Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
13 Декабрь 2022, 10:00

“Һинең янында булыу үҙе бәхет...”

Ҡыҙ көтөргә вәғәҙәләй, тик һалдаттың алыҫтан яҙған һағыныу хаттарына, открыткаларына яуап бирмәй...

“Һинең янында булыу үҙе бәхет...”
“Һинең янында булыу үҙе бәхет...”

Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында йәшәгән Усмановтар ғаиләһе менән танышҡан һәр кем уларҙың бәхетле йөҙҙәренә ҡарап һоҡланмайынса булдыра алмаҫ. Ҡырҡ йылдан ашыу бергә йәшәп, һөйөүҙәрен һаҡлай алған Флүзә һәм Вәкил Усмановтар бик күптәргә өсөн матур өлгө.

Бер үк ауылда, бер үк урамда йәшәгән йәштәр күпмелер ваҡыттан һуң дуҫлашып китә. Егет армияға  саҡырылғас, ҡыҙҙан уны көтөү-көтмәүен һораша, уныһы көтөргә вәғәҙә бирә, тик һалдаттың алыҫтан яҙған хаттарына, открыткаларына яуап бирмәй, һағынһа ла, сабыр ғына көтөп ала. Моғайын, яратҡан кешеһенең мөхәббәте ныҡлығын һынап ҡарарға теләгәндер... 

Мөнәсәбәттәр өйләнешеү менән тамамлана.  Бер аҙ айырым йәшәгәндән һуң тыуған йортҡа ҡайтырға, олоғайған әсәләрен тәрбиәләргә  кәрәк була. Иҫке йорт урынына яңыһы ҡалҡып сыға. Хужаларҙың уңғанлығы ихатанан уҡ күҙгә ташлана. Мал-тыуар ҡура тулы.

“Мәшәҡәттәр етерлек инде, ҡалала йәшәгән балалар кәрәк саҡта ярҙам итә. Беҙ уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тырышабыҙ”, – ти өлкәндәр.  Флүзә ханымдың тирә-яҡта “бауырһаҡ оҫтаһы” тигән даны сыҡҡан, туйҙар үткәргәндә заказдар бирәләр. “Был эш еңел түгел, түҙемлек талап итә. Бауырһаҡ уңһын өсөн өҙлөкһөҙ болғатып торорға кәрәк, ирем ҙур теләк менән  ярҙамға килә”, – тип йылмая хужабикә.

Флүзә ханымдың тағы бер  яратҡан шөғөлө бар: мәктәптә уҡығандан алып ул шәл бәйләү менән мауыға. “Ҡул ҡаушырып ултыра алмайым, шәл һәм яулыҡтарҙан тыш,  бүләккә тапочкалар бәйләргә яратам”, – ти ул.

Флүзә Әхнәф ҡыҙы Йәшергән ауылының Мәҙәниәт йорто эргәһендәге “Серҙәш” вокал ансамбленә йөрөргә лә, конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Ирле-ҡатынлы Усмановтарҙың икеһе лә колхозда оҙаҡ йылдар эшләгән, Вәкил Ярулла улы – районда  танылған механизатор, тракторсы булды, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре” гәзите.  Флүзә Әхнәф ҡыҙы тәүҙә сусҡа ҡараусы, аҙаҡ ашнаҡсы булып эшләй.

Хәҙер улар ғәҙәти мәшәҡәттәр, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл. Улар өсөн оло тормош юлында бергә  йәнәш барыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡ.

Фаягөл Йосопова фотолары.

 

 

 

“Һинең янында булыу үҙе бәхет...”
“Һинең янында булыу үҙе бәхет...”
“Һинең янында булыу үҙе бәхет...”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: