Кейәүгә сығырға йыйынған ҡатын-ҡыҙ был мәсьәлә менән осрашмай булдыра алмай. Никахҡа инеүсе кәләштәр үҙ фамилиялары менән хушлашып, кейәүҙәренекенә күсеү яғын ҡарай.
Статистикаға күҙ һалһаң, күптәр элекке замандарҙағы кеүек, ҡатын-ҡыҙҙың ир фамилияһына күсеүен хуплай. Ә бына, һис көтөлмәгәнсә, ир-аттың күпселеге өсөн фамилияны алыштырыу һис тә мотлаҡ түгел.
Ҡайһы берҙә иренең фекере генә мөһим түгел, туған-тыумасаһының ҡаршы төшөү, һүҙ ишеттереү ихтималлығы ла борсой ҡатын-ҡыҙҙы. Ни өсөн был ябай ғына тойолған мәсьәлә гә иғтибар шундай ҙур? Әйҙәгеҙ, аҫыл зат вәкилдәренең үҙен тыңлайыҡ
Гөлназ: ”Миңә үҙемдең исем-шәрифем бик оҡшай. Фамилиямды юғалтҡым килмәй. Руслан менән балалар, өйләнешеү тураһында шаяртып һөйләшһәк тә, туйға тиклем йыраҡ әле, сөнки һәр беребеҙҙең уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алаһы бар. Был минең өсөн бик мөһим. Туғандар ҙа, әхирәттәр ҙә мәле сыҡҡан һайын “ҡасан туйға саҡыраһығыҙ?” тип ҡаңғырта. Ни өсөн ашығырға, бер-беребеҙҙе яратабыҙ, пландар ҡорабыҙ, бергәләп ял итәбеҙ, ЗАГС-ҡа барырға өлгөрөрбөҙ әле...
Туй тураһында һүҙ ҡуйырғас, бер саҡ Руслан уйынлы-ысынлы: ”Һин минең фамилияға күсәһең инде, былай булғас”, - тип ысҡындырҙы. Был хаҡта етди һөйләшеү булмаһа ла, уның өсөн был аҙымдың бик мөһим икәнлеген аңланым. “Икебеҙҙең ике төрлө фамилия булғас, балаларҙыҡы ниндәй булырға тейеш?” – бына уның ҡоростай дәлиле.
Үҙем дә уйлана төштөм, Руслан хаҡлы кеүек. Тик минең, ысынлап та, үҙ фамилиямды юғалтҡым килмәй. Был феминизм да, тәкәбберлек тә түгел, мин уға күнеккәнмен, фамилиямды яратам.
Бер һүҙгә килә алмағас, мәсьәләне һуңғараҡ ҡалдырырға булдыҡ. Ул нисек тә булһа ныҡышып, үҙенең фамилияһын “бүләк итергә” тырыша, ә минең күңелем һис кенә лә ризалаша алмай.
Лилиә: Юғары уҡыу йортон тамамлағас, һөйгән егетем менән өйләнешергә, бер үк ҡалаға эшкә китергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Ул шунда уҡ минең уның фамилияһын алыуымды теләгәнен әйтте. Мин яйы сыҡҡан һайын уның ҡолаҡҡа ятышһыҙ фамилияһы оҡшамағанын белдерәм. Ә ул: ”Минең ҡатыным минең фамилияны йөрөтәсәк”, – тип ҡабатлай. Һеңлем дә буласаҡ еҙнәһе яҡлы: ”Үҙен һөйгәс, исем-шәрифен дә ҡабул итәһең, йәмһеҙ яңғыраһа ла, уның фамилияһына күсәһең инде, апай. Тормошта был мөһим түгел”, – тип аҡыл өйрәтә.
“Наил, ир фамилияһына күсеү “модаһы” иҫкерҙе бит инде, баш ватмайыҡ, миңә үҙемдеке, һиңә үҙеңдеке оҡшай. ХХI быуатта бындай иҫкелек ҡалдығына йәбешеп ятмайыҡ. Иң мөһиме – беҙҙең мөхәббәт ныҡлығы”, – тип, уның теләген һүндермәк булам.
Мин уның кәзә кеүек тиҫкәрелеген, үҙ һүҙендә ҡаты тороу холҡон бөтөнләй белмәгәнмен икән. Ҡәтғи талап ҡуйҙы: йә үҙеңдең фамилияң менән ҡалаһың, йә туйға әҙерләнәбеҙ. Янаумы был, ҡурҡытыумы?
Был темаға бер ҡасан да әйләнеп ҡайтманыҡ. Хәҙер Наил менән биш йыл йәшәйбеҙ, бәхетлебеҙ. Ике улыбыҙ үҫә, барыбыҙ ҙа бер фамилияны йөрәтәбеҙ. Бер нимәгә лә үкенмәйем.
Наил бына тигән атай һәм булдыҡлы ир. Мин уны яратам, хөрмәт итәм. Тик әремдәй әсе һүҙҙәре ҡолаҡтан китһә лә, күңелдән китмәй йонсота. Ҡайһылай сәйер хәлдәр була был тормошта: бер кешеләге әллә күпме яҡшылыҡты бер уймаҡтай ғына ваҡ-төйәк боҙоуы ихтимал икән.
Әминә: Ҡайһы саҡта исемеңдең бөтә булмышыңды асыуы, һине уңышлы юлдан ғүмер буйы оҙатып барыуы ихтимал. Мин исемдең яҙмыш менән йәнәш барыуына ышанам.
Ата-бабаларымдың шундай матур, яңғырауыҡлы фамилияһын йөрөтөүем менән ғорурланыуым, уны буласаҡ тормош иптәшемдең дә алыуын теләүем тураһында Алмасҡа шаяртып ҡына белдергәйнем, ул эләктереп тә алды: ”Эйе шул, Әминә. Һинең яҡындарыңдың мираҫын ҡәҙерләүеңә һоҡланам. Минең фамилияны алырға теләмәһәң, был ҡарарыңды һис һүҙһеҙ аңлаясаҡмын. Быныһы минең өсөн мөһим түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ ҡиммәтерәк”, – тине.
Алмастың миңә ҡарағанда ла һиҙгерлеге, шаяртып һөйләшеү араһында хәүефләнеүемде тойоуы ғәжәпкә ҡалдырҙы, уға ҡарата хөрмәтем артты. Күпмелер ваҡыттан һуң шуны асыҡ тойҙом: беҙ бер-беребеҙҙе ысын күңелдән яратабыҙ, унан да яҡыныраҡ кеше Ер йөҙөндә юҡ, уның исем-шәрифе булмышыма бик яҡын, ишетеү менән шатланып, ҡанатланып китәм. Тик ни өсөн мин үҙ һүҙемде һүҙ итергә тырыштым әле? Борсолоуҙарым менән бүлешмәй ҡала алманым. Ә ул көлөмһөрәне генә, имеш, тапҡанһың көйәләнергә сәбәп, был мәсьәлә тормошта мөһим түгел...
Татыу ғаилә төҙөргә, бергә балалар үҫтерергә пландар ҡорорға теләйбеҙ икән, бер төптән булырға кәрәк бит, ни өсөн берҙәмлектән ҡасырға тырышырға? Балдаҡтар ғына ғаиләне ҡоршап тотмаясаҡ.
Бер-беребеҙгә юл бирергә күпме генә тырышмайыҡ, барыбер яңы көтөлмәгән ҡарарға килергә тура килде: хәҙер мин ҡушма фамилияны йөрөтәм. Кемгәлер сәйер тойолор, әммә миңә бик тә оҡшай: Назарова-Ғарипова! Бына тигән шиғри фамилия, ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәм.
Нәсих Хәлисов фотоһы.