Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
11 Август , 10:00

“Хыянатты ғәфү итмәгеҙ...”

Был хәлгә иҫе киткән Мәрйәм, йүгереп барып, иренең арҡаһына төртөлдө. Ул боролоп ҡарап, ҡатынын күргәс, иҫе китте, теге ханым да аптырашта ҡалды. Ә ул... теге класташы Зилиә! 

“Хыянатты ғәфү итмәгеҙ...”
“Хыянатты ғәфү итмәгеҙ...”

Төндән алып туҡтауһыҙ яуған өшәнес ямғыр Мәрйәмдең күңелен өйкәгән ауыр уйҙарҙы нығыраҡ ҡуҙғытып ебәрҙе. “Егерме йылға яҡын бергә йәшәгәс, тағы шул уҡ хәл... Берҙән-бер ҡыҙын да уйламай бит, исмаһам. Кеше бер ҡасан да үҙгәрмәй, тигәндәре хаҡ икән. Ун йыл элекке хәл йәнә ҡабатланды...” – тип үҙ алдына һөйләнгән ҡатындың һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, ямғыр тамсылары тәҙрәгә туҡтауһыҙ бәрелде. “Әгәр шул ваҡытта уҡ араны өҙһәм, тормошом да икенсерәк булыр ине... Юҡ, ғәфү иттем, ышандым һәм тағы алдандым...”.

...Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Мәрйәм район үҙәгенә уҡытыусы булып эшкә төшкәйне. Мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы, ҡыйыу Марат менән шунда танышҡайнылар. Яңыраҡ ҡына үҙ эшен асҡан егет ҡыҙҙың күҙен астырманы, артынан ҡалманы: эштән ҡайтырға сыҡҡанда сәскәләр менән ҡаршыларға ғәҙәтләнде. Һуңғараҡ ҡыҙ үҙе лә, аңғармаҫтан, Мараттың һәр саҡ эргәһендә уралыуына күнегеп китте, концерт-фәләнгә лә бергә йөрөй башланылар.

Бер йылдан һуң Марат кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, ризалығын бирҙе.  Был ваҡытта Мәрйәм егеткә  тамам ғашиҡ булғайны, бары уның менән генә ғаилә ҡорорға теләй ине. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр, ике яҡтан да ата-әсә, туғандары ҡулынан килгәнсә йәштәргә ярҙам итергә тырышты. Оҙаҡламай йәш ғаилә бына тигән иркен фатирлы булды.

Барыһы ла һәүетемсә генә барған кеүек ине: ғаиләгә йәм, бәхет өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Ҡатын декрет ялында саҡта, бәләкәстәренә ике йәш тулғанда, ир эштән ҡайтырға ашыҡмай йәки дуҫтары менән юғала башланы. Мәрйәмдең әхирәте Гөлйөҙөм “Ирең һул яҡҡа йөрөмәйме?” тип ишара яһаны. Тик Маратына ныҡлы ышанған ҡатын был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәне. Ә бына иренең класташтары менән осрашыуынан һуң кафенан өйөнә ашыҡмауы, төндә лә ҡайтмауы, телефонының һүндерелеүе ҡатынды тамам аптыратты.

Иртәгәһенә ҡыҙын күршеһенә ҡалдырып, ҡатын Маратының иң яҡын дуҫының береһенә иренең ҡайҙалығын белешергә йүнәлде. Ә унда асыҡ ишек төбөнән үк фатир тулы шешә, туҙынып ятҡан әйберҙәр күҙенә салынды. Иренең бер ҡатын менән бергә икәнлеген  күреп ҡалып, Мәрйәм ни эшләргә лә белмәне. Бер аҙҙан үҙен ҡулға алды һәм, уларҙы шым ғына фотоға төшөргәс, подъездан кире сығып йүгерҙе. Ә теге икәү бер нимә лә һиҙмәне, бер-береһенә мөкиббән киткәйне...

Марат төштән һуң ғына ҡайтып инде лә класташтары менән оҙаҡ ултырғаны, кафенан һуң бергәләп дуҫына барыуҙары, телефонының һүнеүе хаҡында һөйләй башланы. Тик ҡатыны телефондағы теге фотоны күрһәткәс, ғәфү үтенеп, үҙен  ҡасандыр ташлаған беренсе мөхәббәте Зилиәгә ошолай үс итеүе хаҡында һөйләне.

Мәрйәмдең иренән китергә йыйыныуы тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡәйнә менән ҡайныһы ла ғаиләне емермәүҙе үтенә башланы. Башта кейәүенә асыулы булған әсәһе лә, шайтан бутағандыр инде, хәҙер үҙе ҡайғыра, тип был хәл тураһында онотоуҙы һораны. Бәләкәй ҡыҙын ҡосаҡлаған Мәрйәм район үҙәгенән ҡалаға күскән осраҡта ғына ғәфү итәсәге хаҡында әйтте. Икенсе мөхит, йәшәү урынын алмаштырыу аяныслы хәл тураһында бер аҙ оноторға ярҙам итер, тип уйланы. Ире менән уның ата-әсәһе өс ай эсендә ҡаланан ике бүлмәле фатир һатып алды.

...Ун йыл үтеп тә китте. Хәҙер инде ире лә өлгөлө ғаилә башлығы, ҡыҙҙары ла үҫте инде. Тыныс, һәүетемсә генә йәшәргә кәрәк кеүек. Тик бына кисә төш мәлендә ҡала үҙәгендәге супермаркетта күргән хәл был һиллекте йәнә юҡҡа сығарҙы. Унда Мәрйәмдең ире,  бер ханым менән үҙҙәренә кәрәк барлыҡ аҙыҡ-түлекте һатып алып,  магазиндан сыҡҡас, машинаға ҡарай йүнәлде, юл ыңғайы ир ҡатынды үбеп алды.

Был хәлгә иҫе киткән Мәрйәм, йүгереп барып, иренең арҡаһына төртөлдө. Ул боролоп ҡарап, ҡатынын күргәс, иҫе китте, теге ханым да аптырашта ҡалды. Ә ул... теге класташы Зилиә! Мәрйәм йүгереп ҡайтып китте...

Ә ире ҡатынының артынан бер ҙә йүгермәне, кисен генә һуҡмыш ҡайтып инде. “Йәшлекте иҫкә алырға теләгәйнем, уға ҡарата бер ниндәй хис-тойғо юҡ”, –  тип аҡланырға маташты.

“...Хәҙер ирем менән йәшәмәйем. Нисек ун йыл элек уны ғәфү итә алдым? Ниңә ваҡытында ҡаты ғына итеп әйтмәнем? Үҙем ғәйеплемен. Хыянатты ғәфү итмәгеҙ... Ҡыҙым ғына бик йәл. Үҙем дә йәш түгелмен”, – ти Мәрйәм, ни эшләргә белмәйенсә...

Н. Хәлисов фотоһы.

“Хыянатты ғәфү итмәгеҙ...”
“Хыянатты ғәфү итмәгеҙ...”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: