Биҙәүестәр ҡараймаһын өсөн ювелир әйберҙәрҙе таҡмаған саҡта ҡоро урында һаҡларға кәрәк, сөнки улар дымды яратмай. Алтын сылбыр ҙа тән тирләүенән тоноҡлана. Ә ынйы, гәрәбә, фирүзә ташынан эшләнгән муйынсаҡты сөйгә элеп түгел, һуҙып һалып “ял иттерергә” кәрәк. Тәбиғи таштарҙан эшләнгәндәре “тере” була һәм “арый”.
Алтын биҙәүесте һабынлы һыуға һалығыҙ һәм ипләп кенә йомшаҡ теш щеткаһы менән ышҡығыҙ. Эләктерә торған урындарына айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Сылбырҙы шешәлә йыуыу уңайлы, бысрағы бөткәнсе ипләп кенә болғатығыҙ ҙа таҫтамал менән ҡоротоғоҙ. Йөҙөктәрҙә, ғәҙәттә, таш аҫтына саң йыйыла. Шырпыға мамыҡ урағыҙ ҙа, уны одеколон йәки глицерин менән еүешләп, ипләп кенә ташын һәм тирәсен һөртөгөҙ. Аҙаҡ фланель йәки замша менән балдаҡты ышҡығыҙ. Таштың тирәсен осло әйберҙәр менән таҙарта күрмәгеҙ — ул зыян күрәсәк. Таштар бысранмаһын һәм сағыулығын юғалтмаһын өсөн ҡул йыуыр алдынан һәр ваҡыт сисегеҙ.
Күптәр алтын биҙәүестәрен аш содаһы һәм ҡурғаш һалып бер аҙ ҡайнатып ала һәм тиҙ генә таҙа йомшаҡ сепрәк менән һөртә. Былай эшләгәндә лә алтын биҙәүестәр ялтырап, яңы кеүек була.
Көмөш һәм мельхиор әйберҙәрҙе шулай уҡ һабынлы һыуҙа йыуығыҙ һәм буҫтау менән шымартығыҙ. Ныҡ ҡарайған биҙәүестәрҙе, аш содаһы ҡушып, фланель сепрәк менән һөртөгөҙ ҙә сайҡағыҙ. Теш порошогы менән дә таҙартырға мөмкин.
Көмөш балдаҡта урыны-урыны менән ҡара таптар хасил булһа, аш һеркәһенә мансылған сепрәк менән ипләп кенә ышҡып таҙартығыҙ.
Быяла биҙәүестәрҙе кер порошогы һалынған һыуҙа йыуып сайҡатығыҙ һәм йомшаҡ таҫтамал менән ҡоротоғоҙ. Эре мәрйендәрҙе щетка менән йыуығыҙ. Еп йәки резинкаға кейҙерелгән мәрйенде һабынһыҙ ғына йыуыу отошлораҡ.
Пластмасса әйберҙәрҙе порошокһыҙ һәм һабынһыҙ һыуҙа йыуығыҙ. Ныҡ бысраһа, уны таратып йыуығыҙ һәм кире теҙеп ҡуйығыҙ.
Гәрәбә һәм фил һөйәгенән эшләнгән биҙәүестәрҙе ҡурҡмайынса һабынлы йылы һыуҙа йыуырға була. Әгәр фил һөйәгенән яһалған биҙәүес ныҡ һарғайһа, уны 10 минутҡа хлорлы эзбиз иретмәһенә һалығыҙ, аҙаҡ ипләп кенә сепрәк менән һөртөгөҙ.
Ағас әйберҙәрҙе йыумайҙар, фланель менән һөртәләр. Уларҙы бер ҡасан да майлы ҡулығыҙ менән тотмағыҙ һәм, муйынығыҙға крем һөртһәгеҙ, кеймәгеҙ. Юғиһә майлы эҙҙәр ҡаласаҡ.
Яһалма йәки тәбиғи ынйыны һыҙырылыуҙан һаҡлағыҙ, башҡа биҙәүестәрҙән айырым урында тотоғоҙ. Йомшаҡ сепрәккә төрөп һалып ҡуйығыҙ, ваҡыт-ваҡыт бәрхәт менән һөртөп тороғоҙ. Тәбиғи ынйыны йыл һайын һүтеп яңынан теҙеү тәҡдим ителә.
Баҡыр һәм көмөш ваҡыт үтеү менән әселәнеп ҡарая. Ундай әйберҙәр кейемде бысратмаһын өсөн эс яҡтан төҫһөҙ лак менән буяғыҙ.
Затлы биҙәүестәрҙе таға белеү - үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Шуға күрә һеҙ таҡҡан биҙәүестәрҙең кейемегеҙгә генә түгел, ә йәшегеҙгә лә тап килеүе мотлаҡ.
Фото: ru.depositphotos.com