Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
25 Ноябрь 2019, 15:30

Йомортҡа менән сырҙан бәлеш

Төшкө аш мәле үтеп тә бара бит! Бөгөн бешергән бәлештең өҫтөн ҡапламайбыҙ. Пиццаға ла оҡшап тора ул.

Бөгөн бешергән бәлештең өҫтөн ҡапламайбыҙ. Пиццаға ла оҡшап тора ул.
Уның өсөн беҙгә он – 200 грамм, аҡ май – 100 грамм, һыу – 4 аш ҡалағы, тоҙ – бер семтем, ҡаты сыр – 100 грамм, йомортҡа – 4 дана, грек йогурты – 2 аш ҡалағы, йәшел һуған – бер бәйләм, кунжут, йомортҡа һарыһы кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә тоҙ, аҡ май менән бергә ондо ыуабыҙ. Һыуыҡ һыу ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа, йомарлап, полителен ҡапсыҡҡа төрөп 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан эслеген әҙерләй башлайбыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Йомортҡаны бешереп турайбыҙ. Ошо ҡатнашмаға туралған йәшел һуған, грек йогурты, бер сей йомортҡа, тоҙ һалып бутайбыҙ.
Шунан форманы майлап, ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә килеп сыҡҡан ҡатнашманы йәйеп һалабыҙ. Ситтәрен бөкләйбеҙ. Йомортҡа һарыһы менән кунжут һибеп, 180 градус эҫелектәге духовкала 35 минут бешереп алабыҙ.
Бына беҙ теләгән бәлеш әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: