Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
28 Ноябрь 2024, 22:00

Миңә ышанып, егетем ғүмер буйы өйләнмәне

"Беләһеңме, әгәр һин миңә кейәүгә сыҡһаң, мин бөтөнләй эсмәйәсәкмен!" - ти Таһир. Бик оҙаҡ һөйләштек ул кистә. 18 йәштә генә булһам да, тормошҡа ҡараштарҙың айырылыуын, бәлки, шунда уҡ һиҙгәнмендер. Бер ай дауам иткән ғашиҡлығым һүрелә башланымы икән әллә...

Миңә ышанып, егетем ғүмер буйы өйләнмәне
Миңә ышанып, егетем ғүмер буйы өйләнмәне
“Һеҙ бер күреүҙән, баш юғалтырлыҡ итеп ғашиҡ булғанығыҙ бармы? – тип һораны Ғәлимә апай уйсан ғына итеп. Унан үҙе үк яуапланы, – мин бар! Алыҫ йәшлегемдә ҡалды ул хәтирә, онотолмаҫ ул йәй! Тик күңелдә ошо хәлгә бәйле бер үкенес йәшәй. Барыһын да баштан һөйләйем әле.
 
...Таһир менән әхирәтемдең туйында таныштыҡ. Кейәү егеттең дуҫының миңә ҡарап-ҡарап ҡуйыуын шунда уҡ һиҙҙем, әлбиттә. Тәүге мөмкинлек тыуыу менән парлы бейеүгә саҡырҙы. Йәштәр менән күмәкләп клубҡа барғанда ла ялп итеп эргәмә килеп етте, ҡулымдан етәкләп үк алды.
– Минең дуҫлашып йөрөгән егетем бар, – тип ҡулымды ипләп кенә тартып алдым.
– Булһасы. Ә, бәлки, мин ғашиҡ булғанмындыр! – ти был, шаян йылмайып.
Гармунда уйнай, матур йырлай икән Таһир. Йырлағанында оҙаҡ итеп миңә ҡарап-ҡарап ала. Зәңгәр күҙле, шаян һүҙле егет миңә лә оҡшай кеүек. Өс көн дауам иткән туй барышында етәкләшеп кенә йөрөнөк, эргәһенән бер тотам да ебәрмәне.
Бер күреүҙән ғашиҡ булыу шулай буламы икән ни? Хәйер, 18 йәш – үҙе үк күңелдең иң иләҫ-миләҫ сағылыр инде. Уҡыған ҡаламда бер йыл самаһы дуҫлашып йөрөгән егетемде лә онотторҙо был Таһир.
Йәй дауамында бер нисә тапҡыр өс тиҫтә саҡрымдағы ауылынан мотоцикл менән килде. Ә бер көн үҙҙәренә дискотекаға тип алып ҡайтып китте. Туп-тура өйҙәренең алдына барып туҡтаны ла: “Әйҙә, әсәйем менән таныштырам!” – ти. “Юҡ, юҡ” тиеүемә ҡарамай, етәкләп алып инеп китте. Инеү менән: “Әсәй, таныш бул, мин ошо ҡыҙҙы кәләш итеп алам!” – тимәһенме. Аптыраным, оялышымдан ҡып-ҡыҙыл булдым. Әсәһе хәлемде аңланы, артыҡ бер нимә лә төпсөшөп торманы, сәй эсереп оҙатып ҡалды.
Клубта Таһирҙың дуҫтары көтә ине. Улар автобус туҡталышына барып, күмәгенә бер литр көмөшкәме, араҡымы сығарып эсә башланы. Бәхетемә күрә, минең кеүек “эсмәйем” тигән бер-ике ҡыҙ табылды. Улар менән ситкәрәк китеп һөйләшеп торҙоҡ.
 
Таһир, эскән булһа ла, имен генә ауылыма илтеп ҡуйҙы.
– Өйләнешәйек, Ғәлимә! Мин һине бөгөндән кәләшем итеп күргем килә! – тине, ҡосағына ҡыҫып.
– Юҡ, Таһир, миңә әле дүрт йыл уҡырға кәрәк. Мин әле генә кейәүгә сығырға йыйынмайым.
– Улайһа, мин баш ҡалаға барып эшкә төшәм! Һинең яныңда булам.
– Әйҙә, уҡырға ин. Һин бит шундай матур йырлайһың, гармунда уйнайһың. Сәнғәт училищеһына ҡуш ҡуллап аласаҡтар!
– Юҡтыр, әсәй яңғыҙ. Бындай аҡсаһыҙлыҡта нисек уның елкәһендә ятып уҡымаҡ кәрәк? – тип күңелһеҙләнде һөйгәнем.
– Таһир, ә һеҙ гел шулай ял итәһегеҙме? Йәғни эсәһегеҙме?
– Ә ауылда башҡа нимә эшләйһең? Клубҡа сығып, йәки ҡырҙа усаҡ яғып, шулай күңелләнеп алабыҙ инде. Беләһеңме, әгәр һин миңә кейәүгә сыҡһаң, мин бөтөнләй эсмәйәсәкмен!
Бик оҙаҡ һөйләштек ул кистә. 18 йәштә генә булһам да, тормошҡа ҡараштарҙың айырылыуын, бәлки, шунда уҡ һиҙгәнмендер. Бер ай дауам иткән ғашиҡлығым һүрелә башланымы икән әллә? Белмәйем. Киләһе аҙнаһында күңелһеҙ генә уйҙар менән Өфөгә – уҡыуыма юлландым.
Әлбиттә, Таһир Өфөгә эшкә лә, уҡырға ла килмәне. 90-сы йылдарҙағы аҡсаһыҙлыҡ күптәрҙең өмөт-хыялдарына кәртә булды шул. Киләһе йәй каникулға ҡайтҡас, мотоциклына атланып, тағы килеп етте.
Арала күҙгә күренмәҫ кәртә бар кеүек. Мин дә былтырғы йәйҙәге ғашиҡ ҡыҙыҡай түгел инем инде. “Таһир, һинең менән бергә була алмайым”, – тип дөрөҫөн әйттем. Бик күңелһеҙ, ауыр аңлашыу булды был. Киләһе йәй бергә уҡыған егетемә кейәүгә сыҡтым...
Бына 30 йыл инде бергә йәшәүебеҙгә. Бәхетлемен. Балалар үҫте, өләсәй-олатай ҙа булдыҡ. Ә Таһирҙы бер генә тапҡыр күрергә тура килде. Теге хәлдәргә биш йыл самаһы ваҡыт үткәс, осраҡлы рәүештә автовокзалда осраштыҡ. Тормош ҡаҡҡан, һуҡҡан икәне әллә ҡайҙан күренеп тора, һуҡмыш та ине. Тағы күңелһеҙ генә һөйләшеү килеп сыҡты.
– Кейәүгә сыҡҡаныңды ишеттем.
– Эйе...
– Бәхетлеһеңме?
– Тормошома зарланмайым. Ә һин өйләндеңме?
– Юҡ...
– Ниңә? Өйләнергә кәрәк.
– Кәрәк тип кенә булмай бит... Һинең кеүекте осратманым башҡаса...
Бына шундай тарих. Шуныһы үкенес – Таһир бөтөнләй өйләнмәне, яңғыҙ әсәһе менән йәшәй. Уның бөгөнгәсә яңғыҙ булыуында мин сәбәпсемелер, юҡмылыр – белмәйем. Кешенең тормошон бәхетһеҙ иттемме икән ни, тип уйлап алам ҡайһы берҙә. Әммә бәхет өсөн көрәшергә лә кәрәк бит. Ә ул көрәшергә теләмәне. Шулай булғас, ғәйеп миндә генә лә түгелдер, тим...” – тип тамамланы һүҙен Ғәлимә апай.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды. 
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: