде батша тип һанаһаң, батшабикә булырһың, ҡол тип күрһәң, ҡол бейсәһе булырһың. Аҡыллы ҡатын бул. Иманлы, тәүфиҡлы, итәғәтле, саф мөхәббәтле, тиң-тигеҙ булығыҙ. Берегеҙ ут булғанда, икенсегеҙ һыу булһын.
Ошондай өгөт-нәсихәт әйтеп, йәштәрҙең үҙҙәрен генә ҡалдырып сығып китә еңгәләр. Иртәнсәк улар кейәүҙе мәрәкәләп уята. Ҡоҙасалар алып килгән күстәнәстәрҙе ҡушып ултыртып, күрше-тирәне "кейәү сәйенә" саҡырып ала ҡәйнә кеше. Балдыҙҙары – еҙнәй аҡсаһы, ҡәйнештәре еҙнәйҙән бәке алырға килә:
- Еҙнәй, атың бейәме,
Ялы ергә тейәме?
Апайымды алған өсөн,
Беҙгә аҡса тейәме? – тип һамаҡлап бүләк алып ҡайталар.
Ошо мәжлестә булған туғандары йәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып, мунса яғып, һыйлап, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡайтарырға тейеш.
Әлбиттә, ике яҡтан да еңгәләр, ҡоҙа-ҡоҙасалар шаян, шуҡ, киң күңелле, шаталаҡ булмаһа, мәжлес күңелле булмаҫ. Шундай дәрт-дарманы ташып торған, мәрәкәсел кешеләр ике яҡтан да булһа, туйҙар, мәжлестәр дәррәү, дәртле, шәп уҙып китә.
Сығанаҡ: https://vk.com/im?peers=c53_617248536&sel=166873706&w=wall144674458_2399
Фото culture.ru