Уларҙың икеһенең дә йән һөйгәндәре ошо аҡ кирбестән һалынған дәү йорттоң палаталарында аҡ халатлылар ҡурсауында. Аҡ йорт мөһабәт, иғтибарҙы йәлеп итерлек булып балҡып ултырһа ла, ул күңелдә шатлыҡ тойғолары уятмай, киреһенсә, уға яҡынлашыу менән кәйеф төшөнкөләнә, ауыр уйҙар баҫа башлай. Һәр хәлдә Нәзирә үҙен тап шулай тоя. Иренә бына-бына ҡатмарлы операция яһарға тейештәр, нисек кенә күтәрер, ярҙам итерме ҡурҡыныс сирҙән ҡотолорға был ғәмәл? Ә Рәшиттең ҡайғыһы тағы ла ҙурыраҡ, ҡатынына инде бер сара ла ярҙам итмәйәсәген, операция яһау өсөн бик һуң булыуын аңғарттылар. Ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән ир йәнә бөгөн ошо ҡайғылы йорт янында. Бер үк ҡайғы-хәсрәт, өмөт менән ошо коридорҙа уларға йыш осрашырға тура килһә лә, аралашыу “һаумыһығыҙ”, “хәлдәрегеҙ нисек?”, “нимә тип әйттеләр?”, “һау булығыҙ” кеүек кимәлдә генә барҙы. Хәл һорашҡан, күңел торошон аңлаған кешеләрҙең булыуы ла һәйбәт әле, ауыр мөхиттә яҡындан аралашыу, хатта исем-шәрифеңде һорашыу ҙа мөмкин түгел. “Ярай әле, иремә операция яһаясаҡтар, һауығырына өмөт бар, ә был бисара ирҙең яурынын ҡайғы нисек баҫҡан, Хоҙай күрһәтмәһен”, – тип ихтыяр көсөн туплап, Нәзирә ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалды...
... Әбейҙәр сыуағының иң йәмле мәле. Йәйҙең хушлашҡыһы килмәй, йылы, матур көндәре менән тағы ла оҙаҡ ҡына ҡыуандырмаҡсы, ахыры. Нәзирә зыярат ҡапҡаһынан сығып барғанда таныш булмаған бер ирҙең уның менән баш ҡағып иҫәнләшеүен күреп, туҡтап ҡалды. Биш йыл самаһы ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, бөҙрә сәсле мыҡты ирҙе таныны бит! Ҡатындың ирен ерләгәненә өс йыл үтһә, Рәшиттең тол ир булып, бер бөртөк ҡыҙын тәрбиәләп йәшәгәненә инде биш йыл. Улар бер-береһенең уңала ғына башлаған күңел яраһына теймәҫкә тырышып, һүҙҙе көҙҙөң быйыл матур килеүенән, яйлап хәл-әхүәлдәрен һорашыуға, яҡынданыраҡ танышыуға күсте. 48 йәшлек ирҙең 16 йәшлек үҫмер ҡыҙы үҫә, Нәзирәнең дә унан аҙ ғына кесерәк йәштә ҡыҙы бар. Уртаҡлыҡтар тағы ла табылды. Баҡһаң, икеһе лә бер үк уҡыу йортон тамамлаған, икеһе лә буш ваҡытта һүрәт төшөрөү менән мауыға икән. Ир ҡатынды өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан, аралашыуға һыуһаған икәү өсөн был осраҡлы осрашыу күңелдәрҙе терелткес дарыу булғандыр, күрәһең, сөнки аралашыуҙар артабан да дауам итте. Ҡыҙҙарҙы таныштырғас, бергәләп ялдарҙы, байрамдарҙы үткәрҙеләр. Лилиә менән Зилә лә уртаҡ тел тапҡандай тойолдо. Рәшит дилбегәне ҡыҫҡа тотто, ул барыһын да бергә йыйып, үҙҙәрендә йәшәргә тәҡдим итте. ”Ваҡытты һуҙыуҙан файҙа юҡ, мин йыш командировкала, эштән бушамайым. Һеҙҙе күрергә лә өлгөрмәйем, һағындыраһығыҙ”, – тине. Шулай итеп, дүрт айҙан һуң никахтарын законлаштырып та ҡуйҙылар.
Ҡыҙҙарға иң ҙур, иң яҡты бүлмәне бирҙеләр. Тик ошо хәлдән һуң Лилиәнең холҡо танып булмаҫлыҡ үҙгәреп, барыһын да хафаға һалды. Үҙ йортонда хужа булып, нимә теләһә, шуны эшләп өйрәнгән ҡыҙға “сит бауыр” менән бер бүлмәлә йәшәү бөтөнләй оҡшаманы. Һөйләшеүҙәр ярҙам итмәгәс, ата-әсәгә уйҙарынан сигеүҙән дә сара ҡалманы. Улар үҙҙәренең бүлмәһен яһиллыҡ менән еңгән ҡыҙҙарына биреп, бәхәскә нөктә ҡуйырға теләне. Нәзирә үҫмерҙең хәленә инеп, уның әсәһен юғалтыу ҡайғыһын ауыр кисереүен аңларға тырышты. Өҫтәүенә атаһының үгәй әсәй алып ҡайтыуы ла шатлыҡ түгелдер, тип уйланы. Нисек кенә ҡыҙ тиҫкәре холҡон күрһәтергә тырышмаһын, Нәзирә сығырынан сыҡмай, тауышын күтәрмәҫкә, ҡәнәғәтһеҙлеген белдермәҫкә тырышты. Лилиәнең мәктәптә уҡыуы ла насарланды, “өслө” билдәһе уны һис кенә лә борсоманы. Быға тиклем йорт мәшәҡәттәрен уртаҡлашҡан ҡыҙҙың хатта үҙ бүлмәһен дә йыйыштырмауы аптыратҡыс хәл ине. Нәзирә ҡыҙҙарҙы эшкә ылыҡтырырға теләп, уларҙы ярҙамға саҡырғанда, Лилиә бүлмәһенә бикләнеп ултырырға ғәҙәтләнде. Бер мәл билмән эшләргә булғас, ҡыҙҙың өҫтәл артына килеп ултырғанын күреп һөйөнгән әсәнең шатлығы оҙаҡҡа барманы. Лилиә бер ус ондо иҙәнгә һипкәндән һуң, тәкәббер йөҙ менән бүлмәһенә йүнәлде...
“Икеһе лә һөйгәндәрен юғалтыу ҡайғыларын бөтөнләй онотто! Бик тиҙ түгелме? Оят, атай! Ниңә, миңә генә ғүмер буйы ҡайғырырға тигәнме? Ә һеҙ йәш саҡтарығыҙҙағы кеүек ғашиҡ булышып, бер-берегеҙгә мөкиббән киттегеҙ. Тфү, ғәрлек!” – тип өҙгөләнгән ҡыҙҙың йөрәге нисек янғанын кем белһен! Лилиә атаһының әсәһенә шундай наҙлап ҡарағанын, йылы һүҙҙәр әйткәнен хәтерләмәй ҙә, бәләкәй ине шул ул ваҡытта. Бындай уйҙарҙан асыуы ҡабарып, үгәй әсәһенә нәфрәте тағы ла артып китә.
Зилә үгәй атаһына хөрмәт менән ҡараһа ла, уны шунда уҡ “атай” тип атарға йөрәге етмәне, яйлап күнекте, бүләктәре өсөн рәхмәт әйтте. Рәшит ҡыҙҙарға тигеҙ ҡарарға, үпкәләтмәҫкә, бер үк бүләктәр менән шатландырырға тырышты. Нәзирә Лилиәнең нәфрәтләнеүен, ҡәнәғәтһеҙлеген тоймай буламы? Ҡатын күңеле барометрҙай һиҙгер булһа ла, иренә зарланырға, күңелендәген тышҡа сығарырға теләмәне, Лилиә лә өлгөргәнлек осорон үтер, яйлап барыһы ла урынына ултырыр, тип өмөтләнде. Әммә һәр нәмәнең сиге барлығы, сабырлыҡтың төбө һары алтын булһа ла, уның да самалы булыуы ихтимал.
Нәзирәгә лә ул көн килеп етте. Иртә менән эшкә ҡабаланғанда кистән әҙерләп ҡуйған яңы туфлийын таба алмай ҡаңғырҙы, өйҙә эҙләмәгән урын ҡалманы. Бер кем дә бер ни ҙә күрмәгән. Ире командировкала, бары ҡыҙҙар ғына өйҙә. Кемдең “бүрке янғанын” һиҙемләһә лә, ҡатын ғәйепләне эҙләмәҫкә, барыһын да кискә ҡалдырырға булып, эшкә иҫке аяҡ кейемендә китергә мәжбүр булды. Кискеһен, ысынлап та, Рәхмәтовтар йортонда “ел-дауыл” ҡупты, “ут -йәшен” һис ҡасан да булмағанса уйнап торҙо. Бындай һөжүмде көтмәгән Лилиәгә яңы туфлиҙарҙы сүп биҙрәһе менән бергә тыштағы контейнерға ырғытыуын танырға тура килде.
– Һеҙгә шул кәрәк! Минең атайым алдында башҡаса биҙәнеп-төҙәнеп йөрөйһө булмағыҙ! – тип асыу-ярһыу менән ысҡындырғас, үҙе түҙмәй илап ебәрҙе.
– Лилиә, һинең мине яратмағаныңды беләм. Дөрөҫөн әйткәндә, мин һине яратырға тырышып ҡараным, тик һин быға бөтә көсөң менән ҡаршылаштың. Һинең яратыуыңды талап итмәйем, һөйөү ҙә вәғәҙә итмәйем. Һиңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттәмен, ҡулдан килгәнсә хәстәрлек күрергә тырышам. Беҙҙең ғаиләләр – диңгеҙҙә караптар ҡыйралғанда һыу өҫтөнә йөҙөп сыҡҡан ағас ярсыҡтары кеүек. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡот осҡос ҡайғы кисерҙек һәм артабан нығыныу, йәшәү өсөн берләштек. Ғаилә менән йәшәү һәр яҡтан да еңелерәк. Һинең атайыңа ла минең менән донъя көтөү рәхәтерәк, үҙең күреп тораһың. Мин дә көслө таяныс эргәһендә үҙемде яҡшы тоям. Тик мин һинең холҡоң арҡаһында һаулығымды юғалтырға теләмәйем. Һинең йәмһеҙ ҡыланыуҙарың бер ҙә эҙһеҙ үтмәй. Мин һине иҫкәрттем, Лилиә. Әгәр бер ай эсендә тәртибеңде үҙгәртергә теләмәһәң, хөрмәт күрһәтмәһәң, барыһы ла элеккесә буласаҡ. Һәр кем үҙ фатирында айырым йәшәйәсәк. Бынан һуң атайың бәхетле булырмы? Ә һин үҙең? Мин арыным. Үҙең хәл ит, уйла! Һин хәҙер үҫкән ҡыҙ! – тип Нәзирә уйлағанын теҙеп һалды.
Аҙна тауыш-тынһыҙ, шып-шым ғына үтте. Лилиә эсенә йомолдо, бер кем менән һөйләшмәне. Нәзирә эстән һыҙланһа ла, бер кемгә белдертмәне. Ҡыҙҙың тиҫкәрелеге дауам итеренә, оҙаҡламай ғаиләнең тарҡалыуына әҙерләнеп бөткәйне инде. Атаһы алыҫ командировканан ҡайтыр алдынан ҡыҙ, тәкәбберлеген еңеп, ҡыйыуһыҙ ҡына Нәзирә янына килеп, уны ғәфү итеүен үтенде:
– Мин яҡшыраҡ булырға тырышып ҡарайым! Һеҙ китһәгеҙ, атайыма бик ҡыйын буласаҡ! Оҡшамаған яҡтарым булһа, әйтегеҙ, әрләгеҙ... Минең йыйған аҙыраҡ аҡсам бар, яңы туфли алырға етерме икән? – тип өҫтәлгә һумдарҙы теҙеп һалды.
...Өсөһөнөң дә ҡосаҡлашып илашып ултырғанын күреп шаҡ ҡатҡан Рәшитте абайламанылар ҙа. Оло шатлыҡты ла, ауыр ҡайғыны ла күҙ йәштәре йыуа шул...
Д. Ғәбдрәхимова.
Н. Хәлисов фотоһы.