Сибайҙа йәшәгән был парҙың донъяға ҡараштары ғына түгел, исемдәре лә оҡшаш: Айзилә менән Айназ Шәриповтар. Айзилә - юрист, әлеге ваҡытта өйҙә балалары Әлимхан менән Әмиләне тәрбиәләй. Ғаилә башлығы теш табибы булып эшләй. Икәүләп 25 мең километр юл үткән тәүәккәл йәштәрҙең юл мажаралары, сәйәхәт итеүҙең үҙ-ара мөнәсәбәткә йоғонтоһо тураһында – беҙҙең әңгәмәлә.
Шәриповтар үткән юл:
2021 йыл, Сибай – Кавказ – Сибай: 8 көндә – 5750 километр;
2022 йыл, Сибай – Алтай– Сибай: 10 көндә – 5822 километр;
2023 йыл, Сибай – Грузия – Төркиә – Сибай: 13 көндә – 7800 километр;
2024 йыл, Сибай – Ҡаҙағстан – Ҡырғыҙстан – Сибай: 13 көндә – 6150 километр.
Ни өсөн оҙайлы сәфәрҙәр өсөн матайҙы һайланығыҙ? Машинала уңайлыраҡ бит.
Айназ: Мотоцикл бөтөнләй икенсе кисерештәр бүләк итә. Һауалағы хуш еҫтәрҙе һулайһың, елдең биткә һуғылып, күҙәнәктәргә үтеп ингәнен тояһың, ямғыр һыуында ҡойонаһың, дымлы асфальттан да үҙенә күрә тәмле еҫ аңҡығанын аңлай башлайһың, эҫе көндә ҡояш нурҙарының тәнеңә ҡағылыуын һиҙәһең, бөжәктәр биткә килеп бәрелә. Ә машинала һин уңайлы йомшаҡ креслола ултырып бараһың, музыка тыңлайһың, быяла артындағы пейзажды ҡарайһың, йәғни был осраҡта донъяны күҙҙәр аша ғына ҡабул итәһең. Мотоциклда саҡта тәбиғәттең бер өлөшөнә әйләнәһең.
Айзилә: Һөйгәнеңә һыйынып, уны ныҡ итеп ҡосаҡлап барыу сәйәхәткә хислелек өҫтәй. Былай ҙа бит, донъя мәшәҡәттәренә сумып, күп ваҡыт бер-береңә иғтибар бүлеп еткермәйһең. “Мотоциклда ел геүләүе һөйләшергә ҡамасауламаймы?” – тип һорай таныштар. Ә беҙ каскаларға микрофон менән ҡолаҡсын ҡуйып алабыҙ ҙа шулар ярҙамында юл буйы рәхәтләнеп һөйләшеп барабыҙ.
Айназ: Ысынлап та, ир менән ҡатын икәүҙән-икәү ҡырағай тәбиғәт шарттарында сәйәхәт итһә, ваҡ-төйәк мәсьәләләргә иғтибар итмәй башлай, бер-береһенән айырылғыһыҙ булып китәләр. Әйткәндәй, ирҙәре менән ошолай сәйәхәт итеүсе ҡатындар бик һирәк. Мәҫәлән, бер мәл Ҡаҙағстандан Илфат исемле кешене осраттыҡ. Ул мотоциклда Төркиәгә китеп бара ине, ә ҡатыны унда самолетта осҡан, ҡайтҡанда ла айырым ҡайтҡандар.
Айзилә:Грузияла үҙебеҙ кеүек сәйәхәтсе ғаиләне тап иттек. Уларға илле йәш тирәһе, Словакияла йәшәйҙәр. Тәү күреүҙән яҡын дуҫтарға әйләндек, бер-беребеҙҙе күптән белгәнбеҙ, тиерһең. Әле лә социаль селтәр аша аралашып торабыҙ.
Мотоциклда йөрөүселәрҙе ҡала ерендә бик өнәп етмәйҙәр. Улар көслө геүелдәү менән халыҡты йоҡонан яҙҙыра, йыш ҡына тиҙлекте арттыралар. Үҙегеҙгә ҡарата кире мөнәсәбәт тойғанығыҙ юҡмы?
Айназ: Төндә ҡала буйлап елдергән мотоциклистар менән оҙон юлда йөрөүселәр – ике төрлө халыҡ. Тәүгеләре текә булып күренергә яратһа, беҙ тәбиғәткә яҡынайырға теләйбеҙ, донъяға һәм кешеләргә асыҡбыҙ. Юлда башҡа сәйәхәтсе мотоциклистарҙы күрһәк, туғандарса хәл белешәбеҙ, бер-беребеҙҙе ыңғай энергия менән һуғарабыҙ. Ҙур йөк машиналарының водителдәре ағайҙарса хәстәрләп йөрөтә: юл буш булһа, сигнал биреп алға үткәрә.
Аллаһҡа шөкөр, гел яҡшы кешеләр осрай. 2021 йылда тәүге тапҡыр оҙон юлға сыҡҡас, Ырымбур менән Һамар ҡалалар араһында артҡы тәгәрмәс тишелде. Эргәбеҙгә аҙыҡ-түлек тейәгән фургон килеп туҡтаны. Водителе матайҙы тейәп алды ла шиномонтажға алып барҙы, тағы ла күп итеп ашамлыҡ бирҙе.
25 мең километр юлды үткәндә күп мажараларға юлыҡҡанһығыҙҙыр инде. Иң иҫтә ҡалғандарын һөйләгеҙ әле.
Айзилә:Быйыл Ҡырғыҙстанға барған саҡта мотоциклда 3442 метрлыҡ артылышҡа менеп төштөк һәм, иртәгә шарлауыҡты ла барып күрәйек, тип палаткала йоҡларға булдыҡ. Ана шул төндө ғүмерҙә лә онотмаясаҡмын, сөнки ул тиклем ныҡ өшөгәнем юҡ ине. Тау итәгендә һауа температураһы +5 градусҡа тиклем төштө. Бөтә булған кейемдәрҙе кейһәк тә, йылына алманыҡ.
Айназ: 2022 йылда Алтайға барҙыҡ. Юл буйы ямғыр яуҙы. Барнаул ҡалаһына барып еткәс, отелдәрҙә буш номер ҡалмаған булып сыҡты, сөнки ул яҡтарҙа туристар бик күп. 170 километрҙай алыҫлыҡта ятҡан Бийск ҡалаһында номер табып, шунда юлладыҡ. Ямғырҙа ҡойона-ҡойона ҡалаға барып еттек, отель яғына боролдоҡ. Юлда ҙур күләүек күренгәс, тиҙлекте сәғәтенә 15 километрға тиклем кәметеп үтергә булдым. Тик уның аҫтында тәрән соҡор ятҡан икән. Шунда төшөп, мотоцикл менән ҡуша күләүеккә ауҙыҡ. Ярай әле үҙебеҙгә бер нәмә лә булманы, әммә бер тәгәрмәстең дискы ярылды. Сәғәт төнгө 12 ине. Ошоноң менән сәфәребеҙ тамам, тип көйәләнеп торғанда арба таҡҡан еңел машина килеп туҡтаны. Водителе хәлебеҙҙе һорашты, матайҙы арбаһына тейәп, беҙҙе отелгә алып барҙы. Иртәгәһенә теге водителдең кәңәше буйынса ҡалала алюминийҙы иретеп йәбештереүсе берҙән-бер оҫтаны таптыҡ, ул тәгәрмәстеңдискын йүнәтеп бирҙе.
Тәгәрмәстең резинаһы ла эшлектән сыҡҡан ине, уны Новосибирск алаһынан такси аша ҡайтарттыҡ. Шулай итеп, ике тәүлек ваҡытты әрәм иттек. Был ваҡиғанан ике һабаҡ алдым: башҡаса төндә юлға сыҡмаҫҡа һәм күләүек аҫтында соҡор булырға мөмкин икәнен онотмаҫҡа!
Мөғжизәгә тиң хәлдәргә юлыҡҡанығыҙ бармы?
Айназ:Алтайҙағы Алтынкүлгә (картала Телецкое тип күрһәтелгән) китеп барғанда 70 километрҙай ташлы юлдан үттек. Паромға барып еткәс, хаггерҙың төшөп ҡалғанын аңғарҙым. Ул тәгәрмәстән ҡойо сәсәрәмәһен өсөн кәрәк, үҙе ҡиммәт кенә тора. Ә социаль селтәрҙә мотосәйәхәтселәрҙең “Урта Азия” тигән төркөмө бар. Унда йөҙәрләгән кеше бер-береһенә ярҙам итә, кәңәш бирә. Юғалған хаггер тураһында иғлан яҙып һалғас, бер ҡыҙ: “Икенсе төркөмдә кемдер шул уҡ юлда хаггер табып алыуы һәм хужаһын эҙләүе тураһында яҙғайны”, – тип һылтанма бирҙе. Мин ул кеше менән бәйләнешкә индем. Бер аҙнанан хаггер почта аша өйгә килеп тә етте. Иретеп йәбештереп ҡуйғайным, һаман да тора. Алтайҙа төшөп ҡалған әйбереңдең Мәскәү аша әйләнеп ҡайтыуы – мөғжизә, минеңсә.
Мотосәйәхәт менән ҡыҙыҡһыныу ҡасан барлыҡҡа килде?
Айназ: 5-6 йәштәрҙә. Бала сағым Бөрйән районының Әтек ауылында үтте. Хәтеремдә, бесән мәле башланһа, биш кеше арбалы мотоциклға тейәлеп алабыҙ ҙа сәғәт буйы алыҫтағы сабынлыҡҡа барабыҙ. Миңә ныҡ оҡшай ине матайҙа йөрөү! “Их, оҙаҡ итеп матайҙа йөрөргә лә бесән эшләмәҫкә ине!” тип хылланғаным иҫтә. 16 йәштә танытма алдым һәм шунан бирле мотоциклдан айырылғаным юҡ.
Алыҫ сәйәхәт өсөн ниндәй мотоциклды һайланығыҙ? Юлға үҙегеҙ менән нимәләр алаһығыҙ?
Айназ: Алыҫ юл өсөн Японияла сыҡҡанына өҫтөнлөк бирҙем, ҡеүәте 101 ат көсөнә тиң. Ике кеше ултырһа һәм кәрәк-яраҡ тейәлһә, дөйөм массаһы 400 килограмға етә. Үҙебеҙ менән палатка һәм ике көнгә етерлек һыу һәм аҙыҡ-түлек, бер аҙ ҡулаҡса алабыҙ. Йөктө йылдан-йыл мөмкин тиклем кәметергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, тәүге осорҙа өс урынлыҡ ауыр палатка йөрөтә инек, хәҙер ике урынлыҡты алабыҙ.
Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә кеүек илдәрҙә булырға өлгөргәнһегеҙ. Уларҙағы халыҡ, мәҙәниәт ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
Айзилә:Ҡайҙа йөрөһәк тә, башҡорт телендә иркен аралашыуыбыҙға ҡыуандыҡ. Ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙар беҙҙе йылы ҡабул итте, ил сигендәге һаҡсыларға тиклем “башҡорттар” тип ике ҡуллап тороп иҫәнләште. Шуға ла үҙебеҙҙе яҡын туғандарыбыҙҙа ҡунаҡта кеүек хис иттек. Төркиәлә лә телдәрҙең оҡшашлығына хайран ҡалдыҡ. Ә бына алтай телендәбик күп уртаҡ һүҙҙәрҙе ишетеү минең өсөн асыш булды.
Айназ: Был илдәр архитектура ҡомартҡылары, бик ҙур мәсеттәре менән хайран ҡалдырҙы. Шулай ҙа һәр бер сәфәрҙән һуң “Иң матур урын – Башҡортостан” тип ҡабатлап туймайбыҙ. Башҡа сәйәхәтселәр ҙә: “Алыҫ юлда нимә эшләйһегеҙ, ысын матурлыҡ үҙегеҙҙә бит?!” – тип һорай. Ошондай һоҡланғыс ерҙә йәшәүебеҙгә шөкөр итергә, тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға, һыуҙарыбыҙҙы таҙа итеп тоторға тейешбеҙ. Беҙҙән һуң килер быуынға ошо байлыҡты еткерергә бурыслыбыҙ.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.
Фото һәм видео: Шәриповтарҙың ғаилә архивынан.