Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
29 Ноябрь 2022, 16:15

“Бер ҡасан дә үкенмәнек...”

"Малайҙарҙы тәрбиәгә алғанда, беҙ уларҙың сабыйҙар йортонда тағы бер һеңлеләре булыуын белмәнек..."

“Бер ҡасан дә үкенмәнек...”
“Бер ҡасан дә үкенмәнек...”

Әлшәй районының Иҫке Васильевка ауылында йәшәүсе Йосоповтар ғаиләһе өс балаһын да тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙы. Ҡыҙҙары Ынйы 4-се мәктәп ашханаһында ашнаҡсы, улдары Линар Якут-Саха республикаһында вахта ысулы менән эшләй. Башлы-күҙле булып, айырым донъя көтә улар. Улдары Вилнар Өфө художество- сәнәғәт колледжында уҡый. Йорт бушап ҡалғас, мәшәҡәттәр бер аҙ кәмегәс, Әлфиә Сафуан ҡыҙы һәм ӘлфирМарат улы Йосоповтар кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға, кемде һөйөү һәм хәстәрлек менән солғарға, тип уйлана. Шулай итеп, бынан ун йыл элек уларҙың ғаиләһендә бер туған Владислав һәм Олег йәшәй башлай.

– Өфөләге 1-се балалар йортона тәүҙә бер үҙем барҙым, –тип хәтерләй ул көндәрҙе Әлфиә Сафуан ҡыҙы. – Мин тәрбиәгә ҡыҙ бала алырға теләгәйнем. Көтмәгәнсә килеп сыҡты. Бер юлы ике бала алыу тураһында башта уй ҙа юҡ ине. Был саҡта Владик өсөнсө класта булһа, Олегҡа биш йәш тә тулмағайны. Икенсе тапҡыр осрашыуға ирем дә килде. Таныштыҡ, улар беҙгә шиғыр уҡыны, ҡул эштәрен күрһәтте. ”Беҙҙең менән ғаиләлә йәшәргә теләйһегеҙме?”– тигәс, ризалыҡтарын белдерҙеләр. Өсөнсө осрашыуға балаларыбыҙ менән бергә барҙыҡ. Яҙғы каникулға малайҙарҙы электричкала үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. “Ынйы апай әсәйебеҙгә оҡшаған, ул килгән икән тип торам”, – тине ул саҡта Владик. Балаларға беҙҙә ныҡ оҡшаны. Хатта балалар йортона ҡайтҡылары ла килмәгәнен тойҙоҡ. Тик документтарҙы әҙерләү, уҡыу кеүек эштәрҙе атҡарыу өсөн ваҡыт талап ителгәнен аңлатырға тура килде”.

2012 йылдың май айы аҙағында бер туғандар ғаилә ағзаһы булып китә. Береһе мәктәпкә, икенсеһе балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Владик  тәүҙә Иҫке Васильевкала, аҙаҡ 9-сы класҡа тиклем Мәндән ауыл мәктәбендә уҡый. Әле ул тимер юл техникумында уҡый, машинист ярҙамсыһы булмаҡсы. Уның да 9-сы класта уҡыған бер туған ҡустыһы Олегтыҡы һәм Вилнарҙыҡы кеүек үк спорт ярыштарында яуланған еңеүҙәр, призлы урындар өсөн әллә күпме почет грамоталары, миҙалдары бар.

–Малайҙарҙы тәрбиәгә алғанда, беҙ уларҙың сабыйҙар йортонда һеңлеләре булыуын белмәнек. Аҙаҡ уны ниндәйҙер ғаиләнең ҡыҙ итеп үҙенә алғанлығын асыҡланыҡ. Малайҙар беҙгә тиҙ өйрәнде, шунда уҡ “инәй”, “атай” тип өндәшә башланы. “Уртаҡ тел таба алмаһаҡ, ни эшләрбеҙ”, тигән ҡурҡыу тойғоһо булманы беҙҙә. Йорт эштәрен бергәләп башҡарҙыҡ, пирожки бешерҙек, мал-тыуар тәрбиәләнек. Аҙбар тулы мал-тыуар беҙҙең – һыйыр, башмаҡ, ҡош-ҡорт... Ирем менән балаларҙы тәрбиәгә алыуыбыҙға бер тапҡыр ҙа үкенмәнек. Уларға йорт-ҡурабыҙҙы тыныс ҡына  ҡалдырып та китә алабыҙ, маладис, беҙҙең малайҙар! – ти Әлфиә Сафуан ҡыҙы.

Бынан дүрт йыл элек улар “Ғаилә мозаикаһы-2018” тип аталған район конкурсында ҡатнашып, сағыу сығыштары менән яҡташтарын хайран ҡалдырған һәм почетлы икенсе урынды яулаған. Хеҙмәт һөйөүсән, уңған Йосоповтар ғаиләһендә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Әлфиә Сафуан ҡыҙының да, Әлфир Марат улының да тормошо ҙур ғаиләлә үткән, хеҙмәткә бәләкәйҙән ылыҡҡандар, иркәләнеп, көйҙәрен көйләтеп үҫергә форсат булмаған.

Әлфиә Сафуан ҡыҙы 8-се класҡа тиклем 1-се Раевка мәктәбендә уҡый, аҙаҡ ашнаҡсы һөнәренә эйә була, өс йыл ит комбинатында эшләй. Әлфир Марат улы ун класты тамамлағандан һуң, Шафран һөнәрселек училищеһында ветеринар һөнәренә уҡый, аҙаҡ ике йыл армияла хеҙмәт итә. Тыуған яғына ҡайтҡас, “Авангард” колхозында ветеринар, зоотехник булып эшләй. Йәштәр өйләнешкәндән һуң, Иҫке Васильевка ауылында төпләнә, иркен йортһалып инә. Әлфир Йосопов һуңғы ике тиҫтә йыл дауамында “Мирсәйетов крәҫтиән-фермер хужалығы”нда һөтсөлөк фермаһы мөдире булып эшләй. Әлфиә Сафуан ҡыҙының йорт-ҡура мәшәҡәттәре быуа быуырлыҡ: аш-һыу әҙерләү, сәскәләр үҫтереү, иртән ирен эшкә, Олег улын мәктәпкә оҙатыу, йортто тәртиптә тотоу... Һәр аҙна һайын ял көндәрендә ике студент малайҙары ҡайтып инер, әсәй ҡулдары менән әҙерләнгән тәмле аш-һыуҙан һығылған табын йәнләнер, дүрт ейән-ейәнсәре лә килеп инһә, Йосоповтар йорто тағы ла йәмгә, шау-шыуға күмелер. “Ә тотош ғаилә йыйылһа, күңел дә тыныс, кәйеф тә күтәренке”, ти Йосоповтар. Бына шундай өлгөлө ғаилә менән таныштырҙы беҙҙе “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите.

Ирина Дериволкова фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: