Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
17 Сентябрь , 18:00

Үҙебеҙҙә лә гүзәл ерҙәр байтаҡ

Йәрмәкәйҙә туризм үҫеш ала.

Үҙебеҙҙә лә гүзәл ерҙәр байтаҡ
Үҙебеҙҙә лә гүзәл ерҙәр байтаҡ

ТУРИЗМ

Бөгөнгө заманда күптәр тыуған төйәктә ял итеүҙе хуп күрә. Үҙебеҙҙең төбәктә лә йәмле  тәбиғәт урындары аҙ түгел. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризм үҫеше туристарға уңайлы ял урындарын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында урынлашҡан “Новый мир” глэмпингынан кеше өҙөлмәүе лә был тарафта туризм йәһәтенән ыңғай шарттар булдырылыуы тураһында һөйләй.

Ғаилә менән эшҡыуарлыҡты үҫтерәләр

“Новый мир” глэмпингын  ғаилә бизнесы тиһәк тә дөрөҫ булыр. Эшҡыуарҙар Әлфиә менән Динар Ишмөхәмәтовтар тырышлығы менән барлыҡҡа килә ул. Глэмпинг Иҫке Турай ауылында, Ҡыҙаш йылғаһы буйында, йәмле тау итәгендә урынлашҡан. 12 кешегә иҫәпләнгән өс ҡатлы йортта ял итеүселәргә барлыҡ  шарттар тыуҙырылған. Шулай уҡ мунса уңайлылығынан да файҙалана алалар.  

Глэмпинг быйыл ғына асылһа ла, эштәре ыңғай бара. Ишмөхәмәтовтарҙың тамырҙары ла ошо ауылдан булып сыҡты.

  – Йорт төҙөп, глэмпинг булдырыу тураһындағы идея күптәндән барлыҡҡа килһә лә, пандемия арҡаһында ул тотҡарланды. Сочиҙа эшҡыуарлыҡ буйынса уҡыу үткәндә тап туризм буйынса эш асырға ҡарар иттек. Глэмпингты ҡартатайымдың йорто эргәһендә генә төҙөнөк. Ул 91 йәштә булһа ла, кәңәштәре менән беҙгә терәк. Эшебеҙҙе үҫтереү өсөн үҙенең ер участкаһын да бирҙе, – тип һөйләне Динар Ишмөхәмәтов.

Әйткәндәй, йүнсел ғаилә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса грант отоп дәүләт ярҙамын алған. Район конкурсында еңеү ҙә уларға туризмды үҫтереүгә булышлыҡ иткән. Алға маҡсат ҡуйып, күңел һалып башҡарған эш алға бара.  

Әйткәндәй, Ишмөхәмәтовтар өс бала – бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтерәләр. Өлкәнерәктәре каникул осоронда эшҡыуарлыҡта ярҙам итә. Дөйөм көс менән эштәрен дә алға әйҙәйҙәр, ғаилә ептәре лә нығый.

Башҡортостанда туризм киң ҡолас ала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етәксеһе булараҡ эш башлаған осоронда төбәктә эске туризм үҫешенең көрсөк хәлендә булыуын билдәләгәйне. Проблеманы ул  инфраструктураның тейешле кимәлдә булмауы менән аңлатты. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым ташламалары һәм административ ярҙам системаһын булдырырға ҡарар ителде.

Тәүҙә пандемия, хәҙер махсус хәрби операция барышында киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанс бүлеүҙә ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, туризм өҫтөнөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.

Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған "Башҡортостанда оҙон ғүмер", "Мәктәп туризмы", "Сәнәғәт туризмы" программалары республикала туризм үҫешен дәлилләй.

Һөҙөмтәлә Башҡортостанға туристик ағымдың артыуы күҙәтелә. Туристик инфраструктураны үҫтереү иҫәбенә артабанғы позитив динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатта 1,5 миллиард һумға яҡын федераль аҡса йәлеп ителгән.

Республикала туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлыҡтар арттырыла. Республика Башлығы "Инвестиция сәғәттәре" барышында шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.

Туризмды үҫтереү һөҙөмтәһендә халыҡҡа эш урындары барлыҡҡа килә, республиканың киләсәгенә инвестициялар һалына. Туристик хеҙмәттәр һәм инфраструктура сифаты күтәрелеүе төбәккә аҡса йәлеп итеүгә лә йоғонто яһай. 

ФЕКЕР

Динар ИШМӨХӘМӘТОВ, “Новый мир” глэмпингы хужаһы:

– Беҙҙә ял итергә теләүселәр һаны арта бара. Әлеге йорт ҡына етмәй башланы. Шуға ла тағы ла бер-ике өй төҙөргә тигән маҡсатыбыҙ бар. Тир, велопрокат булдырып, ял өсөн шарттарҙы киңәйтеү ниәтебеҙ ҙур. Эшебеҙҙә дәүләт тарафынан да ярҙам тоябыҙ, район хакимиәте лә беҙҙең өсөн ҙур таяныс.

Фотолар: “Новый мир” глэмпингы архивынан.

 

 

 

Үҙебеҙҙә лә гүзәл ерҙәр байтаҡ
Үҙебеҙҙә лә гүзәл ерҙәр байтаҡ
Үҙебеҙҙә лә гүзәл ерҙәр байтаҡ
Үҙебеҙҙә лә гүзәл ерҙәр байтаҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: