Бөтә яңылыҡтар

Һыу эсергә яраймы?

Мәхмүт ағай Йәрмиев ғүмере буйы мал ҡараусы була. Маҡталып эшләй. Көн­дәрҙең береһендә уны Өфөгә алдынғы колхозсыларҙың ниндәйҙер кәңәшмәһенә ебәрәләр. Билдәле: баш ҡала һынлы баш ҡалаға ингән-сыҡҡандағы кеүек кенә өҫтөңә нимә тура килә шуны эләк­тереп китеп булмай.

Мәхмүт ағай Йәрмиев ғүмере буйы мал ҡараусы була. Маҡталып эшләй. Көн­дәрҙең береһендә уны Өфөгә алдынғы колхозсыларҙың ниндәйҙер кәңәшмәһенә ебәрәләр. Билдәле: баш ҡала һынлы баш ҡалаға ингән-сыҡҡандағы кеүек кенә өҫтөңә нимә тура килә шуны эләк­тереп китеп булмай. Мәхмүт ағайҙы ғаиләһендә ҡып итеп кейендерәләр – аяҡта ялтлап торған туфлиҙар, өҫтә яҡшы костюм, ҡарҙай аҡ күлдәк, галстук.


Оҙон-оҙаҡ тәжрибә уртаҡ­лашыуҙарҙан һуң тәнәфес иғлан ителә. Тамағы кибеп киткән Мәхмүт ағай бәҙрәфкә килә һәм үҙе кеүек мужиктан:

– Һыу эсергә яраймы? – тип һорай.


Теге әҙәмдең ауыҙына һыу уртлаған кеүек тик тороуына аптыраған Мәхмүт ағай, тас баш­ҡортҡа оҡшап торһа ла беҙҙеңсә аңламай ахырыһы тип, руссаға күсә:

– Воду можно пить?


Әммә ни ғәжәп: был тағы ла эйе лә тимәй, юҡ та тимәй. “Кит, әллә нимуй инде” тип уйлаған арала Мәхмүт теге кешекәйҙең костюмы ла, галстугы ла нәҡ үҙенеке ише булыуын шәйләй һәм “телһеҙ­ҙең” көҙгөләге үҙенең һыны булыуын аңлап ала.


Хәҙер ауылда мәжлестәрҙә ошо мәрәкәне телгә алмаған кеше юҡтыр, моғайын. Шундайын-бындайын ҡыҙыҡ хәл­дәрҙә: “Һыу эсергә яраймы?” тип шаяртып алырға онот­майҙар. “Хәҙер үҙеңде таны­ныңмы?” тип тә ебәрәләр.
Читайте нас: