Асҡын районында йәшәгән Хәйруллиндар ғаиләһе күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Рузана Пермь крайында тыуып үҫкән. Яҙмыш уларҙың ғаиләһен 2005 йылда Асҡынға алып килә. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, ҡыҙ Башҡортостан дәүләт аграр университетына “Урман эше” белгеслеге буйынса уҡырға инә. Аҙаҡ Асҡын урман хужалығында урманды файҙаланыу буйынса инженер булып эшләй, үҙен ышаныслы, хеҙмәт һөйөүсән белгес итеп күрһәтә. Әлеге ваҡытта ул декрет ялында, оло ғаиләһен хәстәрләп йәшәй.
Ғаилә башлығы Радим Рәфит улы Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуып үҫә. Нефтекама профессиональ лицейын тамамлап, электр монтажсыһы һөнәрен ала. Тәүҙә вахта ысулы менән эшләй, беренсе сабыйҙары тыуғас, районға ҡайтырға була. Радим үҙ һөнәренең оҫтаһы, “Башкирэнерго” йәмғиәтенең бына тигән электромонтеры, тиҙәр хеҙмәттәштәре.
–Радим менән социаль селтәрҙә таныштыҡ. Ярты йылдан һуң осраша башланыҡ, йылы мөнәсәбәт ныҡлы никахҡа килтерҙе, – тип һөйләй Рузана. – Бөгөн беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ – өс балабыҙ. Аяз улыбыҙ быйыл беренсе класҡа уҡырға төшә. Өс йәшлек Әлим ҙур ҡәнәғәтлек менән балалар баҡсаһына йөрөй. Айлинаға ни бары бер йәш тә ете ай ғына. Яңы йорт төҙөйбөҙ, яҡын арала күсенһәк, һәр беребеҙҙең йәмле үҙ бүлмәһе буласаҡ.
Рузана сәскәләр үҫтерергә, баҡса тәрбиәләргә яратһа, Радим алтын ҡуллы оҫта. Автомобилдәр, техника менән мауыға, балыҡҡа йөрөй, тәбиғәттә ял итергә әүәҫ. Берҙәм ғаилә күп ваҡыттарын бергә үткәрергә, сараларҙа ҡатнашырға ярата. Хәйруллиндарға ҡарап, фәһем алып, ауылда ла бына тигән итеп йәшәп була икән, тигән уйға киләһең. Улар тыныс, йәмле тормоштарын шау-шыулы ҡалаға алмаштырырға ниәт тотмай.