Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июнь 2019, 18:22

"Сал Урал легендалары" милли проект ҡурсауында

Республикала “Сал Урал легендалары” конкурс-фестивале ойошторола.

Фото: pravitelstvorb.ru
Республикала “Сал Урал легендалары” конкурс-фестивале ойошторола.


“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектына ярашлы уҙғарылған сара Башҡортостандың 100 йыллығына, Рәсәйҙә Театр йылына бағышлана.


Конкурс-фестивалгә республиканың һәм илдең башҡа төбәктәренең музыка, хореография, художество, сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, мәҙәниәт йорттары, дөйөм белем биреү мәктәптәре ҡарамағындағы ижади коллективтар, балалар-үҫмерҙәр ижады үҙәктәрендә шөғөлләнеүселәр, шулай уҡ тармаҡтағы һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре саҡырыла.


Сара ике номинация буйынса үтә: “Легенданы сәхнәлә күрһәтеү” һәм “Легенда һүрәт төшөрөү сәнғәтендә”. Айырым да, коллектив менән дә ҡатнашырға мөмкин.