Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәгән Гөлсәсәк менән Фәнил Ғималдиновтарҙы яҡташтары алтын ҡуллы өлгөлө ғаилә тип белә.
– Их, Парижға барып, Эйфель манараһын күрергә ине, – тип хыялланып ала бер көн Гөлсәсәк Тимербәк ҡыҙы.
“Иртәгә үк алып барыр инем дә, әлегә донъялар тыныс түгел бит әле”, тип эстән генә көрһөнөп ҡуя ғаилә башлығы, һәм шәп нәмә уйлап сығара!
Бер нисә көндән ихаталарында ике Эйфель манараһы хасил була. Етмәһә, урталарына ултырып, бәүелсәктә эйергә мөмкин!
Фәнил Ғүмәр улы һөнәре буйынса – иретеп йәбештереүсе. Әлеге мәлдә вахта ысулы менән Башҡортостандан ситтә эшләй. Ялға ҡайтҡан арала иретеп йәбештереү ҡорамалын ала ла тимерҙән һоҡланғыс әйберҙәр яһап ҡуя. Күпселек сәскә үҫтерергә яратҡан ҡатынын ҡыуандырырға тырыша һәм гөл һауыттарын ҡуя торған элгестәр эшләй.
Матур ғаиләнең барлыҡҡа килеү тарихы ла матур.
– Мин контракт буйынса Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән саҡта апайым Ауырғазы районына килен булып төштө. Ҡайтҡас, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән танышырға тип килдем дә Гөлсәсәк ҡоҙасамды оҡшаттым. Бер нисә көндән Баймаҡтан яусылар ебәрҙем, – тип һөйләй Фәнил Ғүмәр улы.
Әйткәндәй, элегерәк “Башҡортостан” гәзите Гөлсәсәк Тимербәк ҡыҙының һоҡланғыс ҡул эштәре тураһында ла яҙғайны.
Фото: Ғималдиновтарҙың ғаилә архивынан.