Баҡсаларҙа еләктәрҙең ҡыҙарып бешеп, тупырлашып ятҡан сағы. Урман-ҡырҙарҙа, тау битләүҙәрендә лә ер еләктәре өлгөрә башлаған.
Йәй етһә, еләк йыйыу, унан төрлөсә ҡайнатма, ризыҡтар әҙерләү иҫкә төшө. Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Рәхимә Мусина ла үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә бик матур яҙма ҡалдырған.
"Киттек, ҡыҙҙар, ойотҡан туҡышырға!" тип атала ул. Автор был хаҡта бик матур бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып, үҙе үк "Һеҙҙә ойотҡан туҡышыу йолаһы бар инеме? Уны нисек атай инегеҙ?" тигән һорау ҙа күтәрә. Ысынлап та, ҡайһы яҡтарҙа ойотҡан туҡышыу йолаһы булған һәм әле лә һаҡлана? Үҙегеҙҙең хәтирәләрегеҙ, уй-фекерҙәрегеҙ менән бүлешеп китһәгеҙ ине.
"Еләк өлгөрә башлаһа, йыл һайын бер ғәҙәт: ойотҡан (ҡатыҡ тиҙәр күп яҡтарҙа) эшләп эсергә! Организм үҙе таптыра башлай. Бала саҡҡа бер ҡайтып әйләнеү кеүек күрәм ошолай еләкләп ойотҡан эсеүҙе. Асҡарҙа, кеше мал көтмәгән ерҙә, йәшәгәс, ойотмос табып алыуы үҙе бер тарих. Әммә табам барыбер, эшләйем үҙебеҙҙең бала саҡ йогуртын!
Бәләкәй саҡта ҡыҙҙар менән урманға ойотҡан туҡышырға йөрөй торғайныҡ. Берәү тәҡдим итеүе була, әйҙә, тибеҙ ҙә өйҙәргә йүгерәбеҙ, әсәйҙәрҙән сеүәтәгә ойотҡан ҡойҙороп алабыҙ, булһа, шәкәр, ҡаймаҡ һалып ебәрәләр. Ауылдың һыртына сығып, ҡайын араһынан еләк сүпләп һалып, үҙебеҙсә йогурт яһап, түңәрәк яһап ойотҡандарыбыҙҙы ағас ҡалаҡ менән ашайбыҙ.
Ҡалаҡ-сеүәтәләрҙе ялап таҙартабыҙ ҙа йәшереп уйнайбыҙ. Мотлаҡ берәйһенең ҡалағын юғалтып ҡайтып китәбеҙ. Үсегеүҙәр, әсәйҙән ҡурҡып илауҙар була — әйбергә ҡытлыҡ заман бит инде. Тик шул уйындың тәртибен иҫкә төшөрә алмайым: бер кеше йәшерә лә башҡалар үҙҙәренең һауыт-һабаһын эҙләйме? Әллә берәү йәшерә, икенсеһе эҙләй, башҡалар күҙәтеп ултырамы — улары онотолған..."
Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина.