Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
12 Июнь 2019, 15:41
Милли проект эшҡыуарҙарға юл аса
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илде иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең ныҡлы нигеҙе булырға тейеш. Рәсәй Президенты ошондай бурыс ҡуйҙы.
Фото: miyaki.bashkortostan.ru
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илде иҡтисади яҡтан үҫтереүҙең ныҡлы нигеҙе булырға тейеш. Рәсәй Президенты ошондай бурыс ҡуйҙы.
Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыу менән бер рәттән, һуңғы айҙарҙа район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” район-ҡалаларҙа даими уҙғарыла. Был аҙнала, мәҫәлән, Миәкә хакимиәтендә үткән сираттағы кәңәшмәлә “Үҫемлекселек, көнбағышты таҙартыу һәм киптереү” йүнәлеше буйынса проект ҡаралды. Урындағы фермер Илшат Мусиндың ауыл хужалығы етештереү кооперативы булдырыу тураһында фекере район етәксеһе Ришат Аҡтуғанов тарафынан яҡлау табып, был проект республика грантына конкурста ҡатнашыуға тәҡдим ителде.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.