Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
14 Февраль , 22:00

Атайымды эҙләп табырға булдым...

“Әсәйем бәләкәй саҡтан уҡ иҫкәртеп ҡуйҙы: әгәр ҙә мәгәр уны эҙләп маташһаң, аралашһаң,  һөйләшмәү түгел,  һинән баш тартам, тине. Шул тиклем нимә менән үпкәләтте һуң тигән һорауға, ул....”  

Атайымды эҙләп табырға булдым...
Атайымды эҙләп табырға булдым...

Нәфисә техникум тамамлағандан һуң, баш ҡала ойошмаларының береһендә эшләп йөрөй. Һәүетемсә барған тормошона ҡәнәғәт булырға уға бала саҡтан йөрәге түрендә йәшәгән хыялы тынғы бирмәй:

“Бәләкәй саҡтан атайымды күрергә хыялланып йәшәнем. Ул миңә шул тиклем көслө, батыр, ғәҙел кеше булып тойола торғайны. Ысынбарлыҡта ниндәй булғандыр, һәр хәлдә үҫкән саҡта әсәйемдең ауыҙынан бер яҡшы һүҙ ишетмәнем. Ул атайыма 20 йәштә кейәүгә сыҡҡан, мин тыуып, бер йыл да үтмәгән, айырылышҡандар. Атайым Себер тарафтарына сығып киткән, тигәнде яҙа-йоҙа ғына ишетеп белә инем.

Йылдар үтә торҙо, әсәйемдең  башы шәхси тормошон яйлауҙан сыҡманы. Төрлө ирҙәр, улар тураһындағы аһ-зарҙар менән уртаҡлашҡан шикле әхирәттәр, кәйеф-сафа ҡороуҙар – тормошонда бөтәһе лә булды. Өләсәйемә рәхмәт  –  бала сағымдан алып әлеге көнгәсә терәгем, яҡлаусым ул. Тырышып-тырмашып уҡырға индем, һөнәр алдым, эшләп йөрөйөм. Әсәй ҙә һуңғы йылдарҙа бер аҙ баҫыла төштө, бер ир менән йәшәп ята, уға хатта бала табып бирҙе.

Әсәйем мин бәләкәй саҡта уҡ иҫкәртеп ҡуйғайны: әгәр ҙә мәгәр атайыңды (“йүнһеҙ әҙәмде”, “ҡәбәхәтте”)  эҙләп маташһаң, һинең менән һөйләшмәү түгел, үҙеңдән баш тартам, тине. Шул тиклем нимә менән үпкәләтте тигән һорауға, эшең булмаһын, тип яуаплар ине.  Өләсәй ҙә бер нимә аңлатырға теләмәне, ҡул һелтәй ҙә ҡуя торғайны.

Үҫмер саҡта әсәйҙең һүҙҙәренән ҡурҡһам, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, атайымды эҙләп табырға булдым. Әгәр ҙә әсәйем миңә етеш, болотһоҙ, бәхетле бала саҡ бүләк иткән булһа, бер хәл. Ә бында ни унан йылылыҡ күрмәнем, етмәһә, атайымды эҙләүҙе тыйып маташа, ни хоҡуғы бар, тип фекер йөрөттөм мин.

Бар ҡыйыулығымды йыйып, уны социаль селтәрҙә эҙләп ҡарарға булдым. Байтаҡ кешеләр араһынан таптым: ысынлап та Себер ҡалаларының береһендә йәшәй, ғаиләһе бар, ике бала үҫтерә икән. Эй матур, сағыу фотолар! Бәхетле икәндәре күренеп тора.

Ултырып илап алдым, шыҡһыҙ бала сағым, атайһыҙлыҡ әрнеүе, юғалтҡан ваҡытым өсөн бик-бик ҡыйын булды. Бер аҙ тынысланғас, уның сәхифәһенә хат ебәрҙем, кем икәнлегемде аңлаттым. Унан ике көн яуап килмәне. Ошо ваҡыт эсендә нимәләр уйлап, ниҙәр кисергәнемде белһәгеҙ!

Ниһайәт, атайым яуап бирҙе. Танышып, бер аҙ яҙышып аралашҡандан һуң ул телефон номерымды яҙыуҙы һораны. Шул кистә шылтыратты, һәм беҙ уның менән сәғәттән ашыу әңгәмәләштек. Шул тиклем асыҡ кеше булып сыҡты, хатта илашып-көлөшөп тә алдыҡ. Күңелемә оҙаҡ йылдар күрмәгән тыныслыҡ килде, ауыҙ тултырып “атай” тип әйтә алыуыма шатландым.

Атайымдың да хаталары булмаған түгел, ул күптән уларҙы таныған һәм ғәфү үтенде. Уның менән аралашыуымды дауам итәсәкмен, бына, яҙғыһын, отпуск ваҡытында үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Былар хаҡта әле әсәйемә әйтмәгәнмен. Яуабын күҙаллайым, бик ныҡ үпкәләйәсәк. Әммә ваҡыт үтер һәм аңлар тип ышанам, сөнки миңә артабан тормош юлынан атлау өсөн атай иңе бик кәрәк.

Ошо хәлдәр тураһында иң яҡын әхирәтемә һөйләгәйнем, ул: “Һин үҫкәндә бер ярҙам күрһәтмәгән атайың нимәгә кәрәк ул? Быға тиклем унһыҙ йәшәгәнде артабан йәшәй алмаҫһыңмы? Башыңа проблема эҙләйһең”,  –  тип күңелемде ҡырҙы. Әммә мин уны күрергә тейеш – әлегә шуны беләм”, –  тип һөйләне беҙгә Нәфисә исемле ҡыҙ.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

Фото: stakan4ik.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: