Сатлама һыуыҡ ҡыштың көслө еле йәшел шыршы ботаҡтарын тегеләй-былай һуҡҡыланы, ап-аҡ ҡарҙар анда-бында осто, уларҙың береһе Зәлифәнең битенә килеп эләкте. Былай ҙа моңһоуланып, илаулап торған ҡыҙҙың күңеленә тағы ла ауырыраҡ булып китте. Ул шыршыға уфтанып ҡарап тора бирҙе лә бәләкәй генә бүлмәһенә табан атланы. Ҡайтҡас та күңеле тынысланманы ҡыҙҙың, тик бына һалҡын мөйөшө йәнә йөрәген әрнетте. Тағы эргә-тирәләге күршеләр Зәлифәнең зитына тейеп Яңы йылды шаулап ҡаршыланы, ә ҡыҙ бәләкәй сағынан яратҡан виноградын, бер аҙ салат ашап мөрхәтһенде. Артабан мөйөштә торған креслоһына ултырып, ниндәйҙер элекке комедияны ҡарай башланы һәм әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
...Төндә күрше-тирәнеп ҡысҡырып көлөүенә уянып китте Зәлифә. “Ниңә шул тиклем бәхетһеҙмен икән? Хатта Яңы йыл төнөн йоҡлап үткәргәнмен”, - тигән уй йүгерҙе башына, йәшкә мансылды. Яңғыҙлыҡ үҙәгенә үткәйне. Төрлө уйҙарға батып ултыра торғас, таңға ҡарай ғына йоҡлап китте...
Яңы йыл мөғжизә килтерә, тиҙәр. Тик бына көндәр бер-бер артлы уҙһа ла, Зәлифәнең тормошо ғына яҡшыға үҙгәрмәне. Хатта бер көн эшенән ҡайтып барғанда юлда ап-аҡ бесәйҙе күреп ҡалды ла: “Машинанан тапалып ҡына ҡуйма инде”, - тип уның артынан йүгерҙе һәм абайламай ҡалып, боҙға тайып йығылды ла иҫен юғалтты. Күҙҙәрен асҡанда эргәһендә бер егет баҫып тора ине. “Ниңә иғтибарлыраҡ йөрөмәйһегеҙ? Юлдың тайғалаҡ икәнен күрмәйһегеҙме? Әйҙәгеҙ дауаханаға”, - тине ул. ”Юҡ, кәрәкмәй. Барыһы ла һәйбәт”, - тип һөйләнгән ҡыҙҙың һүҙҙәренә иғтибар итмәй, күтәреп алды. Артабан нимә булғанын иҫләмәй Зәлифә, бары дауаханала аңына килде. Табип уға бер нисә көн ятырға, үҙен һаҡларға кәрәклеге хаҡында иҫкәртте. “Коридорҙа һеҙҙе беҙгә килтергән егет көтә бит әле. Палатаға инһенме?” - тип һорауын бирҙе дауалаған табип.
“Йәмил булам мин. Атай-әсәйегеҙгә был хаҡта хәбәр иттегеҙме?” – тип һораны егет. “Атай-әсәйем юҡ шул. Япа-яңғыҙмын, балалар йортонда үҫтем, - тине шым ғына ҡыҙ. – Шуға минең өсөн борсолор бер кем юҡ”. Ә егет башын сайҡаны ла уйға батты. “Зәлифә, мин һеҙгә килеп, хәлегеҙҙе белешеп йөрөй аламмы? Тик әлегә минең ашығыс эшем бар ине”, - тине. “Ярай”, - тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ҡыҙ. Ә аҙаҡ егет бер сумка тәм-том тейәп килгәйне. Атай-әсәйле ғаиләлә үҫкән, улар ярҙамында белем алған, үҙ эшен асҡан егет яңғыҙ ҡыҙҙың тормошон йәмләндерергә, йәнләндерергә тырышты. Көн артынан көн үтә торғас, ҡыҙ егетте көтә һәм һағына икәнлеген аңланы.
Дауахананан сыҡҡас та осрашты ҡыҙ менән егет. Бер көн Йәмил Зәлифәне ресторанға саҡырҙы. Бик матур ғына барған кеүек ине лә осрашыу, бер мәл өҫтәл эргәһенә бер ҡыҙ килеп: “Бына ҡайҙа икәнһең, Йәмил? Шылтыратһам, телефонды ла алмайһың! - тине. Унан Зәлифәгә төбәлде. - Ә һин кем булаһың? Минең исемем – Румия. Беҙ Йәмил менән ике йыл осрашабыҙ...”
Был хәлдән һуң Йәмил Румияны ситкә алып китеп, һөйләшә башланылар. Был ваҡытта Зәлифә, үҙенең бында артыҡ икәнлеген аңлап, ресторандан сығып йүгергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
...Ике аҙна үтте. Зәлифәнең тормошо элеккесә барҙы, ҙур булмаған аҙыҡ-түлек магазинында эшләгәндән һуң, бәләкәй бүлмәһенә ҡайтып уйға батыр булды, хәҙер хатта хыялланырға ла ҡурҡты. Күңлендә бары Йәмил ине, уның йөҙөн, йылмайыуын онота алмай йонсоно.
Бер көн Зәлифәне икенсе сменаға эшкә сығыуҙы һоранылар. Сауҙаның ҡыҙған, һатып алыусыларҙың күп ваҡыты: баш ҡалҡытырға ла әмәл юҡ. Бер ваҡыт оло йәштәге ирҙең, касса эргәһендә аҙыҡ-түлекте иҫәпләүгә һалып, үҙенә оҙаҡ текләп ҡарауынан тертләп китте, аҙыҡ-түлек өсөн түләгәс тә эргәһенән китергә ашыҡманы. Үҙе тәрбиәле генә күренә, матур кейенгән, бөхтә. Шулай оҙаҡ ҡына баҫып ҡарап торғас, магазиндан сыҡты.
Эшенән ҡайтырға тип урамға йүнәлгән Зәлифә баяғы оло йәштәге ирҙең үҙен көтөүенән терләп китте. “Ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең менән һөйләшкем килә. Шул тиклем төҫкә ҡыҙыма оҡшағанһығыҙ. Ул күптән юғалды”, - тип өндәште ул. “Бик йәл. Ә мин әсәйемде хәтерләмәйем, балалар йортонда үҫтем”, - тип яуапланы ҡыҙ. “Әйҙәгеҙ, анау эскәмйәлә ултырып һөйләшәйек әле, - тип оло кеше ҡыҙға өндәште. – Һеҙ минең ейәнсәрем, тип күңелем һиҙә”. Артабан улар оҙаҡ һөйләште һәм ДНК эшләргә кәрәк тигән ҡарарға килделәр.
Эйе, һуңғараҡ, ысынлап та, Зәлифәнең ошо оло кешенең ейәнсәре, ә уның әсәһенең ҡасандыр ғаиләһенән бер егет менән сығып киткәнлеге асыҡланды. “Ниңәлер шул егетте ҡабул итмәнем шул. Ә аҙаҡ аңлағас, баламды таба алманым. Бер хата ҡарарым баламдың да, үҙемдең дә тормошомдо емерҙе. Ә ҡатыным ҡыҙыбыҙға туғыҙ йәш тулғанда вафат булды. Мин яңғыҙым тәрбиәләй инем ҡыҙымды. Шуға егете алып киткән ошо ҡалаға Ләйсәнемде эҙләп йыш килә инем һәм бына һине таптым”, - тине олатаһы.
Зәлифә туған кешеһен осратҡас, үҙен бәхет күгендә йөҙгәндәй тойҙо. Тиҙҙән ул олатаһы эргәһенә икенсе ҡалаға иркен фатирға йәшәргә күсте. Тормошо шулай көйләнгәндәй тойолғайны ла, тик бына күңелен Йәмилдең юҡлығы әрнетте.
Бер көн элек йәшәгән ҡалаһына эш буйынса килде Зәлифә. Йомоштарын йомошлағас, үҙәк урамдағы шыршыға килде. “Барыһы өсөн дә рәхмәт, шыршыҡай. Барлыҡ теләктәремде тормошҡа ашырҙың. Хәҙер йәнә мөғжизәгә ышанам: минең шәп олатайым бар, бик матур урында эшләйем, матур йәшәйем. Тик мин уны ғына яратам, әммә Йәмил генә эргәмдә юҡ. Әйҙә, ул бәхетле булһын һәм ҡай саҡта, исмаһам, минең турала иҫләһен”, - тине лә уфтанып шыршы ботаҡтарына тейҙе. Ә унан ап-аҡ ҡарҙар тирә-йүнгә осто. Шул ваҡыт: “Ә мин һине бер ҡасан да онотманым, һәр ваҡыт һине эҙләнем, - тигән тауышты ишетте ҡыҙ. – Тапмам тигән инем, бөгөн ниңәлер ошонда килергә булдым. Хәҙер тиккә түгел икәнлеген аңланым. Мин һине ныҡ яратам!”. Йәмил Зәлифәне күтәреп алды ла шыршы тирәләй өйөрөлә башланы.
...Был һүҙҙәрҙән, был хәлдән һуң ҡыҙ үҙен бәхет күгендәләй һиҙҙе, Яңы йыл мөғжизәһенең барлығына йәнә тамам ышанды. Ә уның бәхетенә ҡыуанғандай ап-аҡ ҡарҙар ныҡлап яуа башланы, әйтерһең, ул йәштәргә бәхет инселәне...
Фото: www.pinterest.com