Бөтә яңылыҡтар

Өйләнеү (Юмористик хикәйә)

Ауылда кешегә ҡушамат тиҙ йәбешеүсән. Мәх­мүткә – Өлгөр­бай, Мусаға – Ҡуян, Сабирға – Әтәс, Өлфәткә Йомоҡай тип өндәшеү ғәҙәткә әйләнде. Хатта ҡайһы бер­ҙә­ренең исемен дә йүнләп бел­мәйбеҙ, халыҡ таҡ­ҡан ҡушамат менән өндәшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ, үпкәләү тигән нәмә юҡ. Әйтер­һең дә, тыуғас та “бир” тигәнде түгел, ә “мә”не ге­нә ишетеүсән, шуға күрә лә Мәмәзин ҡушаматын йөрөтөүсе Әфтәх мулла һәр береһенең ҡо­ла­ғына шулай тип ҡысҡырған.

Ауылда кешегә ҡушамат тиҙ йәбешеүсән. Мәх­мүткә – Өлгөр­бай, Мусаға – Ҡуян, Сабирға – Әтәс, Өлфәткә Йомоҡай тип өндәшеү ғәҙәткә әйләнде. Хатта ҡайһы бер­ҙә­ренең исемен дә йүнләп бел­мәйбеҙ, халыҡ таҡ­ҡан ҡушамат менән өндәшәбеҙ ҙә ҡуябыҙ, үпкәләү тигән нәмә юҡ. Әйтер­һең дә, тыуғас та “бир” тигәнде түгел, ә “мә”не ге­нә ишетеүсән, шуға күрә лә Мәмәзин ҡушаматын йөрөтөүсе Әфтәх мулла һәр береһенең ҡо­ла­ғына шулай тип ҡысҡырған.


Мейес башында башына кә­пәс кейеп йоҡламау сәбәпле, тамағына һыуыҡ тейҙергән Өл­фәт өйләнгән, тиҙәр. Ыша­ныр­ғамы-юҡмы, ләкин халыҡ бел­мәй һөйләмәҫ. Дөрө­ҫөрәге, про­катҡа кәләш алған. Кәләш алыуы аңлашыла, ә бына прокаты нимә аңлата? Ундай юл менән дә кәләш алып була икән дә. Ай, был донъяла ниҙәр генә булмаҫ.


Сәйер кеше, бер ҡатлы ул минең ауылдашым. Йомоҡ бул­һа ла, үҙенә кәрәген генә эшләп йөрөй. Ундайҙар хаҡында ра­йо­ныбыҙҙа көлкө тәңгә­лендә бе­реһенә лә алдынғылыҡты бир­мәгән Кәшфей, әй Кәш­фул­ла, төшөп ҡалғанды һәрмәү­се, насар ятҡанды эләктереүсе, ти торғайны мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып. Бәләкәйҙән беләм мин уны, беҙ, шаян малайҙар, балалар баҡса­һында яратҡан ҡыҙҙарҙың сәсенән тартҡанда, ул ситтәрәк йөрөнө, мәктәптә лә егеттәр ҡарамаған ҡыҙҙар тирәһендә генә уралды. Ә бер ваҡыт һуғыш суҡмары Ҡатил, ысын исеме Ҡадир, юҡ саҡта уның һөйгәненә һүҙ ҡушҡаны өсөн тегеһе быға йоҙроғон еҫкәткәне хәтерҙә. Бына шулай ул минең ауылдашым, йомоҡ, өндәшмәҫ. Йомоҡай ауыҙына һыу уртлағандай көнө буйы бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә мөмкин. Шул әҙәм өйләнһенсе әле! Йыуаштан йыуан сыға, тиҙәр.


Өйөнән урамға бик һирәк сыҡҡан утыҙ ике те­шенең бө­тәһе лә төшөп бөткән Маһи­ка­мал әбейҙең дә, ауыҙын ослай­та биреп, уртын сәйнәп, яй ғына итеп, “Өлфәт прокатҡа кәләш алған икән, ҡалай яҡшы бул­ған” тиеүе был хәбәрҙең бөтә ауылға таралыуын аңлата ине.


Сипылдаҡ менән Һәйтәк, ата-әсәһе ҡушҡан исемдәре Миңлегөл һәм Ғуфран, бер-береһенә бәйләп торған уртаҡ балалары булһа ла, һин дә мин йәшәп ятҡанда барыһын да ғәжәпкә һалып айыры­лыш­ма­һындармы! Тормош бит, быға, бәлки, артыҡ аптырарға ла ярамайҙыр. Сәбәп атта ла, тәртәлә лә. Кемдер фекерҙәре тап килмәгән, тип сурытты. Икен­селәр, имеш, ир кеше күрше ауылдағы йәш ҡатынға инеп киткән, тип хәбәр ҡуйыртты. Өсөнсөләр бүтәнсә сәйнәне, үҙ­ҙәренсә арттырып, һаҡ ҡолаҡ­тарға ет­керҙе.

Ҡыҫҡаһы, нимә тип кенә көйшә­мәһен­дәр, ғаилә тарҡал­ды. Һәйтәк район үҙәгенә йәшәргә ҡай­тып китте. Теле тик тормаған, күп бы­тылдарға күнек­кән Миңлегөл Гөл­сибәре менән икәүләп кенә донъя көтә башланы. Шул саҡта көтмә­гәндә ҡатындың тормошонда Йо­моҡай пәйҙә булды. Килде лә таштай батты.


Ауыл тормошо еңелдән түгел шул, мал аҫрағас, бесә­нен дә сабаһың, утынын да әҙерләргә кәрәк. Донъя йөгөн тартышырға Өлфәттең был йорттоң тупһаһын аша атлап инеүе ҡайһылай шәп, ваҡытлы булды. Ни тиһәң дә, йәй үтеп бара бит. Әйтерһең дә, улар күптән таныш, Өлфәт өс йыл армияла булған, ә һылыуҡай һөйгәнен дүрт күҙ менән көтөп алған.


Хәҙер бөтә ауылдың те­лендә бары тик Сипылдаҡ менән Йомоҡай. “Береһе тел­дәр, икенсеһе әҙ һүҙле, йә­шәүҙәре, ай, күңеллелер улар­ға”, – тип ғәйбәт һатты әсе тел­леләр. Шунда берәү: “Өлфәт Миңлегөлдө прокатҡа алып торған”, тигәйне, күршеһе: “Ғуф­ран биреп торған, тип әйт, һи­неңсә булһа, үҙенә алып ҡайтыр ине, ә был әҙер ояға күкәй һалмаҡсы”, тип әсерәк һоғондорҙо.

Ысынлап та, теге ваҡыт бая­ғы иптәш дөрөҫ әйткән бит. Ярты йыл тирәһе ваҡыт үтеүгә, Һәйтәк Сипыл­даҡтың туғанда­рын – ҡәйнеш-ҡайна­ғаларын үҙ яғына ауҙа­рып, бер көндө Йомоҡайҙы үҙ өңөнән өшкөтөп сығарҙы. Хәҙер был икәү, бер ҡасан да бер нәмә лә булма­ғандай, матур итеп ғүмер итә. Имеш, һуңынан күршеһе Йомо­ҡайға: “Бисәләр әйберҙер шул, уларҙы прокатҡа түгел, ә ғүмер­леккә алырға кәрәк”, – тигән.
Читайте нас: