Бөтә яңылыҡтар

"Иремә ғашиҡ булып йөрөгән..."

"Камилә, үпкәләмә, һин бит хәҙер ни уйынға, ни аулаҡҡа  йөрөй алмайһың. Һинең менән егеттәр тураһында ла элеккесә һөйләшеп  булмай", - тип белдерҙе әхирәтем.  

"Иремә ғашиҡ булып йөрөгән..."
"Иремә ғашиҡ булып йөрөгән..."

Өләсәйемә ваҡыт табып, йышыраҡ барырға, күңелен күрергә тырышам. Яңғыҙлыҡтан эсе бошалыр кеүек.  Уның эргәһенә хәл белешергә килгән кешеләр һирәгәйҙе шул. Күршеһендә йәшәгән Мәхүбә һәм Әсмә исемле әхирәттәре лә гүр эйәһе булғас, үҙ эсенә бикләнеп, кеше менән аралашмаҫ булды.  Яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһы көслө кешеләрҙе лә аяҡтан йыға, ә һикһәнде ҡыуған өлкәндәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.

Был килгәнемдә өләсәйем менән иркенләп, яйлап сәй эсеп алғандан һуң күңелебеҙҙе рәхәтләнеп бушаттыҡ, мәле еткән булғандыр, күрәһең. Ул да асылып китте,  дыуамал йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

– Эй, ҡыҙым, йәш саҡта матур ҙа, йылғыр ҙа, уңған да булаһың. Минең тиктормаҫ, аралашыусан холҡомдо белгән атай-әсәйем “был “ут бөрсәһе” өйгә йоҡманы инде” тип һуҡранып та ала торғайны. Әхирәттәрем быуа быуырлыҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ, бүлешеп серҙәребеҙ бөтөрлөк түгел. Тик яйлап уларҙың ҡайһы берҙәре “иләктән иләнеп”,  аҡрынлап  юғала барҙы, – тип ауыр  һулап ҡуйҙы өләсәйем.

– Ҡалаға  уҡырға  йә эшкә киткәндәрҙер...

– Тәү тапҡыр әхирәттәремдең һирәгәйә башлағанын олатайыңа кейәүгә сыҡҡас, һинең әсәйеңде ҡулыма алғас, ныҡ тойҙом. Хатта бер табаҡтан тигәндәй ашап йөрөгән иң яҡшы дуҫым Әнисә: ”Камилә,  үпкәләмә, һин бит хәҙер ни уйынға, ни аулаҡҡа  йөрөй алмайһың. Һинең менән егеттәр тураһында ла  элеккесә һөйләшеп  булмай.  Ә һинең бәпесеңде нисек биләүең, иреңә нисек ярарға тырышыуың миңә  һис кенә лә ҡыҙыҡ түгел,” – тип асыҡтан-асыҡ белдергәс, бик ауыр ҡабул иткәйнем. Шул саҡта мин тәү тапҡыр ысын дуҫлыҡтың нисек булырға тейешлеге тураһында уйлана башланым. Ә бит Әнисә менән ғүмеребеҙ ахырынаса дуҫ булырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ, килеп сыҡманы.

– Өләсәй, һинең институтта уҡығанда әхирәттәрең менән ҡосаҡлашып төшкән фотоларың ифрат күп, ҡайһылары менән булһа ла аралашаһыңдыр?

– Кейәүгә иртәрәк сығыуым  байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙырһа ла, һис кенә лә үкенмәйем. Һәр ғаиләләге кеүек, олатайың менән  һүҙгә килгән, бер-беребеҙҙе аңлап етмәгән мәлдәр булғыланы. Шул мәлдәрҙең береһендә көн һайын тигәндәй хәл белешергә йүгереп  килгән яҡын әхирәтемдең ышанысһыҙ булып сығыуы шаҡ ҡатырҙы. Баҡһаң,  йән дуҫым институт йылдарында иремә мөкиббән ғашиҡ булып йөрөгән, минең өсөн ауыр мәлде үҙ файҙаһына ҡулланмаҡсы булған... Хоҙайға шөкөр, олатайың менән аңлаштыҡ, килештек, тормошобоҙҙо боҙорға ирек бирмәнек, уның  мине яратҡанын ғүмер буйы тойоп йәшәнем...– тип өләсәйем ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөрткөләне.

– Ҡыҙым, шуны аңла, йәш үтеү менән һинең аралашыу даирәң  дә тарая башлай.  Буш һүҙ һөйләү, ләстит һатыу, бәхәс ҡороу, ниндәйҙер этлек, хөсөтлөк  ҡороу тураһында  уйҙар башҡа  ла инеп  сыҡмай.  Тыныс күңел менән йәшәге килә.  Бәлки, минең ошо һиллекте боҙоуы мөмкин булған ҡайһы берәүҙәр менән  аралашыуҙы сикләргә кәрәктер, тигән уйҙар  ҙа башыма килгеләне. Шуға күрә буш хәбәрҙәре менән ваҡытымды алған таныш-тоношҡа  үҙем башлап шылтыратмай, ҡунаҡҡа саҡырмай башланым. Теге яҡтан да тынлыҡ һиҙелә. Күңелдә рәхәтлек тоям, тынғыһыҙлаған кеше юҡ.

– Яңғыҙлыҡ ҡурҡытмаймы һуң, өләсәй?

– Мин быны һис тә яңғыҙлыҡ тип атай алмайым. Ни өсөн  минең артымда  юҡ-бар хәбәр һөйләп,  тормошома бары ыҙғыш, әрләш, бәхәс индерергә тырышҡандарҙы һыйындырырға тейешмен? Үҙ яныма бары иң яҡын,  һинең кеүек ышаныслы, ихлас кешеләрҙе генә туплағанмын, – тип йылмайып, ҡулдарын яурыныма һалды өләсәйем. – Кешеләр тормош, ваҡыт менән һынау үтә. Уларҙың барыһын да дуҫ тип һанап, йыш ҡына хаталанабыҙ. Һинең менән йылдар артылыштарын, ауырлыҡтарын бергә үткән һәм ауыр мәлдә ярҙам ҡулын һуҙғандарҙы ғына ысын дуҫ тип атап булалыр. Мөнәсәбәт ҡорғанда бөтәһе лә йөрәктән сыҡһын һәм йөрәккә барып етерлек булһын. Ҡыҙым,  аралашҡан кешең  күңелеңә ятмаһа, уға ваҡытыңды әрәм итмә, мин быны оҙайлы тормош тәжрибәмдән сығып әйтәм.

...Өләсәйемә  тормош һабаҡтары өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ рәхмәтле булһам да, был аҡылды ғәмәлгә ашырыу, “бойҙайҙы кәбәгенән” айырырға өйрәнеү өсөн әллә күпме ваҡыт талап ителеүен, хаталы аҙымдар яһаласағын  да яҡшы аңлайым.

 Фото:psychologies.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: