Бөтә яңылыҡтар

Һеҙ ни тип әйтер инегеҙ?

– Маши­нағыҙҙы алмашты­рырға ваҡыттыр ул... Һуңғы ваҡытта “тимер атым”­ды яңыртырға кәңәш биреүселәр йышайҙы. Таныш ҡатын да иҫкәртергә, өгөт-нәсихәт биреп алырға онотмай. Үҙе машина йөрөтмәһә лә, шул тиклем белеүен әйт әле.

– Маши­нағыҙҙы алмашты­рырға ваҡыттыр ул...


Һуңғы ваҡытта “тимер атым”­ды яңыртырға кәңәш биреүселәр йышайҙы. Таныш ҡатын да иҫкәртергә, өгөт-нәсихәт биреп алырға онотмай. Үҙе машина йөрөтмәһә лә, шул тиклем белеүен әйт әле.


– Яңыртырға кәрәк, яңыртырға. Алһаң, тегене ал, үкенмәҫһең!


Ысынлап та, шаҡтай ваҡыт үтеп киткән шул. Таушала ла башланы. Бер көн юлда боҙолоп та ултырғас, “атымды” һатып, икенсене алырға булдым. Шулай бер-ике ай үткәс, танышым:

– Һинең машинаң нисегерәк ул? – тип һорап ҡуйҙы. Һиҙеп торам: кемдер аша ишеткән.


– Икенсене алдым, хәҙер бер ай самаһы була инде.


– Ҡара әле, әйтмәй ҙә бит әле.


– Машина алдым тип маҡтанып йөрөп булмай ҙа инде.


– Тегенеһен күпмегә һаттың?


Һис йәшермәй хаҡын әйттем.


– Кит, ниңә улай бик осһоҙға бирҙең! Һоҫолғанһың бит. Ул машинаңды ыжламай ҙа төгән һумға осорорға була ине. Алданғанһың, алданғанһың. Унан ниндәй машина алдың?


– Үҙебеҙҙеке. – Мин маркаһын әйттем.


– Шуны алдыңмы ни? Ниңә Алғас-алғас, бүтәнде алманың? Үҙебеҙҙекенә ышаныс бармы ни!? Хәҙер онтала башлай бит ул. Бына мин әйтте тиерһең.


Уның был һүҙенән әллә нисек булып китте. Бына-бына ауылға юлға сығырға йыйынам. Кәйефем бер аҙ ҡырылһа ла, өндәшмәнем.

Танышым йәнә төпсөнә башланы.


– Ниндәй төҫтә?


– Ҡара.

– Ҡар-а-а-а! – Ул күҙен упайтып миңә текләп ҡараны. – Мин бит ундай төҫтәге кәрәкмәй тинем. Ҡара машина шул тиклем тиҙ бысрай. Тик ултырған еренән бөтә саңды үҙенә йыя. Йыуып өлгөрөп булмай. Ә йыуғас машина тиҙ серей.


Бер аҙ ултырғас, танышым тағы һүҙ башланы.


– Йәй көнө ҡара машинала яман ҡыйын. Мунса кеүек бешереп алып бара. Ярай, әле ул тиклем эҫе түгел. Йәй айҙары етһен әле бына, белерһең.


Танышымдың һүҙҙәренән әле үк үҙемде ҡайнар ҡояш аҫтында ултырған кеүек хис иттем. Ә һеҙ, дуҫтар, миңә нимә тип әйтер инегеҙ?
Читайте нас: