Төпкөл ауылдан килеп, баш ҡалала йәшәгән Мәрйәм матди йәһәттән бер нимәгә лә ҡытлыҡ кисермәй. Фатирын да, машинаһын да, ғөмүмән, матур, етеш тормош өсөн барыһын дә хәләл көсө менән тапты. Абруйлы һаналған уҡыу йортона ингәндә лә ул үҙен өс тапҡыр рәттән һынап ҡараны, шунан ғына студент булды.
Әммә был ваҡытты ла ул белем алыуға ғына сарыф итмәне, һәр саҡ килем килтерер ниндәй ҙә булһа эш менән мәшғүл ине. “Үҙем генә түгел, минән тыш тағы дүрт ҡустым бар. Уларҙы ла аяҡҡа баҫтырышаһы бар. Ауылда ата-әсәйемә эш хаҡы аҙ түләнә. Өҫтәүенә үҙемә лә ҡулаҡса кәрәк бит”, – ти торғайны ул. Шулай йыл артынан йыл үтә башлағас, ул матди йәһәттән үҙенең тормошон ғына түгел, туғандарыныҡын да нығытты. Тик бына төҫкә-башҡа матур, изге күңелле, тырыш ҡатын шәхси тормошонан ғына уңмаған икән...
“Мин дә ир бәхете хаҡында хыялланмаған тиһегеҙме?! Әлбиттә, көн һайын бәпесемде һөйөп, иремдең ышығында йәшәргә теләй инем. Тик тормош беҙҙеңсә генә барамы? Юҡ шул...” – ти көслө ҡатын күҙ йәше аралаш.
Ғаяз менән эш урынында танышҡандар. “Мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы егеткә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Һүҙҙе лә уйлап һөйләр, тормош мәшәҡәттәрен дә үҙ еңенә һалыр тормош иптәшем булыр, тип уйлағайным. Их, йәш саҡты кире ҡайтарһаң ине лә бит...” Ул ваҡыт, 2000 йылдарҙа, ярайһы ҙур ғына хеҙмәт хаҡы түләнгән алдынғы предприятиеларҙың береһендә эшләй ине улар. Шуға мул ғына аҡса алған йәштәр туйҙы ла гөрләтеп яһай, торлаҡты ла тиҙ һатып ала.
Өҫтәүенә күп тә үтмәй, йәш ғаиләгә бәхет-ырыҫ өҫтәп, бер-бер артлы бына тигән улдары тыуа. Уларҙың бәрәкәтле, матур, мул тормошона таныштары һоҡланып бөтә алмай. Тик бына был бәхет ситтән генә ялтыр, матур, иҫ киткес булып күренгән икән. Ысынбарлыҡта иһә ғаиләлә янъялдар даими ҡуба, һәр тин өсөн ҡатынының йәнен алырға торған ир йыш ғауға сығара, әммә сабыр Мәрйәм бәләкәстәре хаҡына тип барыһына ла түҙә.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер мәл Ғаяздың Мәрйәмде икеһе бергәләп алған фатирҙарынан ҡыуып сығарыуы хаҡында ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ләкин был ваҡытта ла ҡатын һыр бирмәне: балалары хаҡына ут йотоп, әсәһе менән бергә йәшәй башланы. Тик ҡайғы ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. Төп терәк-таянысы булған ҡатындың әсәһе лә бик аяныслы, башҡа килмәгән хәл сәбәпле, яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы...
“Бына ошо ҡайғы арҡаһында башым аңҡы-тиңке йөрөгән саҡта тормошомда Хәйҙәрҙе осраттым. Уның миңә ҡарата иғтибарлылығына, йылы мөнәсәбәтенә иҫем киткәндер, ахыры. Уның “Никах уҡытайыҡ” тигән һүҙҙәренә ризалығымды биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Их... шул ваҡытта бик ныҡ хаталанғанымды аҙаҡ ҡына аңланым. Тик бына терһәкте тешләп буламы ни?!” – тип хәтирәләргә бирелә ҡатын.
Баҡтиһәң, Хәйҙәр бик елғыуар, еңел холоҡло һәм үҙен генә хәстәрләр әҙәм булып сыҡҡан икән. Гүзәл зат вәкилдәренең уңышлы, аҡсалы һәм матди йәһәттән байҙарын һайлап, баш бутаусыларҙың береһе икәнлеге асыҡланған. “Үҙем етди, яуаплы һәм ярҙамсылмын. Тик бына миңә ҡарата янаған ниндәйҙер хәүеф-хәтәрҙе, яңылыш аҙымды һис күҙаллай белмәйем икән. Был осраҡта бер аҙға ғына булһа ла бәхет татығым килде, ышанырға тырыштым һәм тағы алдандым...”– ти Мәрйәм.
“Бер ваҡыт ирем әсәһенә тип йыйына башлағас, мин дә барырға булдым. Ә ул: “Теге иреңдең балаларын алып йөрөйһө булма! Барһаң, үҙең генә бар”, – тип ҡырт киҫте. Ошо ваҡытта минең башыма бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни?! Шаҡ ҡаттым, иҫәңгерәнем һәм тиҙ генә аҡылыма килдем. Өҫтәүенә Хәйҙәрҙән бәпес көтә инем. “Әгәр һине йәки улдарымды һайларға тура килһә, белеп ҡуй: балаларым күпкә ҡәҙерлерәк буласаҡ. Үҙең дә, балаларым бар икәнлеген белә тороп, миңә тәҡдим яһаның бит!” тип ҡырт киҫтем...” – ти ул.
...Ошо ваҡыттан һуң ир йоратының эҙе лә ҡалмаған. Ә Мәрйәм өсөнсө малайының үҫеп килеүенә һөйөнөп туя алмай. “Әлбиттә, еңел түгел әле минең тормошом. Тик барыбер берәй көн миңә лә бәхет йылмайыр тигән ышаныс менән йәшәйем. Өс улым – өс таянысым. Бер-береһенә терәк булып үҫеп киләләр. Ҡасандыр мине уртаҡ йорттан ҡыуып сығарған беренсе ирем дә, бергә булыуыбыҙҙы теләп, килгәне бар. Ә Хәйҙәрҙән бер хәбәр юҡ. Шул тиклем дә ҡаты бәғерле, үҙ балаһына хатта бер тапҡыр ҙа күҙ һалмаған кешегә нисек ғашиҡ булғанмын икән тип аптырайым хәҙер. Хоҙай миңә ир бәхете бирмәһә лә, шөкөр, бала бәхете татырға насип иткән. Ошо үҙе бәхет бит ул!” – тип һөйләй ҡатын.
Көслө рухлы, ныҡышмал, тырыш, заман менән бергә атлаған Мәрйәмгә ҡарайһың да тағы таң ҡалаһың. Әйтерһең дә уны яҙмыш ҡыйырһытмаған, әйтерһең дә, барыһы ла уға еңел бирелә...
Фото: wallhere.com