Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан – туризм тармағында лидер

Радий Хәбиров республикаға етәкселек иткән осорҙа "Башҡортостанда оҙон ғүмер", мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары эшләй башланы.

Башҡортостан – туризм тармағында лидер
Башҡортостан – туризм тармағында лидер

Башҡортостанда халыҡтың көкүрешен яҡшыртыуға, йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән бихисап проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.

"Кешеләр уңайлы мөхиттә ғүмер итһен, ялдарын файҙалы уҙғарһын өсөн беҙҙең яҡтан барыһы ла тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ", тине сираттағы сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Мәҫәлән, хәҙер көнүҙәк һаналған туризм тармағына ғына туҡталайыҡ. Радий Фәрит улы республика етәксеһе вазифаһында эш башлау менән бында бик күп ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы булып эш башлағанға хәтлем нисек ине? Республика етәксеһе эске туризмды үҫтереүҙә беҙҙәге хәл-торошто насар яҡтан билдәләне. Башҡортостанда кәрәкле инфрструктура үҫешмәүен кире яҡтан телгә алды. Шулай итеп, Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. Башҡортостанда "Башҡортостанда оҙон ғүмер", мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары эшләй башланы. Шул һөйөнөслө, Башҡортостан – илебеҙҙә эске туризмды күтәреү йәһәтенән алдынғылар исемлегендә, тимәк, республикабыҙға туристар ағымы ныҡ көсәйгән.

Төбәктең туристик инфраструктура үҫеше иҫәбенә артабан ыңғай динамиканы тәьмин итеү зарур. 2023 йылда был маҡсат өсөн 1,5 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Был – бик ҙур күрһәткес.

Республикабыҙҙа туризм йүнәлешендә инвестицион инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы алымдар ҡулланыла. Башҡортостан Башлығы "Инвестиция сәғәте"ндә шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡлаһа һәм республикабыҙ үҫешенә өлөш индерһә, уларҙы мотлаҡ хуплай.

Туризмды үҫтереү – ул республикабыҙҙың киләсәге өсөн инвестиция! Ысынында туризм үҫеше төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм башҡа тармаҡтарға мультипликатив тәьҫир итә. Туристик хеҙмәттәрҙең һәм инфраструктураның сифатын арттырыуҙы төбәк үҫешенә ыңғай йоғонто яһауын барыһы ла таный. 

Ошо матурлыҡты үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү ниәтендә Стәрлетамаҡ тарафтарына юлландыҡ. Беҙгә билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина үткәргән "Инвестиция сәғәте" һәр ваҡыт йәнле бара. Шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән ҡыйыу мөрәжәғәт итә, теләктәрен әйтә, үтенестәрен белдерә, төрлө грант конкурсында ҡатнашыу маҡсатында эштәрен тәҡдим итә. "Маҡсат – эшҡыуарҙарға "зәңгәр ут" тоҡандырыу, ә халыҡҡа ҡыуаныс килтереү", – ти Рита Мәҙәрик ҡыҙы.

Шундай сәмсел һәм тырыштарҙың береһе Рунар Туҡтаровтың 24,4 миллион һумлыҡ грант отоуы шуға асыҡ миҫал. Ул был аҡсаны "Сосновка" һәм "Черемушки" ял базалары территорияһында глэмпингтар төҙөүгә йүнәлткән.

Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда эске туризм бик яҡшы үҫешә. Ҡайһы бер дәүләттәрҙең илебеҙгә ҡарата санкция иғлан итеүе, киреһенсә беҙҙе көслө итте, төрлө баҫымдарға бирешмәҫкә өйрәтте, шул иҫәптән, туризм тармағының үҫешенә лә көслө этәргес бирҙе.

Һүҙебеҙҙе глэмпинг йүнәлешендә дауам итәбеҙ. "Сосновка Глэмп" тигән өр-яңы глэмпинг быйыл Стәрлетамаҡ районында асылған. Стәрлетамаҡ менән "Сосновка Глэмп" араһы ни бары 15 километр ғына. Уның тап был урында төҙөлөүе һәр йәһәттән дә отошло, сөнки ял базаһы Салауат һәм Ишембай ҡалаларынан ҡул һуҙымындай алыҫлыҡта ята.

Бөгөн глэмпинг етәкселеге туристарға йыл әйләнәһенә эшләгән дүрт ҙур тәҙрәле ыҡсым йорттар тәҡдим итә. Улар "геокупола" формаһында төҙөлгән.

Беҙ ҙә өйҙәрҙең эсенә инеп танышып сыҡтыҡ – ҡала фатирынан һис тә кәм түгел, ә артыҡ булмаһа әле. Йорттоң ишеген асып ингәс тә, аяҡ кейеме, өҫ кейеме, сумкалар һәм башҡа әйберҙәр ҡуйыу өсөн оло бүлмә бар, тура үтһәң, ике урынлыҡ диван ултыртҡандар, туҡланыу урыны ла йәтеш кенә, санузел да уңайлы урында. Кондиционерҙы ла онотмағандар элергә, хатта йылы иҙән түшәгәндәр, йылы йәки эҫе һыуҙың булыуын телгә алыу артыҡ.

– Беҙ йәйгеһен нисек эште яҡшы итеп ойошторғанбыҙ, шуның ише ҡышҡыһын да был урында йәнлелек күҙәтелә, – тип һөйләй грант отоусы шәхси эшҡыуар Рунар Туҡтаров. – Ниәт – ялдарын бында үткәргәндәр ошо глэмпинг тураһында оҙаҡ һағынып һөйләрлек булһын, тағы ла килергә ынтылып торһон. Һәр геокуполда Чан - себер мунсаһына сығыр өсөн иркен терраса эшләнгән. Был – айырым термаль шишмә һәм "spa-үҙәк". Үҙ сиратында, чанға ҡайын утыны яғыла, миндек иһә ошо шишмә һыуында ыҫлана, уға әфлисун да ҡушылһа, ундағы хуш еҫте һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Бүтән яҡта ошондай ял базаларын өйрәнгәндән һуң үҙебеҙҙә лә төҙөргә ҡарар иттек. Хәүефһеҙлек саралары тураһында ла онотмайбыҙ.

Ҙур тәҙрәләр янында баҫып торабыҙ. Был урындан хозур тәбиғәтле урман күренә, арыраҡ сылтырап ҡына шишмә ағып ята. Әйткәндәй, ул Еүеш Прорва йылғаһын туйындыра.

Йорттан сығып бер нисә аҙым атлауға мангал күрҙек, кем әйтмешләй, бында аяҡ баҫыу менән шашлыҡ ҡура башларға мөмкин. Ҡуҙ һалыр урыны, ялҡынды елпеткес, бирсәткәләр, шешәләге һыу - бөтә уңайлыҡтар ҙа бар.

Рунар Фаил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, "Сосновка глэмп"тың урманда урынлашыуы һәр йәһәттән дә отошло. Әйтәйек, ҡала ығы-зығыһынан арынып, тыныс мөхиткә сумаһың, һауаның сафлығын, һыуҙың таҙалығын тояһың, ҡыҫҡаһы, хозур тәбиғәт ҡосағына килеп инәһең.

Бында булып ҡайтҡандар тын юлдарының иркенәйеүе, иммунитеттарының күтәрелеүе тураһында шатланып һөйләй. Гид туристарҙы иртәнсәк күрше биләмәләге кафеға саҡыра, витаминдарға бай ашамлыҡ әҙерләй ашнаҡсылар. Шуныһы, бында ашау дөйөм хаҡҡа ингән.

Башҡортостанда туризм өлкәһен үҫтереү буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла. Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың махсус рәүештә кәңәшмә үткәргәне хәтерҙә. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Башҡортостандың уникаль туристик потенциалы бик ҙур. Ысынлап та, башҡортостандар ялын яҡшы уҙғарһын, беҙгә туристар тулҡын-тулҡын булып ағылһын өсөн республика етәкселеге ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра.

Ике балаһын эйәрткән Мәликә һәм Руслан Байтуриндарҙы осраттыҡ. Форсаттан файҙаланып, йәш ғаилә менән әңгәмәләштек. Улар йәмле Ейәнсура районынан ял итергә килгән. Ике аҙна һиҙелмәй ҙә үтеп киткән, сөнки бында, ысынлап та, матур итеп ял итергә, көс тупларға мөмкин. Иң оҡшағаны япон мунсаһы булған, унан сыҡҡас, үҙҙәрен байтаҡҡа йәшәргәндәй тойғандар. 

Зөһрә ГОРДИЕНКО, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:

– Шәхсән үҙем һәр ваҡыт Башҡортостанда ял итергә яратам. Беҙҙәге хозур тәбиғәт кемдәрҙе генә үҙенә тартмаған?! Туризм кеүек көнүҙәк тема тураһында оҙаҡ итеп һөйләргә мөмкин. Министр булараҡ, маҡсатым – булғанды һаҡлау һәм киләсәктә тағы ла нимәләргә иғтибар итергә кәрәк икәнде аңлау.

Башҡортостанда ял итеү базалары ныҡ күп, бына уларҙы тәртипкә килтереү зарур. Кемпингтарҙы заманса итеп төҙөү бурысы алдыбыҙҙа тора. Был – яҡшы һәм ҡыйбат булмаған ял урыны. Автомобилдәр өсөн туҡтау урындары булдырыу мөһим, водителдәр тыныс күңел менән машиналарын ҡалдырып китерлек булһын. Ғөмүмән, туристарға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу – бурыстарыбыҙҙың береһе.

Фото: Рунар Туҡтаров.

Башҡортостан – туризм тармағында лидер
Башҡортостан – туризм тармағында лидер
Башҡортостан – туризм тармағында лидер
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: