Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
21 Сентябрь , 18:00

Әхирәтемде нисек һыйыр һауырға өйрәттем...

2-се класта уҡып йөрөйбөҙ. Ҙурбыҙ, үҙебеҙсә.  Хәҙер Үрге яҡ ҡыҙҙарынан һис ҡурҡмайбыҙ, улар Ырғыҙлыға уҡырға китте.

Әхирәтемде нисек һыйыр һауырға өйрәттем...
Әхирәтемде нисек һыйыр һауырға өйрәттем...

Ҡыш көнө, дәрестәр бөткән, урамда текә генә йөрөйбөҙ, сутики 2-се класс уҡыусыларыбыҙ. Хәҙер Үрге яҡ ҡыҙҙарынан һис ҡурҡмайбыҙ, улар Ырғыҙлыға уҡырға китте.

- Нәсимәү, - тим әхирәтемә.
- Әү...
- Һинең һыйыр һауып өйрәнгең киләме? – Минең тәжрибә бар бит инде, әсәйемә һауышырға фермаға көн дә кис йөрөйөм.
Күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, быным үтә ҡысҡырмай ғына “эйе” тип яуап бирә, баҡтиһәң, беҙҙең өйҙөң тапҡырына килеп еткәнбеҙ ҙә шуға шымтайған икән. 
Инер алдынан ферма тормошон белмәгән әхирәтемә төрлө фармандар бирәм:
- Киске 7-8-ҙәрҙә тәҙрәнән ҡарап тор ҙа, әсәйем менән апайҙарым ҡайтып барғанын күрһәң, йүгереп килерһең. Мине көттөрмәй генә. Бер телем икмәк ал, онотма. Һөткә ҡушып ашап алырбыҙ. Что бы әсәйеңә әйтмәй генә кил. Ә мин әсәйемдән йәшенеп ҡалам.

Мең тапҡыр “онотма”ны әйтеп, әхирәтемдең артынан ҡарап ҡалдым. Был - минең тәүге серем, берәү ҙә белергә тейеш түгел.

Бына сәғәт телдәре дүрттәргә етте, саптым фермаға, Нәсимәләргә лә һуғылып сыҡтым. Был онотоп ултырмаһын тип. Һуң алда беҙҙе ҙур эш көтә бит. 
Всё, һауынсыларҙың эше бөттө, ҡайтырға йыйындылар... Тәк... Ҡайҙа йәшенеп ҡалырға?  
Холҡон Миңзәлә апайымдыҡына оҡшатҡан тыныс ҡына, матур ғына баҫып йөрөгән һыйырҙың артына сүкәйеп ултырып ҡалдым. 
Әсәйем, мине әйҙәп бер нисә тапҡыр саҡырҙы ла, апайҙар менән ҡайтырға сыҡтылар. Был балам өйгә табан тура сапҡандыр тип уйлағандыр инде ул, моғайын. Ҡурҡмай ғына ултырам, улай ғына түгел, ойоп та киткәнмен. Туп-туп баҫҡан аяҡ тауышын ишетеп, һиҫкәндем, шомло булып китте.
 
- Бах, - тип мине ҡурҡытып, шат йылмайып эргәмә Нәсимә килеп баҫҡан.
Мин әҙерәк шөрләгәнемде һиҙҙермәй, тегегә эште өйрәтә лә башланым.

-Сис бәлтәңде, кеше бәлтә кейеп эшкә килмәй! - тигән булам, эшем эйәһе булып.
Уға күрше апайҙың халатын бирҙем, үҙем әсәйемдекен кейеп алдым.
-Оҙон бит, - ти бадругам.
-Алғы итәктәрен ҡуша бәйлә. Апайҙар шулайтып кейә, - тим.
Шулай итеп, оҫталыҡ дәресен башланым.
-Еленде еүеш сепрәк менән ипләп кенә һөртөп алабыҙ, вазелин һөртәбеҙ, яйлап ҡына эйҙереп алабыҙ ҙа елендәрен алмашлап тартабыҙ.
Һыйыр ниндәй тыныс булһа ла, әсәйем тышап һауырға ҡуша...

Үҙем теге тыныс һыйырҙы бер-икене тартам да Нәсимәгә тартырға ҡушам. Байтаҡ һыйырҙан үҙебеҙсә мул ғына һөт һауып алдыҡ. Һыйырҙарҙың һауылып бөтөп ял итеп ятҡан ваҡыттарында борсоп йөрөгәнде кем белһен инде! Беҙ икәүҙән башҡа кеше юҡ. Шулай елендәрҙе тарта торғас, тәки өйрәнде әхирәтем.

Үҙебеҙҙе тоттороп, ул һөттө тапшырырға барҙыҡ бит әле. Унда өлкән һауынсы Мөнирә апайым эшләй ине. Ул да эшен бөтөрөп ҡайтырға әҙерләнгән ваҡытҡа барып индек.
 -Ыста, нишләп йөрөйһөгөҙ, ул?.. – тип аптырап китте апай.
-Һиңә һөт килтерҙек, ҡабул итеп ал!  - тим.
 
Миллион һорау бирҙе ул беҙгә.
-Ҡайҙан алдығыҙ? Еңгәм беләме? - үҙе беҙҙән көлә. - Бахыр һыйырҙарҙың эйентеһен һауғанһығыҙ бит...

Шулай һөйләнә-көлә ул беҙҙең һөттө үлсәп алды, ә мин ҡат-ҡат тикшерҙем.
-Ура, ура-а-а, Нәсимә өс литр һауғанбыҙ... Апай, һөттө әсәйемдекенә ҡушып ишеү яҙ.
Шулай итеп, класташымды һыйыр һауырға өйрәттем...
Бер кем дә бының өсөн әрләмәне, әле лә минең шуҡлыҡты көлөп кенә һөйләйҙәр...

Авторы: Рузалия Ҡаһарманова, Бөрйән районы, Яңы Усман ауылы.

Автор:
Читайте нас: